СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“ Урал батыр “ эпосы буйынса брейн –ринг .

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт әҙәбиәте дәресе .

9 –сы синыф .

Дәреслек авторҙары : Тикеев Д . С . Ғафаров Б . Б.

Тема : “ Урал батыр “ эпосы буйынса брейн –ринг .

Маҡсат : 1 . Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “ Урал батыр “ эпосының  йөкмәткеһен тәрәнерәк үҙләштереү .

2 . Халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу , ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү .

3. Уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү .

Йыһазландырыу : эпос буйынса уҡыусылар эшләгән иллюстрациялар ,

ҡара йәшник , алма , ҡыҙыл һәм күк йондоҙсоҡтар .

Дәрес барышы :

- Уҡытыусының инеш һүҙе .

Уҡыусылар , беҙ башҡорт халҡының мәшһүр  “ Урал батыр “ эпосы менән танышыуҙы тамамланыҡ . Бөгөн йомғаҡлау дәресе . Был дәрес ябай ғына булмаҫ , дәрес – ярыш йәки брейн –ринг тип аталыр ул . Ике команда  зирәклектә , тапҡырлыҡта  көс һынашыр . 

-Ҡурай моңо яңғырай . 2 алып барыусы сығып баҫа .

1-се алып барыусы : Хәйерле көн , ҡәҙерле уҡыусылар ! “ Урал батыр “ эпосы буйынса үткәреләсәк брейн –рингҡа рәхим итегеҙ !

2-се алып барыусы : Иң тәүҙә халҡыбыҙҙың ғорурлығы , бөйөк ҡомартҡыбыҙ – “ Урал батыр “ эпосы тураһында бер кәлимә һүҙ .

“ Урал батыр “ эпосын башҡорт фольклористикаһына нигеҙ һалыусы Мөхәммәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике ҡурайсынан яҙып алған .Тәүге тапҡыр 1956 йылда күп томлыҡ                  “ Башҡорт халыҡ ижады “ серияһында баҫыла .

1-се алып барыусы : 1975 йылда Мәскәүҙә 200 томлыҡ “ Бөтөн донъя әҙәбиәте китапханаһы “ серияһында  “ Урал батыр “ эпосы рус телендә донъя күрә .

2-се алып барыусы : Һуңғы йылдарҙа эпос словак , төрөк , инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты .Был күренеш башҡорт эпосының донъя әҙәбиәтенә инерлек әҫәр булыуын раҫланы .   

 1-се алып барыусы : Донъя мифологияһы фәнендә был эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур . Ғөмүмән , “ Урал батыр “ эпосы фәнни яҡтан тикшереүселәр өсөн сере бөтмәҫ тылсымлы ҡоҙоҡ .Уны өйрәнеү әле башланып ҡына тора .

2-се алып барыусы : Урал батыр шундай изге йән булған – яуыз заттарҙан халыҡты ҡотҡарып , тере һыуҙы иң элек тәбиғәткә һибеп , ерҙә тереклек ҡалдырған . Хәҙерге заманда беҙҙең телебеҙ , йолаларыбыҙ , ғөрөф – ғәҙәттәребеҙ юғала барғанда , маңҡортлоҡ көсәйгәндә , Урал батыр беҙгә тағы ла ярҙамға килә .

1-се алып барыусы : Был эпос беҙҙе тел , тәртип , әхлаҡ , үҙеңде тотоу , ижад йәһәтенән дә һәр яҡлап тәрбиәләй . Әҙәп ҡағиҙәләре һалынған   “ Урал батыр “ эпосы – хәҙерге эскелек , наркомания , енәйәтселек , әҙәпһеҙлек күренештәре баҫып барған заманда беҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтеп торған маяҡ ул . Ул беҙҙе шулай һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа , изгелеккә , халҡыбыҙға мәңге тоғро булырға өйрәтеп торһон !

2 –се алып барыусы : Бөгөн зирәклек ҡылысы һәм тапҡырлыҡ һөңгөһө менән ҡоралланған 2 команда көс һынаша . Әйҙәгеҙ , уларҙы ҡаршы алайыҡ !

- Музыка яңғырай . Командалар сығып баҫа .

1 –се алып барыусы :  Тапҡырҙар һәм зирәктәр

                                          Башлайҙар ярышырға .

