СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

" На земле великих людей"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Данный сценарий классного часа, посвящается писателю-земляку Р.В. Шагиеву и его творчеству

Просмотр содержимого документа
«" На земле великих людей"»

Арҙаҡлы шәхестәр ере

(Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың “Зөмәрә апай балҡышы” һәм “Халыҡ улы Муса Мортазин” китаптарының исем туйы сценарийы.)

Ҡурай моңо


Слайд 1, 2. А.Б.-Һаумыһығыҙ,  әҙәбиәт һөйөүселәр: уҡытыусылар, яҡташтар! Бөгөн беҙҙә күркәм сара. “Арҙаҡлы шәхестәр ере” исемле яҡташ яҙыусыбыҙ Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың “Зөмәрә апай балҡышы” һәм “Халыҡ улы Муса Мортазин” китаптарының исем туйы.

Ошо уңай менән саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ менән таныштырып үтәбеҙ:

  1. Учалы районы Мәғәриф бүлегенең баш белгесе З.Ғ. Шәрәфүтдинова

  2. Башҡортостан Яҙыусылар һәм Рәсәй Федерацияһы союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты шағирә Ханнанова Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы

  3. Мәғәриф ветераны, коллегабыҙ БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Һибәт улы Байғарин

  4. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Мортазина Гөлниса Марс ҡыҙы

  5. Ауыл хужалығы ветераны Марс Харис улы Камалов

  6. Өфө ҡалаһының 1-се һанлы педколледж уҡытыусыһы Алик Әлим улы Мортазин

  7. Көсөк ауыл музейы етәксеһе – Ғатауллина Әлиә Аликовна

  8. “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Ғарипова Гөлсирә Ғаҡиловна

  9. Яҡташыбыҙ, буласаҡ журналист, әлегә студент, уҡып йөрөгән Лидиә Илдар ҡыҙы Динмөхәмәтова.

Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар! Ошо мәртәбәле сараны асыр өсөн һүҙҙе Учалы районы Мәғәриф бүлегенең баш белгесе З. Ғ. Шәрәфүтдиноваға бирәбеҙ.

Рәхим итегеҙ, Зилә Ғизитдин ҡыҙы.


Алып барыусы. Кешеләрҙең күңелендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һәм тыуған яҡҡа булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Был бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора.Был кисә халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһеле менән осрашыу кисәһе генә түгел, уға ошо ижадҡа этәргес көс биргән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Хисмәтуллина Зөмәрә Вәлиевна һәм бөйөк комбриг Муса Лут улы Мортазин кеүек оло хөрмәткә эйә булған шәхестәргә арнала. Шуға ла был сарабыҙ “Арҙаҡлы шәхестәр ере” тип атала.

Эйе, күренекле кешеләребеҙ – тарихта яҡты эҙ ҡалдырған яҡташтар, Учалы еренең ғорурлығы. Улар тыуған ере өсөн хеҙмәт иткән, иле өсөн көрәшкән шәхестәребеҙ.

Хажиев Айназ һәм Ирғәлина Аймара башҡарыуында “Изге ерем, Учалы” йыры яңғырай.

А.Б. - Күңелендә ижад осҡоно йөрөтөүселәр күп арабыҙҙа. Кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Ә кемдер бөтә күңелен һалып, тыуған яғына, уның изгелекле кешеләренә йөрәгендә булған йылы хөрмәт тойғоларын башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй.

2 слайд

А.Б.- Эйе, тап шундай сифаттарға эйә арҙаҡлы шәхесебеҙ, яҙыусы, Рәүеф Вәли улы Шаһиев.

Рәүеф Вәли улы Муса Лут улы Мортазин (2016) һәм Марат Хәләф улы Минһажетдинов ( 2009) исемендәге, “Ағиҙел”журналы һәм “Башҡортостан”гәзите премиялар лауреаты, филология фәндәре кандидаты (1999), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2009).


“Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың булмышы – кешеләр күңеленә ҡолас ташлап сәйәхәт итеү, уларҙан матурлыҡ эҙләү, рухи күперҙәр һалыу, изгелек, иман нурҙары өләшеү. Был фани донъя­ла шунан да бөйөк миссия бармы икән? Юҡтыр! Иҫең китер, ҡасан өлгөрәлер ул. Был тиклем ижадҡа сумыу – үҙе үк, ысын мәғәнәһендә ауыр, яуаплы йөк тартыу – ҡаһарманлыҡ, эйе, көнләшерлек ихтыяр көсө үә ватансылыҡ!” – тип яҙҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.



