СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк”

Нажмите, чтобы узнать подробности

“Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғыр кеүек тәбиғәт стихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, эстетик-мәҙәни ҡараштарын күрһәтеп тороусы билдә лә ул.

Мин үҙем Борай ҡыҙы.Шуға ла минең һеҙгә төньяҡ –көнбайыш башҡорт ҡатын ҡыҙҙары кейемен тәҡдим иткем килә.

Беҙҙең яҡта ҡатын ҡыҙҙар француз яулыҡ, бөркәнсек ябынған, яулыҡ аҫтынан бәләкәй ҡалпаҡ йөрөткән. Уны мамыктан теккәндәр. Байыраҡтар бәрхәттән тегелгән, аҡыҡ, көмөш тәңкәләр, ҡорт баш менән биҙәлгән ҡалпаҡтар кейгән.

Халҡыбыҙ борон туҡыманы тәбиғи буяуҙар менән буяған. Кейемдәр башлыса ҡыҙыл, һары, йәшел,һирәгерәк зәңгәр төҫлө туҡыманан тегелгән.

Ошо күлдәк минең өләсәйемдең һандығында һаҡланған күлдәк өлгөһөндә тегелгән. Был бәләкәй генә ултырма яғалы өҫ кейеме. Иҙеүе алдан асылмалы. Уны йәш ҡатындар бала имеҙеү өсөн, өлкәндәр ҡаптырырға йәтеш булһын өсөн шулай ҡуйған. Ең төбө алыштырып ҡуйып булһын өсөн айырым тегелгән. Итәк осо ла шул уҡ маҡсат менән икенсе туҡыма менән йөҙләнгән. Күлдәктең артҡы һәм алғы өҫкө өлөшө лә ике ҡатлы итеп тегелгән.

Боронғо кешеләрҙең тормошонда биҙәктәргә ҙур әһәмиәт бирелгән. Улар кешене яуыз көстәрҙән һәм күҙҙәрҙән һаҡлаған. Милли кейемдә яға, түш киҫелеше, итәктең һәм еңдең осо биҙәлгән.

Милли кейемдә кешенең ғаилә хәленә бәйле элементтар ҙа бар. Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың кейеме ромб формаһындағы биҙәктәргә бай булған. Минең күлдәктә лә ромб формаһындағы биҙәктәр бар.

Өләсәйҙәребеҙ күлдәктәренең итәге алдан ҡыҫҡараҡ, артҡы өлөшө оҙыныраҡ итеп тегелгән.

Камзолдарға килгәндә, был еңһеҙ кейемдең алғы өлөшө тура төшә, ә артҡы өлөшө арҡаға һылашып ҡына төшә лә, бил тирәһендә киңәйә, бының өсөн махсус рәүештә ҡабырға йөйөн арҡаға сығарыбыраҡ тегәләр. Иң ҡыҙығы, ошондай бесеү принцибы тарихи кейем өлгөләрендә, атап әйткәндә, XVII-XVIII быуаттарҙа француздарҙың жустокорптарында осрай. Француз кафтаны камзул өсөн өлгө була аламы, юҡмы, был мәсьәлә асыҡ ҡала, әммә 1812 йылдағы һуғышта Парижғаса еткән ата-бабаларыбыҙ уларҙы трофей итеп алып ҡайтмаған тип булмай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә биҙәүестәр сағыу урын алып тора. Өләсәйҙәребеҙ муйынса, һырға, хәситә, дәүәт тип аталған түш биҙәүестәре, муйынға ҡаптырмалар, сәстәренә сулпы таҡҡандар. Уларҙың көмөштән эшләнгәндәренә өҫтөнлөк биргәндәр. Көмөш тәңкәләр ҡатын ҡыҙҙың килеүен белдереп, алдан уҡ үҙенсәлекле тауыш сығарып тора. Уларҙың да маҡсаты алама көстәрҙән һаҡлау.

Аяҡ кейемдәре лә бик оҫта, уңай, ыҡсым һәм зауыҡ менән тегелгән. Минең аяҡта - СИТЕКТӘР – йомшаҡ күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ итектәр.

Мин был әйбеҙәрҙе кластан тыш сараларҙа, үҙем “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының әғҙаһы булараҡ ҡорҙарға кейеп йөрөйөм, ауылда булған концерттарҙа, фольклор күренештәрен сәхнәгә ҡуйғанда, ҡайһы берҙә дәрестә милли кейем тураһында һөйләнелһә, дәрескә лә кейеп инәм.

5-6 февралдә районыбыҙҙа булып үткән беҙҙең төбәк башҡорттарының кейеменә арналған “Милли биҙәк ” тип аталған семинарында “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгенә Баймурзина милли кейемдәргә бәйле бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ керетте.

Ер шарының күп илдәрендә халыҡтар, заманса бер иш кейемен сисеп, байрамдарға булһа ла, милли кейем кейә. Бының менән улар үҙ тамырҙарына яҡыная, асылына ҡайта. Беҙ ҙә шулай итәйек. Һабантуйҙарҙа, ғаилә байрамдарында кейәйек. Байрам әйберендә генә түгел, көндәлек кейемдә лә миллилеккә ынтылайыҡ. Сөнки милли кейем милли рухты тергеҙә, тип уйлайым. Быйылғы конкурстың бер этабы итеп милли кейемгә иғтибар биргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

Июль айында беҙҙең район фольклориада ҡыҫаларында бик күп ҡунаҡ көтә. Һеҙҙе лә ошо байрамға ысын күңелемдән саҡырып ҡалам.

02.05.2021 12:17


Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!