                                          Һәр ике яҡ бер –беренән

                                          Теләмәй ҡалышырға !

2-се алып барыусы : Уйынды башлайбыҙ ! Һүҙ командаларға бирелә , үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ !

( Командалар исеме , девизы менән таныштыра )

1-се алып барыусы : Ярыштың тәртибе менән таныштырып үтәм . Командалар һорауҙарҙы иғтибар менән тыңлай һәм яуап бирә . Дөрөҫ һәм тулы яуаптар өсөн ҡыҙыл йондоҙ , тулы яуап булмаһа – күк йондоҙ бирелә . Башланыҡ !

1-се һорау . Йәнбирҙе менән Йәнбикә ни өсөн кеше аяғы баҫмаған ергә килгәндәр ?

2-се һорау : Эпоста ниндәй фантастик образдар бар ?

3-сө һорау : Донъяла мәңге ҡалыр , күккә лә осор , һыуға ла батмаҫ , утҡа ла янмаҫ , телдән дә төшмәҫ нимә ул ?   

4-се һорау : Кем тураһында һүҙ бара : ҡабан сусҡа елкәле , филдәй йыуан балтырлы , имәнес йыуан ҡорһаҡлы ?

5-се һорау : Ҡәһҡәһә кем ул ? Урал батыр ни өсөн был батшалыҡты ҡыйрата ?

6-сы һорау : Был һүҙҙәрҙе кем әйтә :

                                 Мине бүлеп ашап та

                                 Сәйнәп – сәйнәп йотоп та .

                                 Барыбер аш булмамын ,

                                 Һис аш булып һеңмәмен .

                                 Йәншишмәнән һыу алып ,

                                 Әсәм тәнем йыуҙырған …

7-се һорау : ( Музыка аҫтына ҡара ҡумта сығарыла . ) Был ҡумтала Ҡатил батшаның ҡыҙы Уралды кейәү итеп һайлағас бирелгән бүләге ята . Нимә ул ? ( алма )

8-се һорау : Тылсымлы таяҡтың ниндәй көсө бар ?

9-сы һорау : Самрау батша илендәге йолаларҙы һөйләгеҙ .

10-сы һорау : Урал батырҙың улдарын һанағыҙ .

11 –се һорау : Ҡатил батшалығындағы ҡурҡыныс йолалар тураһында һөйләгеҙ  .

12 –се һорау : Башҡорттарҙа аҡҡош – изге ҡош булып иҫәпләнә . Ни өсөн ? Эпос быны нисек аңлата ?

13-сө һорау :  Урал батыр Йәншишмә һыуын бөрккәс , тәбиғәт менән булған үҙгәрештәрҙе тасуирлап бирегеҙ .

14 –се һорау : Ямантау ҡайҙан барлыҡҡа килгән ? Был тау ысынлап та бармы ? Ҡайҙа урынлашҡан ?

15-се һорау : Һаҡмар батырҙың ата-әсәһе кем була ?

16-сы һорау : Урал тауы нисек барлыҡҡа килгән ?

17 –се эш : Урал батырҙы данлап шиғыр яҙырға .

- Уйын тамамлана . Йондоҙҙар һаны буйынса еңеүсе команда билдәләнә .

1-се алып барыусы : Уйыныбыҙҙың аҙағына ла еттек . Көсөргәнешле ярышта ….. команда еңеүсе тип табылды . Улар үҙҙәрен тапҡыр ҙа , зирәк тә , сәсән телле лә , ҡыйыу ҙа итеп күрһәтте . Афарин !

2-се алып барыусы :  Ярыш булғас , еңелеүсе лә була . Бөгөн беренсе була алмағанға үтә ныҡ көйөнмәгеҙ , дуҫтар . Икенсе ярышта еңергә тырышырһығыҙ !

1-се алып барыусы : Тере булһын бар тереклек ,

                                       Имен булһын булғаны .

                                       Рух хазинаң тула торһон ,

                                       Кәмемәһен тулғаны !    

Ошо изге теләктәрҙе  теләп , беҙ һеҙҙең менән хушлашабыҙ .                          Һау булығыҙ !  

Просмотр содержимого документа
«“ Урал батыр “ эпосы буйынса брейн –ринг .»

Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!