Рәүеф Вәли улы Шаһиев 1946 йылдың 15 ноябрендә Учалы районы Ташҡыя ауылында тыуған. Ауылда башланғыс, Наурыҙ урта мәктәптәрендә белем ала.

Һөнәре буйынса педагог Рәүеф Вәли улы Шаһиев һуңғы 15 йылда республика, район-ҡала матбуғаттарында үҙенең туған теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарих, хеҙмәт кешеләре, күренекле шәхестәр, абруйлы педагогтар хаҡында уҡымлы очерктары, һүрәтләмәләре, ижади портреттары менән сығыш яһай. Шулай ҙа уның төп йүнәлешле эше - әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе – алғы планға сыға килде. Һәр хеҙмәтендә ул маҡсатҡа ярашлы ижади эшкә әйҙәүсе педагог-ғалим, оло йөрәкле тәрбиәсе булып ҡала.

Яҡташ яҙыусыбыҙ Рәүф Шаһиев бөгөн 20 китап, 200-гә яҡын мәҡәләләр һәм очерктар, ижади портреттар, тарихи хәтирәләр авторы.

Слайд 6. Журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, рецензиялар, ижади портреттар -145

Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыштары -3

Автор һәм уның хеҙмәттәре тураһында уҡыусылар 14


Слайд 7. Авторҙың хеҙмәттәренә яҙылған рецензияларҙың бер нисәһе

Слад 8, 9. Р.Шаһиев мөхәррирлегендә нәшер ителгән китаптар – 3

Авторҙың китаптары -20


Слайд 10. Һәм быйылғы 2021 йыл Рәүф Шаһиев өсөн уңышлы, емешле йыл булды. Уның БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙының 90 йәшлек юбилейына “Зөмәрә апай балҡышы” һәм ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған “Халыҡ улы Муса Мортазин” исемле китаптары матбуғатта баҫылып сыҡты.

Был китаптарҙың яҙылыу идеяһы, тарихы авторҙың үҙенә генә билдәлелер. Күпме хеҙмәт, рух, көс һалынған был хеҙмәттәргә – автор үҙе генә беләлер. Һүҙҙе авторға бирәйек.

Рәүеф Вәли улы Шаһиев, рәхим итегеҙ сәхнә түренә.

(Автор һөйләй)


(“Зөмәрә апай балҡышы” китабы буйынса.

(Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы тураһында слайдтар)


Биографияһы.

Слайд 11. Уҡытыусым, беренсе уҡытыусым. Ошо һүҙҙәр эсенә бөтә ғаләм һыйған. Ул ата ла, әсә лә, ғөмүмән, бер бөтөн тормош, бай яҙмыш. Үҫеп еткәс тә уҡытыусының изге эше беҙҙең йөрәк түрендә урын ала, ғүмер юлында рухи юлдашҡа әүерелә. Шундай уҡытыусыларҙың береһе- беҙҙең ауылдашыбыҙ Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтул­лина.

Слайд 12. ...Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтул­лина 1930 йылдың 21 июлендә Учалы районының Учалы ауылында тыуған. 1948 йылда Учалы урта мәктәбен, 1952 йылда Фирғәнә педагогия институтының география факультетын тамамлаған. Шул уҡ йылда Үзбәкстанда, 1953 йылдан Ҡурған-Түбә урта мәктәбендә эшләп ала. Тыуған яғына ҡайтып 1956 йылда Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбендә, 1957 йылдан Учалы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә өлкән инспектор, 1960 – Килмәк, 1963 – Тажикстанда (Дүшәмбегә яҡын) ер эштәре институтында, 1964 – 1966 йылдарҙа Наурыҙ урта мәктәбендә, 1966 йылдан Өфөлә йәшәй, 57-се урта мәктәптә уҡыта. 1976 – 2002 йылдарҙа Р. Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында эшләй.

Зөмәрә Вәли ҡыҙының башҡорт гимназияһында эшләү йылдары үҙе бер китапҡа торошло. Милли рух донъяһында тын алған, белем һәм тәрбиә эшендә оло тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙың берҙәм коллективы Зөмәрә апайҙың үҙ эшенә яуаплы­лығын, тырышлығын тиҙ күрҙе.

