СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока по башкирскому языку

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по башкирскому языку»


Башҡорт дәүләт теленән дәрес планы. 8 – се класс.


Мостафина Зилә Рауил ҡыҙы.

Дәрестең темаһы: Интернет селтәре.Ымлыҡ.


Дәрестең маҡсаты:

  1. интернет менән дөрөҫ ҡулланыу сараларын билдәләп китеү; башҡорт телендәге “ымлыҡтар”ҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен нығытыу ;

  2. уҡыу һәм яҙыу һәләтлектәрен үҫтереү; уҡыусыларҙың тема буйынса һүҙлек запасын байытыу;

  3. һаулыҡ һаҡлау ҡағиҙәләрен үҙләштереү.


Йыһазландырыу: дәреслек, эш дәфтәре,проектор, ноутбук, сайттар.


Дәрес этаптары:

  1. Актуалләштереү. Дәрескә ҡарата ыңғай мотивация булдырыу.

? 1.Ойоштороу. Сәләмләү.

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу.

  2. - Уҡыусылар, әйтегеҙ әле: - Бөгөн көн ниндәй? Ә йылдың ниндәй миҙгеле? Көҙ миҙгеленә ниндәй һауа торошо хас?- Һеҙҙең яратҡан миҙгелегеҙ ниндәй?

Бөгөнгө дата?

  1. Өйгә эште тикшереү.

-Уҡыусылар, һеҙгә өйҙә « 1.Матбуғат. 2.Башҡортостан яңылыҡтары ” темаһына киҫәксәләр ҡулланып һөйләмдәр төҙөп килергә ине.. Әйҙәгеҙ һеҙҙең эштәрегеҙ менән танышайыҡ. (Уҡыусыларҙың бер – нисәһе һөйләмдәрен уҡып ишеттерә. )


  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Өйгә эштәрегеҙҙе эшләгәндә һеҙгә нимә ярҙам итте.

Интернет селтәренән ниндәй мәғлүмәттәр алырға була?( Уҡыусыларҙың яуаптары).

Уҡытыусы: Эйе, бөгөнгө көндә иң актуаль мәғлүмәт алыу сығанағы- интернет селтәре. Бөгөнгө беҙҙең темабыҙ “Интернет селтәре”.

“.


  1. Яңы материалды өйрәнеү, уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Уҡытыусы: Интернет селтәре тураһында беҙҙең дәреслектә бик ҡыҙыҡлы ғына текст бирелгән, шул текст менән танышайыҡ.

1)Текст өҫтөндә эш.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, текст менән танышыр алда яңы һүҙҙәр менән танышып китәйек.


  1. Һүҙлек эше.

Үҙенсәлекле донъя- своебразный мир

Сәйәхәт итәләр – путешествуют

Файҙалы- полезный

Мәғлүмәт эҙләгәндә- при поиски информации

Ярҙамсы – помощник

Мөмкинлектәр- возможности

Мөһим – важный

Дәреслектәге һүҙлек эше.

Аралашалар- общаются

Бәйләнгәнлек-зависимость

Көнөндә үк-в этот же день

Көндәлек эш- повседневная работа

Аныҡ-ясный

Әрәм итеү-тратить

Һайыға мелеет,становится мелким.

2.Уҡытыусының тексты ҡысҡырып ,аңлайышлы уҡыуы.

Тект менән танышҡандан һуң текст буйынса һорауҙарға яуап алыу.


3 ) Һорауҙарға яуап биреү.

1) Интернет ярҙамында кешеләр ни эшләй?

2) Һуңғы ваҡытта кешеләр Интернет тураһында ниндәй һорау бирәләр?

3) Башҡортостан тураһында тарихи сайттар бармы?

4).Башҡортса шрифттарҙы, программаларҙы ниндәй сайттарҙа табырға була?


4)Түбәндәге һөйләмдәр дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме?

1) Интернетта почта, китапхана, фотогалерея, уйындар, магазиндар бар.

2)“Интернет файҙалымы әллә зарарлымы“ һорауына аныҡ яуап юҡ.

