СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок 5 класс. Изложение «Юлбарыҫ менән төлкө».

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Урок 5 класс. Изложение «Юлбарыҫ менән төлкө».»



5 класс.

Тема: изложение «Юлбарыҫ менән төлкө».

Маҡсат: уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу күнекмәләрен үҫтереү, баһалау.

Йыһаҙландырыу: диктанттар һәм изложениялар йыйынтылығы.



Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

2. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.

4. Дәфтәргә көндө, текстың темаһын ( йыйынтыҡтың23-сө бите, “Юлбарыҫ менән төлкө”), изложение һүҙен яҙыу.

5. Һүҙлек эшен башҡарыу: урман төпкөлө, шырлыҡ, тәрән йырын, йығыр, һоҡланыу, ҡолап төшөү, юлбарыҫ ( Бик ҙур йыртҡыс йәнлек. Ул бесәй һымаҡтар төркөменә ҡарай. Ул йәнлектәр менән туҡлана), төлкө ( һәйләкәр хайыуан). 6. Тексты тәүге ҡат укыу. Юлбарыҫ менән төлкө. Бер ваҡыт төлкө урман төкөлөгендәге шырлыҡҡа барып ингән, ти. Ҡараһа, ҡаршыһына юлбарыҫ килә икән. Төлкө ҡурҡыуынан ҡаса башлай. Юлбарыҫ уның артынан баҫтыра. Бына-бына тота яҙып, етеп килә, ти. Уларҙың юлын тәрән йырын бүлә. Төлкө туҡтай ҙа сеңләп илай башлай. Юлбарыҫ аптырап ҡала. – Ни эшләп илайһың, төлкө? - Эй, һеҙҙе күрҙем дә атайығыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бик йылғыр ине. Ҙур-ҙур йырындарҙы ла һикереп сыға ине. Уф, башҡа бер ваҡытта ла ундай йылғырлыҡҡа һоҡлана алмам инде !.. Донъяһын онота юлбарыҫ: төлкө алдында үҙенең йылғыр булыуын күрһәтеп, шул тиклем маҡтанғыһы килә. Йырын аша һикерә, ләкин икенсе яҡҡа етә алмай, аҫҡа ҡолап төшә. – Шулай булырын белдем дә!.. Атайығыҙға етергә һеҙҙең хәлегеҙҙән киләме һуң?.. – тигән дә хәйәкәр төлкө үҙ юлы менән китеп барған, ти.

7. Тексты нисек аңлағандарын тикшереү.

8. Текстың йокмәткеһе өҫтөндә эшләү ( һорауҙар таҡтаға яҙылған була).

1) Төлкөгә юлбарыҫ ҡасан тап була?

2) Төлкө ниңә илай?

3) Юлбарыҫ төлкө алдында нисек маҡтанырға уйлай?

4) Юлбарыҫ нимә эшләй?

5) Төлкө нимә ти?

9. Һорауҙар буйынса йөкмәткене һөйләү.

10. Тексты ҡабатлап уҡыу.

11. Тексты дәфтәрҙәргә яҙыу.

12. Дәресте йомғаҡлау. Дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.



Литература: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”. Уфа “ Китап” 2009й.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!