СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тексты детских песен на башкирском языке.

Категория: Музыка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тексты 11-и  популярных детских песен на башкирском языке.

Просмотр содержимого документа
«Тексты детских песен на башкирском языке.»


Гимназиям


Киләсәкте уйлап юлға сыҡтыҡ,

Изгелекле таңдар оҙатһын.

Асҡыстарын беҙгә һин бирәһең

Ғилем тигән аҫыл йоҙаҡтың.


Гимназиям - белем усағы,

Йәйеп тора гелән ҡосағын.


Ғилем тауҙарына үрләй барһаҡ,

Алдыбыҙҙа офоҡ яҡтыраҡ.

Мәктәбебеҙ һинең уңыштарың

Тыуған илем йәмен арттыра.


Гимназиям - белем усағы,

Йәйеп тора гелән ҡосағын.


Йәшәтеүсе ерҙә башҡорт рухын,

Башҡортостан – ғәзиз еребеҙ

Мәктәбеҙ көмөш ҡыңғырауы-

Онотмабыҙ мәңге һине беҙ.


Гимназиям - белем усағы,

Йәйеп тора гелән ҡосағын.





Әсәйемдең ҡосағы


Мең-мең йондоҙ, мең-мең ҡояш

Әсәйем ҡосағында.

Күпме нур һәм йылылыҡ бар

Әсәйем усағында.

Әсәйемдең ҡосағы –

Изгелектәр усағы,

Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,

Ярат, ярат, һин, тағы.


Меңләгән ҡайғы-хәсрәтте

Юғалта белә әсәй,

Изге, яҡты теләктәрҙе

Көнгә мең тапҡыр теләй.

Әсәйемден ҡосағы –

Изгелектәр усағы,

Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,

Ярат, ярат, һин,тағы.


Әсәйемдең ҡосағында

Ап-аҡ гөлдәр үҫкәндәр,

Аҡ күңеле билдәләре

Сәстәренә күскәндәр.

Әсәйемдең ҡосағы –

Изгелектәр усағы,

Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,

Ярат, ярат, һин, тағы.



Башкортостан- ил генәм

(А.Игебаев һүҙ., Г.Ишҡыуатова көйө)


  1. Сабый саҡтан күкрәгемә
    Тамыр йәйгән гөл генәм.
    Һулыш биргән, тормош биргән
    Әсәйемдәй бер генәм.

    Ҡушымта:
    Башҡортостан – ил генәм,
    Ил генәм, ил генәм,
    Гөлдәр менән тиң генәм.
    Тамыр йәйгән гөл генәм,
    Гөл генәм, гөл генәм,
    Башҡортостан – ил генәм.

    2. Һулар һауам, йәнгә дауам,
    Сыуаҡ, матур көн генәм.
    Күңелдәргә йәйғор һуҙған
    Йор һәм сәсән тел генәм.
    Ҡушымта:

    3. Күп милләтле дәүләтем һин,
    Тиңдәр менән тиң генәм.
    Ғүмер иткән, донъя көткән,
    Йән ереккән ер генәм!
    Ҡушымта:





Бәхет өсөн


Ил эсендә гел тыныслыҡ булһа,

Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын,

Туғандарың иҫән-имен булһа,

Йылы булһа ғаилә усағы.


Ҡушымта:

Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә

Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?

Теүәл булһын өсөн был донъялар,

Булһын өсөн донъя түңәрәк?


Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән

Тәмле икмәк еҫе уятһа,

Кисен өләсәйҙең йомшаҡ теле

Әкиәттәр һөйләп ойотһа.

Ҡушымта:


Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан,

Әсәй наҙлап сәстән һыйпаһа,

Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар

Йорт эсенә генә һыймаһа.

Ҡушымта:




Белһәң ине!

Белһәң ине!

Белһәң ине!

Белһәң ине

Ағастарҙы кем ултыртҡан урманда?

Урманда?

Белһәң ине!

Белһәң ине!

Эйе! Нимә?

Эйе! Нимә?

Тип һыҙғыра ҡышҡы һыуыҡ бурандар.


Белгем килә!

Белгем килә!

Белгем килә мин бөтәһен.

Шуға күп китаптар мин уҡыйым,

Миңә белем өҫтәлһен.

Шуға күп уйҙар ми(и)н уйлайым,

Ҡыҙыҡһынам да һорайым,

Шуға мин мәктәптә уҡыйым,

Уҡытыусым өйрәтһен.





Я знать хочу!

Я знать хочу!

Я знать хочу!

Я знать хочу!

Кто придумал, чтоб менялись ночь идень?

Ночь и день?

А почему?

А почему?

Ну почему?

Ну почему?

Когда есть солнце на земле бывает свет?

Я знать хочу!

Я знать хочу!

Я знать хочу на свете всё!