Зөмәрә Вәли ҡыҙ Хисмәтуллина – көн-төн ял белмәй, ең һыҙғанып, бар көсөн, белемен биреп хеҙмәт итеүсе, әлбиттә, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.

Уның хеҙмәт юлы Наурыз ауылында башлана. Уның тәүге уҡыусылары - бөгөн беҙҙең арала.

Ә хәҙер һүҙҙе Зөмәрә Вәлиевнаның уҡыусыларының береһе хөрмәтле мәғариф ветераны, коллегабыҙ Алик Һибәт улы Байғаринға бирәйек.

Рәхим итегеҙ сәхнәгә, Алик Һибәт улы. (Алик Һибәт улы һөйләй).

Уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк – уҡыусыларының йылы йөрәк һүҙҙәрелер.

Эйе, Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы гүр эйәһе. Ләкин ул иҫән саҡта ла уҡыусылары уның менән аралашып, уларҙың хөрмәтен тойоп , кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып йәшәгән шәхес.

Юҡҡа ғына түгел был китапта тәүге юлдарҙа Р Шаһиевтың : “Уҡытыусым, беренсе уҡытыусым. Ошо һүҙҙәр эсенә бөтә ғәләм инеп урынлаша. Ул ата ла, әсә лә, ул үҙе бер бөтөн тормош, үҙе бер бай яҙмыш ”- тип яҙмағандыр.

“Зөмәрә апай балҡышы” китабы уның уҡыусылары яҙған 19 хәтирәнән һәм Зөмәрә Вәли ҡыҙына арналған хәтер кисәһенең сценарийынан тора.

Хисмәтуллина Зөмәрә Вәлиевнаны бөтә республика халҡы БР һәм РФ атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе патриотик рухлы педагог, Салауат Юлаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла кеүек олуғ шәхестәребеҙҙең исемен мәңгелләштереү өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй халҡы алдында бик ҙур хеҙмәт көсө түккән шәхес тә ул.


“Ул класҡа атылып килеп инә. Йылы итеп иҫәнләшкәс, ике-өс уҡыусыны шунда уҡ таҡта алдына сығарып карта буйлап “ҡыуа”. Донъялағы ике йөҙләп илдең генә түгел, диңгеҙҙәрҙең, утрауҙарҙың, вулкандарҙың... ҡайҙа урынлашҡанын беҙ етелә уҡыған саҡта уҡ белә инек инде.

СССР, тип һорай уҡытыусы. Ул саҡтағы ҙур илдең сиктәрен указка менән уратып сығарып күрһәтәһең дә, уртаға төртөп, Мәскәү, тиһең…. “- тип яҙа Зөмәрә апай Вәлиевна тураһында, Өфөләге 1 гимназия уҡыусыһы Марат Әминев, иҫтәлектәре менән бүлешеп.


“Минең рәхмәт һүҙҙәрем” тип атала Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы Ханнанованың мәҡәләһе.

Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы был китап донъя күрһен өсөн бик күп эштәр атҡарған кеше.

Хөрмәтле ҡунағыбыҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Ханнанова Зөлфиә Миңлебай ҡыҙына һүҙ бирәбеҙ. Рәхим итеп, сәхнәгә үтегеҙ.

З.В. Хисмәтуллина үҙенең эш дәүерендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙәрмәндәр менән 50-гә яҡын поход-экспедиция ойоштора. Гимназияның 1977 йылдан ойошторолған этнографик музейы Өфөлә генә түгел, Башҡортостанда ла, күрше төбәктәрҙә лә халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булды.

“Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрә­генең йәш эҙәрмәндәре уның етәкселегендә Башҡортостан һәм уға сиктәш Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Пермь өлкәләрендә башҡорттар йәшәгән төйәктәргә, Волга ярынан Тобол йылғаһына саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм БР Фәндәр академияһы этнография бүлегенән бирелгән эштәрҙе үтәп, иҫәпһеҙ сәйәхәттәр яһаны.

Музейҙа Салауат Юлаевҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, ислам диненә арналған айырым бүлектәр бай тарихи, хәрби һәм әҙәби мәғлүмәттәр бирә. Һәр береһендә йөкмәткеле мәҡәләләр, яҙмалар, фотолар урын алған.

