СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Төп дәүләт имтиханына демоверсия №5 (Туған башҡорт теле, 2 линия)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған башҡорт теле буйынса Төп дәүләт имтиханын биреүселәр өсөн демоверсия.

Просмотр содержимого документа
«Төп дәүләт имтиханына демоверсия №5 (Туған башҡорт теле, 2 линия)»

ДЕМОВЕРСИЯ № 5

Беренсе өлөш

1. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килмәй?

1) ямғыр, йыл, йола

2) мәсьәлә, ҡуян, юртаҡ

3) йөҙөк, ыласын, ҡыйыҡ

4) бирьяҡ, көньяҡ, юймаҡ


2. Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «һайланма әҫәр йәки әҫәр өҙөктәренән йыйылған уҡыу китабы»?

1) апелляция

2) аннотация

3) хрестоматия

4) конспект

3. Ҡайһы һөйләмдә күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр бар?

1) Өләсәйем яҡшы кәңәштәр бирә.

2) Ҡош ҡанаттарын йәйеп осорға әҙерләнде.

3) Көндәр йылына башланы.

4) Кешеләрҙең йылы теләктәренән күңелем ҡанатланды.


4. Мәғәнәләре буйынса бер төркөмгә берләштерергә мөмкин булған һүҙҙәр яҙылған юлды билдәләгеҙ.

1) Ағиҙел,Ҡариҙел, Йүрүҙән

2) йыр, бейеү, күлдәк

3) егет, егерме, етмеш

4) балалар, туптар, ҡурсаҡтар


5. Килеп сығышы буйынса үҙләштерелгән һүҙҙе билдәләгеҙ.

1) ямғыр

2) тау

3) ҡар

4) мейес


6. Неологизмды билдәләгеҙ.

1) барымта


2) ҡарымта

3) сайт

4) бей


7. Билдәле бер һөнәр кешеләре генә, йәки барыһы ла ҡулланмаған һүҙҙәр нисек атала?

1) историзм

2) профессионализм

3) диалектизм

4) архаизм


8. Килтерелгән синонимик рәттә ҡайһы һүҙ стилистик яҡтан нейтраль (доминанта) һанала?

1) яратыу

2) һөйөү

3) оҡшатыу

4) ғашиҡ булыу


9. Килеп сығышы буйынса бер тамырҙан булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ.

1) май, майлы, маяҡ

2) ҡыр, ҡырғыс, ҡырҙа

3) ҡар, ҡарға, ҡара

4) бел, белгес, белем


10. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә яһаусы ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?

1) йырсы, йырҙар

2) байлыҡ, байрам

3) уҡыу, уҡыусы

4) ҡартлыҡ, ҡарттар


Икенсе өлөш

Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.

Бөтә хайуандарҙың да ҡойроғо була. Балыҡҡа ул йөҙөр өсөн, көнгөрәгә юғарыға һикерер өсөн кәрәк. Көнгөрә ултырғысҡа ултырған һымаҡ оҙон ҡойроғона ултыра ла (7)ял (...). (2)Ҡоштарҙа ҡойроҡ руль ролен үтәй, унһыҙ ҡоштар һауаға ла, түбәнгә лә уңға ла, һулға ла оса алмаҫтар ине. Тейен, ботаҡтан-ботаҡҡа һикереп,(5) ҡойроғо менән идара итә. (6)Маймылдың ҡойроғо(...)өҫтәмә ҡул ул. (4)Уның ярҙамында күҙ асып йомғансы икенсе урынға күсеп ултыра ала.(8)Ә аттарҙың һәм һыйырҙарҙың ҡойроғо себен ҡыуғыс ролен үтәй. (М.Дилмөхәмәтов)


11. Текста нимә тураһында һүҙ бара? (ҡойроҡ)

12. (2) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ. (тҠҺ)

13. (4) һөйләмдә “оҙон” сифаты ниндәй дәрәжәлә килә?

14. (3) һөйләмдәге ролен үтәйһүҙбәйләнешендә “үтәй” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?

15. (8) һөйләмдәге һыйырҙарҙың һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

16. Текста ниндәй йән эйәләре һүрәтләнгән? Атамаларын яҙығыҙ.

17. (7) һөйләмдә йәйәләр эсендә (...) ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? Шул һүҙҙе яҙығыҙ.

18. (5) һөйләмдәге ҡойроғо” һүҙенең дөрөҫ яҙылышы ниндәй сингармонизм законына буйһонған?

19. Килтерелгән текстың (4) һөйләмендә фразеологик берәмекте табып яҙығыҙ.

20. (6) һөйләмдә (...) йәйәләр эсендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш? (һыҙыҡ)


Өсөнсө өлөш

21. Туған ил батырҙарын онотмайтемаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.


Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк)






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!