3).Интернетта саф башҡортса эшләгән сайттар юҡ.

4)Tugantel.ru?Tel.bashgort.com? Dicto.org.ru сайттары – фотоальбомдар сайттары.

(Уҡыусылар һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерә).


  1. Грамматик тема менән танышыу.

  2. –Уҡыусылар, экранға иғтибар итегеҙ әле. Ангелина, һөйләмдәрҙе уҡып ишеттер әле.

Экранда: Саша компьютер алдында ултыра.

Ураа ! Миңә яңы телефон алдылар.

  • Был һөйләмдәр нимәһе менән айырыла?

  • Эйе, дөрөҫ.Дәреслектәге ҡағиҙәне уҡып китәйек. (Бер уҡыусы ҡағиҙәне уҡып ишеттерә).

Физкультминут. Ымлыҡтарҙы сағыштырыу таблицаһы (рус,башҡорт, инглиз телдәрендәге ымлыҡтарҙы хор менән уҡыу.( дәреслектәге 8-се күнегеү).

  1. Белемде нығытыу, яңы белемде практикала ҡулланыу.

.

1). – Уҡыусылар, эш дәфтәрендә,40-сы бит, 1-се күнегеүҙе эшләп китәйек. Шартын Рамин уҡып ишеттер әле..

- Һүҙҙәрҙе тәржемә ит, ымлыҡтар өҫтәп һөйләмдәр төҙө.

Һүҙҙәр: китапхана, бәйлелек, тормош, байый,үҙгәрә, барлыҡҡа килә.

  • Әйҙәгеҙ, бирелгән һүҙҙәрҙе һүҙлекте ҡулланып тәржемә итәйек.

(Уҡыусылар һөйләмдәр төҙөй, уңышлыларын таҡтала һәм дәфтәрҙә яҙабыҙ.).

2).Эш дәфтәрендәге 2-се күнегеүҙе эшләү. Һуңғы өс һөйләмде тәржемә итергә.Ымлыҡтарҙың аҙтына һыҙырға.

3).Диалогты тәржемә ит. Парлы эш. Диалог экранға ҡуйыла. Телдән тәржемә итергә ике минут ваҡыт бирелә. Һәр парға берәр һөйләм тәржемә итергә.

Таҡтала терәк һүҙҙәр.

Алып килергә – принести

Бирелде, бирелмәне- не задавали

Танышып сыҡтым- познакомился



-Сәләм Саша, хәйерле көн!

- Һаумы Алмаз !.

- Ҡара әле, Саша, беҙгә башҡорт теле дәресенән өйгә эшкә “Минең шәжәрәм” тигән темаға мәғлүмәт алып килергә ҡуштылар.Һеҙгә лә шундай тема бирелмәнеме?

- Ә беҙгә ИКБ нан элек биргәндәр ине.

- Мин иң тәүҙә интернеттан “шәжәрә” сайтына кереп төрлө эштәр менән танышып сыҡтым. Интернет бик файҙалы бит ул!

- Ә Беҙгә уҡытыусы өләсәй, олатайҙарығыҙҙан һорап үҙегеҙҙең ғаилә тарихын яҙығыҙ тигән ине.

- Эйе шул, был да идея! Мин дә ауылға ҡайтҡанда олатайымдан мәғлүмәт алып киләйем әле.

- Ярай Алмаз, һау бул.!

- Һау бул Саша.

3).Төркөмдә эшләү.

Интернеттың файҙалы һәм зыянлы яҡтарын асыҡлау.

(Беренсе төркөм интернеттың файҙалы яҡтары тураһында, икенсе төркөм-зыяны тураһында яуап төҙөй).

2) Өҫтәлмә эш.«Lerringapps “ сайтында күнегеү эшләү.

Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Ниндәй яңы һүҙҙәр белдегеҙ?

VII. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.


VIII.Өйгә эш..

  • Һүҙлек һүҙҙәрен һәм ымлыҡтарҙы ҡулланып биш һөйләм яҙ.

  • Итернет- дуҫмы әллә дошманмы “ тигән темаға презентация әҙерлә


.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!