Музейҙың иң йыш ҡунаҡтары – уҡыусылар, студенттар, уҡытыусы­лар, ата-әсәләр, төрлө тарафтан килгән вәкилдәр. Япония, Америка, Голландия, Болгария һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар, сәйәхәтселәр халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше хаҡында үҙҙәренә кәрәкле материал ала, музейҙың тәрбиәүи әһәмиәтен белдереп, һоҡланып, тынғыһыҙ эшмәкәрлеге өсөн етәксеһе Зөмәрә Вәли ҡыҙына һәм гимназия коллективына оло рәхмәттәрен еткерәләр.

Ә хәҙер һүҙҙе Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын уҡып бөтөп, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетында белем алған яҡташыбыҙ, Ураҙ һылыуы Лидиә Илдар ҡыҙы Динмөхәмәтоваға бирәбеҙ. Рәхим ит, Лидиә Илдар ҡыҙы


Слайдтар 13, 14, 15, 16, 17 - Һөйләү барышында яйлап асыла бара.


1987 йылда музейға Башҡорт­остан Мәҙәниәт министрлығы тарафынан “Халыҡ музейы” исеме бирелә, 1990 йылдан ул “Рәсәй мәктәптәренең өлгөлө музейы” тип атала. Музей экспонаттары бер нисә тапҡыр Татарстан, Сыуаш республикаларында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡала­ла­рының Дәүләт музейҙа­рында күрһәтелде.

80-се йылдар башынан Зөмәрә Вәли ҡыҙы етәкселегендәге эҙәрмән­дәр башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев хаҡында тарихи документтар, материалдар йыйыу эшен бик әүҙем алып бара. 1982 йылда йәш эҙәрмәндәр Зөмәрә Хисмәтул­лина ойоштороуында С. Юла­евтың 20 йыл Рогервик крепосында ултыр­ған Палдиски ҡалаһында булды. Зөмәрә Вәли ҡыҙының башланғысы менән был ҡалала Салауат Юлаев музейы асылып, уның фондына 200-ҙән ашыу экспонат, башҡорт рәссам­дарының ижад иткән картиналары бүләк ителде. Скульптор Л.П. Нечаева ҡойған С. Юлаев бюст-һәйкәле әҙерләнде.

Зөмәрә Хисмәтуллина беҙҙең республикала ғына түгел, Рәсәйҙә күренекле шәхес. Ул ойошторған “Глобус”, “Крайҙы өйрәнеүсе” ғилми йәмғиәттәрендә йөҙҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнде, уларҙың эше 30 кубок, почетлы миҙалдар, грамоталар менән билдәләнде.


Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина кеүек шәхестәр быуынына бер-ике генә тыуалыр ҙа оҙайлы үә ҡаһарманлыҡ талап иткән хеҙмәтенән һуң тыныс ҡына, мәңгелеккә киткәндә лә ҡош юлындағы ынйы йондоҙҙар булып юлдарҙы һәр саҡ балҡытып торалыр.


Зөмәрә апайҙың балҡышы шулай мәңгелек!

Ә хәҙер гимназияның бейеү ансамбле башҡарында “Башҡорт казактары” бейеү ҡарағыҙ.

Бына шулай, Зөмәрә апай уның эшләгән изге эштәрендә, у ҡыусылар күнелендә, яҡты ҡояштай, хәтирәләр булып бөгөн дә балҡый.



II. Республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ярашлы бик күп саралар үткәрелде. (Слайд 1. )

Яҡташ яҙыусыбыҙ ижад иткән икенсе әҫәр ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған , ул “Халыҡ улы Муса Мортазин” тип атала.

(Слайд 2. ) 282 биттән торған был ҙур хеҙмәт хаҡлы рәүештә энциклопедия тип атала. Был “Муса Мортазин” энциклопедияһы Башҡортостан Республикаһында сығарылған үтә һирәк персональ энциклопедияларҙың береһе. Китапта Муса Мортазиндың тормош һәм яу юлы, йәмәғәт эшмәкәрлеге, ижады тураһында фәнни-популяр әҫәрҙәр бирелгән.

(Слайд 3). Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаевтан һуң Рәсәй Федерацияһындағы сағыу шәхестәрҙең береһе Муса Мортазин – ул граждандар һуғышы Геройы, яугир-полководец, 3 Ҡыҙыл Байраҡ орденының кавалеры, яҙыусы-тарихсы, башҡорт әҙәбиәтендәге документаль яу прозаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә ул.

