СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Инша "Уҡытыусы-гүзәл исем"

Нажмите, чтобы узнать подробности

   Башҡортостан мәғариф министрлығы

 

        

 

            “Уҡытыусы-ниндәй гүзәл исем!”  

           (“Республикама дан йырлайым “иншалар конкурсына)

 

 

                                                                 

Просмотр содержимого документа
«Инша "Уҡытыусы-гүзәл исем"»

Башҡортостан мәғариф министрлығы



Уҡытыусы-ниндәй гүзәл исем!”

(“Республикама дан йырлайым “иншалар конкурсына)



Байым ауылы урта мәктәбенең

5-се класс уҡыусыһы Әхмәтйәнов

Нуршаттың конкурс иншаһы.

Етәксеһе:Абдрафиҡова

Әлфиә Бәхтиәр ҡыҙы.







Байым-2023




Һин уҡытыусым,шундай наҙлап, ҡараның күҙҙәремә...

М.Кәрим

Уҡытыусы һөнәре-бөйөк һөнәр ул. Әле бер хәреф тә,һан да танымаған баланы белем иленә алып бара.Уҡырға ла,яҙырға ла,һанарға ла өйрәтеп ҡалмай,уны тәрбиәле,аҡыллы булырға ла өйрәтә.Дөрөҫөн әйткәндә, кеше итә.

Уҡытыусы-ул дуҫың да,

Һиңә кәңәш биреүсе лә .

Кескәй генә дуҫтарына

Дөрөҫ юл күрһәтеүсе лә.

(Нуршат Әхмәтйәнов)

Ә бит бының өсөн уҡытыусыға белемле булырға,уҡыусыны өйрәтә белергә лә кәрәк бит.Ә уның араһында балалар менән дөрөҫ һөйләшә,аңлаша,аңлата белергә лә кәрәк.

Энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң,

Уҡытыусы эше,хеҙмәте.

Әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел

Күнеленә йыйған ҡөҙрәтен-тигән шағир ҙа.

Минең башланғыс класта уҡытҡан уҡытыусым- Зилә Иштимер ҡыҙы Толонгужина ,тап ана шундай уҡытыусы тип әйтә алам.Ул беҙҙе төплө белем алырға,уҡырға,яҙырға,һанарга ғына өйрәтеп ҡалманы,ә тәрбиәле ,белемле булырға ла өйрәтте.

“А”-нан Я-ға ҡәҙәр генә түгел,

Серен сисә бөтә доньянын

Үлсәүҙәргә һалып төшөндөрә,

Күләмдәргә бирә ҡалғанын.

(Г.Ниғмәтуллина)


Укытыусы ул-бөтә һөнәр эйәләрен дә булдырыусы.Сөнки һәр кеше,хатта президент та, тәү белемгә уҡытыусынан өйрәнгән.Эш тип янған яҡшы уҡытыусы булыу өсөн махсус белем алыу ғына етмәй,ә һәләт тәбиғәттән бирелергә тейеш.Беҙҙең мәктәптә лә бик һәләтле,тырыш уҡытыусылар күп.Шуға күрә мәктәбебеҙ ҙә,гел алдынғылар рәтендә.Мин шундай мәктәптә уҡығаным өсөн бик ҡыуанам.

Шулай уҡ,мәктәбеҙҙә оҙак йылдар балалар уҡытып,үҙ эшенең оҫтаһы булып киткән уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар.Уларға мин, әсәйемдең апайы Фәридә инәй Йосопованы индерер инем .

Ул инде күпме йылдар мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә .Унын уҡыусылары олимпиадаларҙа призлы урындар ҙа яулайҙар.

Шулай уҡ быйылғы уҡытыусылар йылында мәктәбеҙҙә ветеран уҡытыусылар дәрестәр ойошторҙо.Ул көндә минең хаҡлы ялдағы өләсәйем-Венера Мәһәҙей ҡыҙы ла килде. Ветеран уҡытыусыларҙың бик йөкмәткеле дәрестәре күнелдәрҙә якты уйҙар ҡалдырҙы,уҡытыусы булыу бик кәрәкле һөнәр булыуын беҙгә күрһәтте һәм күптәребеҙҙә ошо һөнәргә һөйөү уятты.Мин былай ҙа был һөнәр менән бәләкәйҙән танышмын,сөнки минен әсәйем Айгөл Фәрит ҡыҙы ла,инәйем Гөлнара,апайым Гөлсара Фәрит ҡыҙҙары уҡытыусы һөнәрен яратып башҡаралар. Ә ветеран уҡытыусы- өләсәйем Венера Мәһәҙей ҡыҙы инде хаклы ялда.Ғөмүмән ,әле уҡытмаһалар ҙа,өләсәйемден улы Фәнис ағайым да ,Айгүзәл апайым да укытыусы һөнәре буйынса махсус белем алғандар.Беҙҙең ҙур ғаиләнән генә ана күпме уҡытыусы сыҡҡан!Өләсәйемдең биш балаһы ла уҡытыусы һөнәренә уҡып-белем алған!Шуға күрә,беҙҙең ғаиләне уҡытыусылар династияһы тип әйтергә була.

Эйе,уҡытыусы һөнәре бик кәрәкле һәм изге һөнәр.Бәлки мин дә киләсәктә,әсәйем,өләсәйемдең юлдарын дауам итеп,уҡытыусы булып китермен.Тик бының өсөн яҡшы итеп уҡырға ла уҡырға кәрәк.

Уҡытыусы!Ниндәй матур һөнәр,

Бар белгәнен нурҙай тарата.

Кеше балаларын кеше итә.

Һөйөү наҙы менән йылыта..

(Г.Ниғмәтуллина)


Әхмәтйәнов Нуршат Фәхрисламович. 5-се класс уҡыусыһы.



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!