СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока по башкирскому языку

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по башкирскому языку»

Тема: Фекерләү ҡеүәһен һәм телмәр үҫтереү.

Дәрестең маҡсаты:

-белем биреү маҡсаты - уҡыусыларҙың исем темаһы буйынса белемдәрен системаға һалыу һәм нығытыу;

-үҫтереүсе маҡсат - уҡыусыларҙың дөрөҫ, аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

-тәрбиәүи маҡсат - тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Бурыстар: 

I. Предмет һөҙөмтәләр.

1. Уҡыусыларҙың исем темаһы буйынса белемдәрен системалаштырыу һәм нығытыу.

2. Дөрөҫ, аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3. Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

II. Метапредмет һөҙөмтәләр .  

  1. Уҡыусыларҙың маҡсатка үҙ аллы ирешеү юлдарын планлаштыра алырға, танып белеү мәсьәләләрен сисеүҙең уңышлы юлдарын һайлап ала белергә өйрәтеү;

  2. Белем алыу маҡсаттарын, бурыҫтарҙы дөрөҫ, аныҡ билдәләй белергә өйрәтеү, үҙ танып белеү мотивтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү;

  3. Информацион-коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу өлкәһендәге оҫталыҡтарын арттырыу;

Предмет-ара бәйләнеш - тыуған татар теле һәм әҙәбиәте, русс теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәтте өйрәнеү дәресе.

Аудитория : 2-3 – сө класс уҡыусылары. Класс ике төркөмгә бүленә.


Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, интерактив таҡта, төркөмдәр өсөн карточкалар, смайликтар.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле.

Хәйерле көн , уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, башҡорт телендән класс сәғәтен яраткан шиғырыбыҙ менән башлап ебәрәйек.

(1-се слайд)Минең илемдәЙылғалар, күлдәр

Матур баҡсалар,

Хуш еҫле гөлдәр.

Минең илемдә

Сиҡһеҙ урмандар,

Алтын-көмөшлө

Бик күп тауҙар.

(Х.Кәрим)

1) уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;

2) хор менән уҡыу.

2. Төп өлөш.

- Нәрсә һуң ул тыуған яҡ? Ни өсөн ул һәр кешегә кәрәк, ҡәҙерле? Уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙ тураһында беләһеғеҙме? Өлкөндө, Дыуан районы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Беҙҙәң яҡтың табиғәте ниндәй? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Фото һүрәттәр ҡарау.) Тыуған яҡты, табиғәтте яратыу – ул үҙе бер һәләт.


  1. «Тиҙәйткес әйт» уйыны.

(уҡытыусы һәр төркөмгә тиҙәйткес яҙылған карточкалар тарата. Уларҙы ятлау өсөн балаларға 1-2 минут ваҡыт бирелә. Артабан һәр төркөмдән бер кеше ҡысҡырып уҡый, хор менән сайдтан ҡабатлайҙар. Ҡайһы төркөм уны тиһерәк, хатаһыҙ һәм дикция менән ҡабатлай – шул еңә.) Еңеүселәргә жетон биреп барыла.


(2-се слайд) Тиҙәйткестәр.


1-се төркөмгә. Ҡарҙа ла ҡап-ҡаралар,

Ҡырҙа ла ҡап-ҡаралар,

Ҡарҡылдаша, ҡарҡылдаша,

Аптырашып ҡарайҙар.


2-се төркөмгә. Беҙ уйнайбыҙ бөгөн, булып

Ҡыңғырау, ҡыңғырау,

Беҙҙең тауыш алыҫтарға

Яңғырай, яңғырай.

  1. (3-сө слайд) Тәржемә илт

1-се төркөмгә 2-се төркөмгә

зима - лето

весна - осень

год - месяц

утро - день

днём - вечер

сутки - время


(һүҙҙәрһең тәржемәһен сығып яҙырға. Ҡайһы төркөм уны тиҙерәк, хатаһыҙ яҙа – шул еңә.)

Хор менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ илтеп уҡыу, ҡабатлау.


  1. (4-се слайд. Ҡыш миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән) Хаталарҙы тап

  1. Һүҙҙәрҙе һүрәттәргә тура килтереп күсереп куйарға. Һәр төркөмгә икешәр һүрәт.

  2. Был йылдың ниндәй миҙгеле?

  3. Ошо һүҙҙәр менән телдән икешәрһөйләм төҙөргә.

  4. Кем? һорауы ниндәй һүҙҙәргә бирелә?

  5. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәргә ниндәй һорау куйыла?


  1. (5-се слайд. Ҡөҙ миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән) Һүҙҙәрҙе төркөмләргә бүл.Ағас, болот, ямғыр, ҡарлы, япраҡ, йеүеш, ҡойола, һоро, бейектә, һары, яуа, ҡыҙыл.


  1. (6-сы слайд. Йәй миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән)Һүрәттәргә тейешле һорау ҡуй.

1-се төркөмгә Кем? һорауына яауап биргән һүҙҙәрҙе яшел төҫлө түгәрәккә ал.

2-се төркөмгә Нимә? һорауына яауап биргән һүҙҙәрҙе күк төҫлө түгәрәккә ал.

(Пәрдәне төшөрөп тикшереү.

Кем? –ҡыҙ, бейеүсе, туп тибеүсе.

Нимә? – күҙлек, сәскә, ҡояш. )


  1. (7-се слайд.Яҙмиҙгеленә һүрәт төшөрөлгән. Һыу аҡҡан тауыш ишетелә. )

Ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?

(Һәр төркөмгә карточкалар таратыла. Унда хикәйәнең башы яҙылған. Төркөмдәр хикәйәнең дауамын уйлай. Әҙерлек өсөн 5 минут ваҡыт бирелә. Хикәйәне уҡып ишеттереү.)


«Йәкшәмбе көн мин ата-әсйем менән урамға саф һауа һуларға сыҡтым. ... »


  1. (8-се слайд.) “Анаграммалар” уйыны

1- се төркөмгә - ыҡғңрыуа, кәйәһл, аптра, тарыб;

2 - се төркөмгә - йәсә, йамла, ғилма, пткаи.


  1. Һүҙҙәрҙе яҙ (1) ҡыңғырау, малай,китап, батыр;

2) әсәй, парта, ғалим, һәйкәл)

  1. Ике төркөмгә бүл.

(Пәрдәне төшөрөп тикшереү.

Кем? – әсәй, ғалим, малай, батыр.

Нимә? – ҡыңғырау, парта, китап, һәйкәл.)


  1. Йомғаҡлау.

Бөгөн беҙ ижади һәләт һәм фекрләү ҡеүәһен, телмәр үҫтереү өҫтөндә эш башланыҡ. Эш артабан да дауам итәсәк. Сөнки бөгөн йәмғиәтҡә ҡыйыу. Ижади һәм инициативалы кешеләр кәрәк.

(9-сы слайд.) Дәресте йомғаҡлап смайликтар куйыу.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!