СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий классного часа Учимся дружить

Нажмите, чтобы узнать подробности

классный час с элементами тренинга на башкирском языке

Просмотр содержимого документа
«класс сәғәте. Дуҫлашырға өйрәнәбеҙ»


1,3 класс-комплектында класс сәғәте сценарийы

Тема: «Дуҫлашырға өйрәнәбеҙ»

Маҡсат: дуҫлыҡ һүҙеең мәғәнәһен асыҡлау, ысын дуҫ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икәнлеген күрһәтеү, дуҫлашырға теләк уятыу, класта ойошҡанлыҡ, берҙәмлек туплау.

Класс сәғәтенең формаһы: тренинг элементтары, проект элементтары менән уйын

Йыһазлау:

  1. Фонограмма (минус) «В этом зале все друзья»

  2. Фонограмма (караоке) «Песня о дружбе»

  3. Дәрес һорауҙары табличкаларҙа таҡтаға ҡуйыла

  4. Презентация

  5. Светофор өсөн макет һәм төҫлө түңәрәктәр.

  6. Буяу өсөн бейәләй шаблондары.

  7. Ҡояш һәм болот шаблондары

Алдан әҙерлек:

  1. Аңлатмалы һүҙлектән дуҫлыҡ һүҙен аңлатырға

  2. Йырҙарҙы өйрәнергә.




Класс сәғәте барышы

  1. Сәләмләү. Психологик комфорт булдырыу (1 минут)

Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар, килгән ҡунаҡтар!

Бөгөн беҙгә райондың төрлө мәктәптәренән бик күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ уларға ла хәйерле көн теләйек һәм яҡшы кәйефебеҙҙе йылмайыу аша бирәйек.

Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла түңәрәккә уйынға саҡырам.

«В этом классе все друзья» йырлы уйыны (3 минут)

  1. Мәсьәлә ҡуйыу, маҡсатҡа сығыу (2 минут)

Рәхмәт, уҡыусылар. Урындарығыҙға ултырығыҙ.

Беҙ нимә тураһында йырланыҡ?

Бөгөнгө класс сәғәтендә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

Ниндәй һорауҙарға яуап тапҡығыҙ килә?

"Нимә ул дуҫлыҡ?», «Кем ул – дуҫ?», «Дуҫтар ни өсөн кәрәк?», «Нисек дуҫлашырға?» тигән һорауҙарға яуап бирербеҙ.


  1. Төп өлөш

  1. Әңгәмә ҡороу (3 минут)

Балалар, кем ул дуҫ һеҙҙеңсә, кемгә дуҫ тип әйтәбеҙ? (фекерҙәрен тыңлау)

Нимә ул дуҫлыҡ?

-Был һорауға яуапты башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән ҡарап Таһир әҙерләп килде. Тыңлайыҡ әле.

Таһир: «Дуҫлыҡ - ул ике кеше араһында яҡын, йылы, ышаныслы мөнәсәбәт. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй»

Хәлиҙә дуҫ ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуап эҙләне

Хәлиҙә: “Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышынған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана»

Рәхмәт, Таһир.

  1. Бергәләп эшләү, уйнау ҡағиҙәләре (3 минут)

Балалар, һеҙ дуҫығыҙ менән бергә нимә эшләргә яратаһығыҙ? (яуаптар)

Бергәләшеп нимәлер уйнағанда йәки эшләгәндә ошо ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

  • Бер-береңде бүлдермәй генә, алмашлап һөйләргә;

  • Һөйләгән кешене иғтибар менән тыңларға;

  • Дуҫың һөйләгән нимә аңлашылмаһа, кире һорарға.

  1. Светофор” эшләү. (7 минут)

Уҡыусылар Һеҙҙең алдығыҙҙа светофор тип яҙылған конверттар ята. Һеҙгә шаблонға үҙегеҙҙең светофорығыҙҙы эшләргә кәрәк.