(Слайд 4). Энциклопедияла 200-ҙән ашыу мәҡәлә, улар Муса Мортазиндың эшмәкәрлеген хроника рәүешендә асып бирә. Тәүҙә Муса Мортазиндың Империалистик һәм Граждандар һуғышы осорондағы эшмәкәрлеге һүрәтләнә. Әҫәр геройы менән бергә ошо осорҙа хеҙмәт иткән, яуҙарҙа ҡатнашҡан шәхестәрҙең дә булыуы, биографияларының бәйләнештә бирелеүе юҡҡа түгел.

Башҡорт кавалерия бригадаһының легендар юлын күреп – белгән полкташ яугирҙәрҙең иҫтәлектәре, Туркестан фронты, аҡ гвардиясы Колчакка ҡаршы һуғыш, Польша һәм Украина ерендәге рейдтар, Муса Мортазиндың кавбригадаһының еңеү юлдары тураһындағы әҫәрҙәр энциклопедияла ҙур урын алған.


Легендар яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазин ябай һалдаттан полк командирына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үтә. Башта 9-сы уҡсы артиллерия бригадаһының 1-се батареяһында бомбардир, фейерверкер хеҙмәттәрен атҡара. 1914 йылда Европа һуғышында (Варшава сиктәрендә), 1915 йылда Румыния фронтында өлкән фейерверкер званиеһында ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ғәйрәте ташып торған Муса февраль революцияһында әүҙем ҡатнаша. VI армия съезында, 1917 йылдың 8 майында Бөтә Рәсәй мосолмандарының I съезында делегат була. Бөтә Рәсәй мосолмандарының Ҡазанда үткән II съезында ла делегатлыҡ бурысын үтәй.

Мортазин тирә - яҡлап тәрән белем алған шәхес. Ул ғына түгел, Ырымбурға барып уҡып, имам хатип дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Был турала хөрмәтле яҡташыбыҙ, Алик Әлим улы Мортазин һөйләй. Рәхим итегеҙ, Алик Әлим улы.

Алик Әлим улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ йөкмәткеле сығышы өсөн.Ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Слайд 5. Муса Мортазин образын асыуҙа әҙиптәрҙең үҙ алымдары булһа ла, уларҙың был ҡатмарлы герой яҙмышына ҡарата уртаҡ фекерҙә тороуҙары бер бөтөндө тәшкил итә. Әҫәрҙәрҙә геройҙың атай йорто, бала сағы, үҫмер мәле, ағай-энеһе, ғаиләһе, фронтташ дуҫтары, илдә барған аяуһыҙ, үлемесле сәйәси көрәш драмалары, яу юлдарындағы трагик ваҡиғалар — һәммәһе лә Муса яҙмышы аша сағыла.

Слайд 6. Беҙҙә бөгөн ҡунаҡта М. Мортазиндың туғаны, Мортазина Гөлниса Марс ҡыҙы, ул Мортазиндар шәжәрәһе тураһында һөйләр. Гөлниса Марс ҡыҙы, рәхим итегеҙ сәхнәгә!

Гөлниса Марс ҡыҙы, рәхмәт һеҙгә йөкмәткеле сығышығыҙ өсөн. Шәжәрәгеҙ тармаҡланып үҫеп торһон!

Эйе, бына шундай ғаиләлә тыуып үҫә М. Мортазин һәм бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, шәжәрә үҫә һәм тармаҡлана. Афарин, тип әйтергә генә ҡала беҙгә.


Слайд 7, 8. Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес бөгөн дә күптәрҙе уйландыра. Аяныс яҙмышлы легендар комбриг Муса Мортазиндың данлы тормош юлы тураһында яҡташыбыҙ Марс Харис улы Камаловҡа һүҙ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ, Марс Харис улы.


Рәхмәт, Марс Харис улы, сығышығыҙ өсөн.


Геройҙың үҫеш баҫҡыстары күсәгилешле динамик хәрәкәттә асылыуы менән уңышлы. Граждандар һуғышы осорондағы панорамалы эпизодтар: Көсөк ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Күбәләк-Тиләү волосы ҡоролтайы, Аҡтүбә – Ҡантүбә яуы, Варшава, Румыния, Маньчжурия фронттары, Мәскәү — Өфө тарафтары, һуңғыһы — Лефорт төрмәһе — уҡыусының күҙ алдында һәр саҡ легендар комбриг Муса Мортазин торор.

Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” повесында Муса Мортазиндың бөйөк тә, трагик та образы менән Лефорт төрмәһендә йөҙгә-йөҙ осрашабыҙ.
“... Комбриг Мортазин үҙенең артынса Лефорт төрмәһенең шомло ишеге шалтыр-шолтор итеп ябылғас ҡына, бөгөнгө таңдың аяуһыҙ ваҡиғалары төш түгел, ә ҡот осҡос хәҡиҡәт икәнлегенә төшөндө. Ваҡиға бөгөн — 1937 йылдың 31 майында, иҫ китмәле матур иртәлә, үҙенең көтөлмәгәнлеге һәм дәһшәтлеге менән аяҙ көндә күкрәгән йәшендәй уға ябырылды...” Быларҙы тыныс уҡыу мөмкин түгел.
Яҙыусы геройҙың упҡынға осоуын, билдәһеҙлеккә атлауын, уның ғаиләһе менән һуңғы тапҡыр хушлашыуын драматик көсөргәнештә күрһәтергә өлгәшә.

Заманында Муса Мортазиндың яратып башҡарыр йыры “Таштуғай” һәм оҙон көйлө халыҡ йырҙары була. Йырҙың трагик йөкмәткеһе, әйтерһең дә, яның яҙмышына ялғана.

( “Ғабдрахман” халыҡ йырының көйөн ҡурайҙа 6б класс уҡыусыһы Хажиев Айназ башҡара ) Йыр тыңлау.

Афарин, Айназ. Рәхмәт һиңә. Уңыштар юлдаш булһын!


“Муса Мортазин” энциклопедияһында әҫәрҙәрҙең геройы бар бөйөклөгөндә үҙенең художестволы сиселешен тапҡан. Беҙҙең күңелдәрҙә ҡыйыу яугир Мусаның йәшендәй балҡып китеүе бөтмәҫ уйҙар ҡалдырыр, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары ла уятыр.

Слайд 8,9. Шулай, легендар ҡаһарман комбриг Муса Мортазиндың исеме тыуған яҡҡа ҡайтты. Ул бөгөн әҙәбиәттә ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу командир, оҫта комбриг, һәм үҙ яғын, илен һөйгән, уның киләсәге өсөн ғүмерен аямаған ир- батыр булып һүрәтләнеп кенә ҡалмай, ысынында иһә халыҡ йөрәгендә, уның хәтерендә йәшәй.

Ошо турала беҙгә Көсөк ауылының Муса Мортазин исемендәге музей етәксеһе Әлиә Алик ҡыҙы Ғатауллина һөйләр. Рәхим итегеҙ сәхнәгә, Әлиә Алик ҡыҙы.


Музей етәксеһенә ҙур рәхмәт. Ижади уңыштар теләйбеҙ!

Йыр булып, моң булып ҡайтты яҡташыбыҙ тыуған еренә. “Ағинәйҙәр ” халыҡ ижады ансамбле етәксеһе Ғарипова Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы менән ҡаһарман, легендар батырыбыҙға арнап бик күп эштәр башҡарҙылар.

Хәҙер һүҙҙе “Ағинәйҙәр ” халыҡ ижады ансамбле етәксеһе Ғарипова Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙына бирәбеҙ.

Рәхим итегеҙ сәхнәгә, Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.

Рәхмәт сығышығыҙ өсөн!


Легендар ҡаһарман, яҡташыбыҙ Муса Мортазин образы бөгөн китаптарға яҙыла, сәхнә әҫәрҙәрендә йәшәй. Сәхнәлә Рәүф Вәли улы Шаһиев ижад иткән әҫәрҙән өҙөк ҡарағыҙ. Гимназияның өлгөлө балалар “Бөҙрәкәй” театры сығыш яһай. Етәксеһе Хәкимова Г.А.



Афарин, тибеҙ “Бөҙрәкәй” театрына! Ижади уңыштар һеҙгә киләсәктә!


Хәҙер һүҙҙе район-ҡала методик берекмәһенең эшен йомғаҡлау өсөн һүҙҙе мәғәриф бүлеге методисы З.Ғ. Шәрәфүтдиноваға бирәбеҙ.

Йомғаҡлау өсөн һүҙ гимназия директоры Исламова Гөлшат Марсель ҡыҙына бирелә.


(Сығыш аҙағында “Атайсал” фәнни-ғәмәли конференцияһының баҫмаһын бүләк итеү.


А.Б. Бына күркәм сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә барығыҙға ла шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.  Беҙ ошондай  матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ  кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп хушлашабыҙ. Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын.




7



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!