СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Төп дәүләт имтиханына демоверсия №4 (Туған башҡорт теле, 2 линия)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған башҡорт теле буйынса Төп дәүләт имтиханын биреүселәр өсөн демоверсия.

Просмотр содержимого документа
«Төп дәүләт имтиханына демоверсия №4 (Туған башҡорт теле, 2 линия)»

ДЕМОВЕРСИЯ № 4

Беренсе өлөш

1. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килә?

1) ерек, мейе, ҡояш

2) йыр, юл, ял

3) көнсығыш, йомортҡа, ҡулъяулыҡ

4) әлифба, йөрәк, емеш


2. Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «Ниндәйҙер ҡарарҙы яңынан ҡарауҙарын һорап мөрәжәғәт итеү»?

1) апелляция

2) аннотация

3) хрестоматия

4) конспект

3. Ҡайһы һөйләмдә күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр бар?

1) Ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр килһәсе.

2) Башҡортса матур исемдәр бик күп.

3) Ололарға ярҙам итергә кәрәк.

4) Картуф -туҡлыҡлы ғына түгел, файҙалы ла үҫемлек.


4. Мәғәнәләре буйынса бер төркөмгә берләштерергә мөмкин булған һүҙҙәр яҙылған юлды билдәләгеҙ.

1) юрған, мендәр, карауат

2) әтәс, ҡаҙ, һыйыр

3) еңгә, апай, өләсәй

4) башҡорт, тел, татар


5. Килеп сығышы буйынса төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ.

1) ағас

2) быяла

3) биҙрә

4) мәсет


6. Тарихи һүҙҙе (историзм) билдәләгеҙ.

1) хан



2) уҡытыусы

3) дарыухана

4) эшсе


7. Хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан предметтарҙың атамалары нисек атала?

1) архаизм

2) профессионализм

3) диалектизм

4) историзм


8. Килтерелгән синонимик рәттә ҡайһы һүҙ стилистик яҡтан нейтраль (доминанта) һанала?

1) ғәҙел

2) хаҡлы

3) дөрөҫ

4) ысын


9. Килеп сығышы буйынса бер тамырҙан булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ.

1) аҡ, аҡыра, аҡһыл

2) ауыл, ауылдаш, ауылса

3) ҡарт, ҡартая, ҡарая

4) бал, балҡый, баллы


10. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә яһаусы ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?

1) йәшлек, йәштәш

2) айҙа, айым

3) ҡырғыс, ҡыра

4) керҙе, кереү


Икенсе өлөш

Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.

(2)Икмәк үҫтереү өсөн ергә (7)иген (...), ул быны яҡшы белә. Ауыл (5)осондағы баҫыуҙы ла күргәне бар. (8) Башта йәшел генә ҡыяҡтар шытып сыға, улар яйлап башаҡлана. Башаҡ һайын унарлаған бөртөк була. (6)Көҙ еткәс (...)һарғайған башаҡтарҙы урып, ашлығын һуғып алалар. Ашлыҡты тирмәндә он итәләр. (4),(5)Ә инде ондан әсәһе бик тәмле икмәктәр, күмәстәр бешерә, ҡоймаҡ ҡоя.

11. Текста нимә тураһында һүҙ бара? (икмәк)

12. (2) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ. (ЭҠҺ)

13. (4) һөйләмдә “бик тәмле” сифаты ниндәй дәрәжәлә килә?

14. (3) һөйләмдәге шытып сығаһүҙбәйләнешендә “шытып” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?

15. (8) һөйләмдәге башаҡланаһүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

16. Текста ондан нимә бешереп булыуы тураһында әйтелә? Атамаларын яҙығыҙ.

17. (7) һөйләмдә йәйәләр эсендә (...) ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? Шул һүҙҙе яҙығыҙ.

18. (5) һөйләмдәге осондағыһүҙенең дөрөҫ яҙылышы ниндәй сингармонизм законына буйһонған?

19. Килтерелгән текстың (4) һөйләмендә фразеологик берәмекте табып яҙығыҙ.

20. (6) һөйләмдә (...) йәйәләр эсендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш?


Өсөнсө өлөш

21. Минең яратҡан шағирым (яҙыусым)темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.


Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк)






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!