И что б найти ответ быстрее всех

Буду книги я читать!

Мне интересно всё на свете знать,

Не устаю я спрашивать!

И я бегу к своим учителям,

Обо всём хочу я знать!


Белһәң ине!

Белһәң ине!

Белһәң ине!

Белһәң ине!

Болоттарҙы кем ҡыуалай һауала?

Һауала?

Белһәң ине!

Белһәң ине!

Ә ямғырын,

Ә ямғырын

Яуҙырғанда болот ҡайҙан һыу ала?

Я знать хочу!

Я знать хочу!

Я знать хочу на свете всё!

И что б найти ответ быстрее всех

Буду книги я читать!



Эй, каникул, каникул!


Шат балалар тауышынан

Мәктәптәр тынып ҡалған.

Хатта мәктәп ҡыңғырауы

Йәйге ялға туҡтаған.


Эй, каникул, каникул -

Беҙ яратҡан мәл бит ул.

Эй, каникул, каникул,

Күңелле бул, оҙон бул!


Ял итә уҡытыусылар,

Ял итә уҡыусылар.

Йәйге каникулдай йәмле

Тағы ниндәй ваҡыт бар.




Шаян йыр

1.Сәскәләрҙән сәскәләргә

Күбәләктәр осалар.

Күбәләктәрҙән дә матур

Шаян ҡыҙҙар, малайҙар.

Ҡушымта:

Турғайҙар оса пыр-пыр

Бесәй иркәләй мыр-мыр

Беҙ йырлайбыҙ, беҙ уйнайбыҙ

Бейейбеҙ тыпыр-тыпыр.

2. Йүгерәләр, һикерәләр

Һис кенә тик тормайҙар

Алсаҡ йөҙлө, шат күңелле

Шаян ҡыҙҙар малайҙар


Уралҡай


Ер – һыуымды иңләп-буйлап

Аҫыл йыр айҡай,

Ул аҫыл йыр һинең хаҡта

Ғәзиз Уралҡай.

Уралҡайым- йәншишмәм һин,

Һүнмәҫ таң нурым.

Һин бар саҡта һис өҙөлмәҫ

Тормош тамырым.


Ут сағылды сыңғыратып

Уйнай ҡурайҡай

Ул моңло йыр һинең хаҡта

Ғәзиз Уралҡай.

Уралҡайым – йәншишмәм һин,

Тыуған төйәгем.

Һин ҡабыҙған мөхәббәттән

Йәшнәй йөрәгем.


Исемеңде үҙ телемдә

Ҡоштар һамаҡлай.

Ул гүзәл йыр һинең хаҡта

Ғәзиз Уралҡай.

Уралҡайым- йәншишмәм һин,

Ап-аҡ намыҫым,

Һин мәңге йырлап туймаҫлыҡ

Моңло һағышым.




Өс таған


Мәктәптә өслө билдәһе

Бер кемгә лә оҡшамай.

Ә йәйге матур көндәрҙә

Өсәү булмай ярамай.


Ҡуш-та:

Булмаһаҡ та өс туған,

Беҙ ныҡлы бер өс таған.

Өс таяныс, өс терәк,

Ялҡынлы берҙәм йөрәк.


Тағандың өс тармағы ла

Белгәндәй тигеҙ була.

Өс йөрәк бергә типкәндә

Дуҫлыҡҡа нигеҙ була.


Аҡ бурандар уйнаһа ла,

Бер-беребеҙҙе табырбыҙ.

Утты-һыуҙы бергә кисеп,

Дуҫтар булып ҡалырбыҙ.



Ерҙән һалдат атлай 
Тыуған ерҙе һаҡлай. 
Ерҙә яңғ(ы)рай һалдат йырҙары 
Сит ерҙе ятһынып, 
Ҡошсоҡтай талпынып, 
Тыуған яҡҡа ҡайта уйҙары.

 
Ҡушымта: 
Һайт-два, һайт-два,
 
Уңға-һулға ҡарама!
 
Һайт-два, һайт-два,
 
Ҡара турыға ғына!
 


Үткән йылдар шаңы, 
Атайҙарҙың даны 
Ҡалған унда, Днепр ярында. 
Һин ғорурһың, илем, 
Ышаныслы сигең 
Шундай алдаттарың барында.



Сәскәләр


Мин яратам сәскәләр,

Шуға күрә өҙмәйем.

Һоҡланып та, уйланып та

Ситтән генә күҙләйем.


Эй, сәскәләр, сәскәләр,

Донъяға нур сәсәләр.

Һеҙгә, беҙгә һис йәлләмәй

Матурлыҡ өләшәләр.


Сәскәләр хуш еҫен бөркә

Болондарҙа, урманда.

Баҡсалар ҙа йәмлерәк шул

Гөл-сәскәләр булғанда.





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!