СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок башкирской литературы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: Алла Докучаева «Көсөк»

Маҡсат:

- хикәйәнең идея- тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү

- хайуандарға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам, миһырбанлыҡ сифаттары тәрбиәләү

- уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, үҙ фекерҙәрен дәлилләй алыу һәләттәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләһе булдырыу

Көтөлгән һөҙәмтәләр:

Шәхси: ыңғай әҙәп- әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү

Предмет: шиғырҙың исемен һәм авторын белеү, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, шиғырҙың темаһын һәм төп фекерен асыҡлау, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү

Метапредмет:

- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра белеү, телдән яуап биреү

- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу

- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙбаһалау

Дәрес барышы.

I.Психологик комфорт тыуҙырыу.

1.Шиғриәт минуты.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

2.Тел төҙәткестәр.

Һы- һы- һы- бигерәк матур арбаһы,

Ңө- ңө- ңө- ана айыуҙың өңө,

Ңы- ңы- ңы- өңө уның өр- яңы,

Нә- нә- нә- айыу беҙгә күренә,

Уа- уа-уа- хуш еҫ бөркә яҙын һауа,

Ға- ға- ға- ҡарға килгән ҡарарға.

-Афарин, уҡыусылар! Һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?Күрһәтегеҙ әле кәйефегеҙҙе.( йылмаялар )Ошо күтәренке кәйеф менән дәресте дауам итәйек.

II.Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.

-Бөгөн дәрестә ни эшләйәсәкбеҙ?( уҡыусыларҙың яуаптары )

1.Мәҡәлдәр.Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу.

Өй эштәрен тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.

Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн.

- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, эшкә өйрәнергә кәрәкме?

- Ни өсөн?( уҡыусыларҙың яуаптары )

- Афарин!

- Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? ( уҡыусыларҙың яуаптары).

III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1.Дәфтәргә теманы яҙыу. - Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны, айҙы яҙып ҡуйығыҙ һәм дәреслегегеҙҙең 76- сы битен асып,бөгөнгө уҡыясаҡ шиғырҙың исемен яҙығыҙ.

2.Картина буйынса әңгәмә.

- Һүрәттә нимә төшөрөлгән?(уҡыусыларҙың яуаптары)

3.Картина буйынса көсөк тураһында бәләкәй генә хикәйә төҙөү( телдән).

4.Уҡыусыларҙың төҙөгән хикәйәләрен тыңлау һәм бер-береһенең хикәйәһен үҙҙәренең баһалауы.

-Ни өсөн шиғыр Көсөк тип атала? ( уҡыусыларҙың яуаптары).

-һеҙҙең көсөгөгөҙ бармы?

- Һеҙ көсөктө нисек ҡарайһығыҙ? Афарин, уҡыусылар!

IV.Ял минуты.

V.Шиғырҙы беренсе ҡат уҡып сығыу.

VI.Һүҙлек эше.

VII.Шиғырҙы уҡыусылар уҡый.

VIII.Шиғыр буйынса әңгәмә.

- Шиғыр оҡшанымы?

- Нимәһе менән оҡшаны?

- Шиғырҙы уҡығас, һеҙҙәниндәй күренештәр күҙ алдығыҙға килеп баҫты?

- Шиғыр кем исеменән һөйләнелә?

Дәрескә рефлексив анализ.

-Дәрестә ниндәй шиғыр уҡыныҡ ?

- Дәрес оҡшанымы?

- Дәрестә нимә белдең?

XI.Баһалау.

XII.Өйгә эш. 77- се бит.А.Докучаеваның ши шиғырын тасуири уҡырға.

09.02.2018 20:51


Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!