Эшләп бөткәс һорау: ниндәй ауырлыҡ килеп тыуҙы? Был ҡаршылыҡты нисек хәл иттегеҙ.

  1. Бейәләй эшләү” (7 минут)

Уҡыусылар, һәр парғ тиҙ генә бейәләй эшләргә кәрәк. Кеше ике төрлө бейәләй кейәме? Тимәк һәр парҙың бейәләйе бер иш булырға тейеш. Бының өсөн һеҙгә башта һөйләшеп килешергә кәрәк. Шунан бейәләйҙәрегеҙҙе буяп ҡуйырһығыҙ.

  1. 1-се кластар – дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен ҡабатлайҙар

3-сө класс синквейн ижад итә.

  1. Рефлексия (2 минут)

Афарин, уҡыусылар. Бөгөн беҙ бергәләп эшләргә тырыштыҡ. Минең уйымса, һеҙ эшләй алдығыҙ. Ә инде ирешмәйенсә, асыуланышмайынса, талашмайынса бергә эшләһәң күңелгә рәхәт һәм яҡты булып китә. Кешеләргә бергә ҡыҙыҡ, күңелле булғанда дуҫлыҡ барлыҡҡа килә. Әгәр дуҫтар араһында ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡ килеп тыуһа, уны килешеп, һөйләшеп, бер-береңде аңлап хәл итергә мөмкин.

Бөгөнгө класс сәғәте оҡшаһа, алдығыҙҙа ятҡан ҡояштарҙы күрһәтегеҙ, әгәр һеҙгә оҡшамаһа болотто күрһәтегеҙ.

  1. Йомғаҡлау. (2 минут)

Класс сәғәтен киң билдәле йәнһүрәттең йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Песня о дружбе” йырлау.

Просмотр содержимого презентации
«Класс сәғәте. Дуҫлашырға өйрәнәбеҙ»

Дуҫлашырға   өйрәнәбеҙ

Дуҫлашырға өйрәнәбеҙ

Бер-береңде бүлдермәй генә, алмашлап һөйләргә. Һөйләгән кешене иғтибар менән тыңларға. Дуҫыңдың һөйләгәне аңлшылмаһа, яңынан аңлатыуын һорарға.

Бер-береңде бүлдермәй генә, алмашлап һөйләргә.

Һөйләгән кешене иғтибар

менән тыңларға.

Дуҫыңдың һөйләгәне аңлшылмаһа, яңынан аңлатыуын һорарға.

Янып тора алмашынып өс күҙе. Әйтеп тора беҙгә өс һүҙҙе: Ҡуҙғалма!- ти ҡыҙыл күҙе, Сабыр!- ти һары күҙе.  Ярай!- ти йәшел күҙе.

Янып тора алмашынып өс күҙе.

Әйтеп тора беҙгә өс һүҙҙе:

Ҡуҙғалма!- ти ҡыҙыл күҙе,

Сабыр!- ти һары күҙе.

Ярай!- ти йәшел күҙе.

Дуҫлыҡ ҡағиҙәләре

Дуҫлыҡ

ҡағиҙәләре

Әгәр дуҫың ниндәй ҙә булһа насарлыҡ эшләй икән – туҡтат . Үҙ хатаңды таный бел һәм дуҫың менән ярашырға тырыш. Дуҫыңа мыҫҡыл итмә, унан көлмә Дуҫты кейеменә ҡарап түгел,  күңеленә ҡарап һайла Дуҫың менән үсекләшмә

Әгәр дуҫың ниндәй ҙә булһа насарлыҡ эшләй икән – туҡтат .

Үҙ хатаңды таный бел һәм дуҫың менән ярашырға тырыш.

Дуҫыңа мыҫҡыл итмә, унан көлмә

Дуҫты кейеменә ҡарап түгел,

күңеленә ҡарап һайла

Дуҫың менән үсекләшмә


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!