СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Проверочная работа по башкирскому языку по теме "Глагол" для учащихся 7 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тест по башкирскому языку по теме "Глагол" для учащихся 7 класса

Просмотр содержимого документа
«Проверочная работа по башкирскому языку по теме "Глагол" для учащихся 7 класса»

Башҡорт (дәүләт ) теленән тест һорауҙары 7 класс

1. Ҡылым нимәне белдерә? а) предметты; б) билдәне; в) эш – хәрәкәтте.

2. Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә? а) кем? нимә? б) ни эшләй? ни эшләне? ни эшләйәсәк? в) ниндәй? ҡайһы? ҡасанғы? ҡайҙағы?

3. Ҡылымдарҙы табығыҙ: а) мәктәп, алма, өҫтәл, китап; б) матур, бәләкәй, насар, яҡшы; в) ҡыҙына, яһай, һыҙа, биҙәй; г) был, улар, беҙ, ошо, шул.

4. Дөрөҫ һөйләмде табығыҙ: а) Уҡый Марат мәктәптә. б) Уҡыусылар китапханаға барҙылар. в) Яҙа Зилә шиғыр г) Төшөрә һүрәт Айһылыу.

5. Зат менән дөрөҫ үҙгәрмәгән ҡылымды табығыҙ: а) мин бейейбеҙ; б) һин бейейһең; в) ул бейейһегеҙ.

6. Хаталы ялғаулы ҡылымды табығыҙ: а) килмәйем; б) ҡарайҙар; в) эшләмәйһың; г) беләһегеҙ.

7. Зат менән дөрөҫ үҙгәрмәгән ҡылымды табығыҙ: а) беҙ йырлайбыҙ; б) һеҙ йырлайһың; в) ул тыңлай.

8. Ҡайһы ҡылым зат менән дөрөҫ үҙгәргән: а) мин уйнайһың; б) һин һөйләй; в) ул тыңлай.

9. Ҡылымдың нисә заманы бар? а) 2; б) 4; в) 5; г) 3.

10. Гөлнур ҡалаға барасаҡ. Һөйләмдә ҡылымды табып, уның заманын билдәләгеҙ а) хәҙерге заман; б) үткән заман; в) киләсәк заман.

11. Ҡылым һөйкәлештәре. Дөрөҫ түгел яуапты табығыҙ: а) бойороҡ; б) хәбәр; в) шарт; г) төшөм; д) теләк.

12. Телефон шылтырыһа – ал, һөйләш. Билдәләнгән ҡылымдың һөйкәлеше ниндәй? а) хәбәр; б) бойороҡ; в) теләк; г) шарт.

13. Беренсе затта һәм берлектә торған ҡылымды күрһәтегеҙ: а) уҡыйҙар; б) һөйләйбеҙ; в) әйтмәйем; г) яҙҙығыҙ.

14. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымын табығыҙ: а) Уҡыусылар концерт ҡуйҙылар. б) Асҡан – япһын, йыртҡан – ямаһын (мәҡәл). в) Йондоҙҙар йыш күренһә – һалҡын булыр (һынамыш). г) Минең бәлеш ашағым килә.

15. Урманда Ҡыҫҡағойроҡ исемле ҡуян балаһы йәшәгән (А. Йәғәфәрова). Һөйләмдә ҡылымды табып, уның заманын билдәләгеҙ: а) киләсәк заман; б) хәҙерге заман; в) үткән заман.

16. Беҙҙең ҡунаҡҡа барғыбыҙ килә. Һөйләмдә ҡылым ниндәй һөйкәлештә тора: а) шарт; б) хәбәр; в) теләк; г) бойороҡ.

17. Өсөнсө затта һәм күплектә торған ҡылымды күрһәтегеҙ: а) яҙам; б) киләһең; в) уҡыйбыҙ; г) ҡарайҙар.

18. Улар киноға барҙылар. Һөйләмдә ҡылым ниндәй һөйкәлештә тора? а) теләк; б) шарт; в) хәбәр; г) бойороҡ.

19. Тыуған ер. Һинең турала күпме йыр йырланған, күпме маҡтау һүҙе әйтелгән (Ә. Вахитов). Һөйләмдә ҡылымды табып, уның заманын билдәләгеҙ: а) хәҙерге; б) үткән; в) киләсәк.

20. Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр (һынамыш). Билдәләнгән ҡылымдың һөйкәлеше ниндәй? а) бойороҡ; б) хәбәр; в) шарт; г) теләк.

21. Бирелгән ҡылымдарҙы зат менән үҙгәртегеҙ: ҡарай, һоҡлана, аса








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!