СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Стихотворения для физминуток на уроках башкирского языка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Стихотворения для физминуток на уроках башкирского языка»

Стихотворения для физкультурных минуток.

1. Ҡулдарҙы йәйҙек, ( ҡулдарҙы йәйергә)

Самолет булдыҡ.

Ҡулдар йөрөнө, ( ҡулдарҙы әйләндерергә)

Вертолет булдыҡ.

Ҡулдарҙы йыйҙыҡ, ( устарҙы бер- береһенә ҡуйырға)

Беҙ балыҡ будыҡ.

Һуңынан остоҡ ( ҡул суҡтары менән “ осоу” хәрәкәте яһарға)

Күгәрсен булып.

2. Бейеү хәрәкәттәре эшләп, шиғыр юлдарын әйтергә.

Таянабыҙ бөйөргә,

Тотонабыҙ бейергә,

Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,

Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

Улай итә башлайыҡ,

Былай итә башлайыҡ.

Ял итеүҙе тамамлап,

Инде уҡый ( яҙа) башлайыҡ.

3. Зилә барҙы, барҙы ла.

Аҡ бәшмәк тапты,

Бер бәшмә, ике бәшмәк, өс бәшмәк

Кәрзинәгә ул һалды.

4. Бер эйелә, бер бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә ге дә.

5. Аяҡҡайҙар тыпырлай-

Топ-топ-топ,

Ҡулдарыбыҙ сәпәкләй-

Сәп-сәп-сәп

Биттәребеҙ аллана,

Биткә массаж яһаһаҡ.

Күҙҙәребеҙ ялтырай,

Тупылдашып һикерһәк.

6. Уң ҡуда ла биш бармаҡ

Һул ҡулда ла биш бармаҡ.

Ике ҡулды бергә ҡушһаҡ

Була беҙҙең ун бармаҡ.

Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты,

Ете, һигеҙ, туғыҙ,ун.

7. Ел иҫә беҙҙең биткә,

Ағастарҙы һелкетә.

Ел бөтә, бөтә, бөтә

Ағастар бейек үҫә.

8. Бармаҡтар менән “ ҡурай уйнау” хәрәкәттәре яһарға.

Мин ҡурайҙы яратам.

Ҡулдарымды уйнатам.

Бармаҡтарым уйнайҙар,

Улар һис тә талмайҙар.

9. Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ

Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.

Хәҙер беҙ ял итәбеҙ

Һәм тағын да яҙабыҙ.

10. Бер, ике, өс,( ҡулдарҙы алға, өҫкә, ситкә йөрөтәләр)

Беҙҙә бөтә көс ( ҡулдарҙы бөгәләр)

Уҡыйбыҙ, яҙабыҙ,

5-ҙе беҙ алабыҙ.( сәпекәйләйҙәр)

11. Урында атларға.

Бер, ике- тура баҫып

Атлайыҡ бергә- бергә!

Бер, ике- ҡояш, һауа

Дуҫ булһын һәр саҡ беҙгә! ( А. Йәғәфәрова)

12. Бер, ике- унға борол!

( ҡулдар бөйөрҙә, уңға- һулға боролорға)

Бер, ике- һул яҡҡа!

Бер, ике- ҡулдарыңды

( эйелеп,ҡулдарҙы аяҡ остарына тейҙерергә)

Тейҙереп ал аяҡҡа!

Бер, ике- эйеләйек!

( ҡулдарҙы билгә ҡуйып, алға эйелергә)

Бер, ике- үҫәйек!

( ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, аяҡ осона баҫырға)

Бер, ике- теҙелешеп

Түңәрәктәп үтәйек! ( А. Йәғәфәрова).

13. Ошолай уяна сәскә

Йылы яҙғы иртәлә.

Ян яғына ҡаранып

Үрелә ул ҡояшҡа.

14. Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейеп алалар,

Шулай ерҙе ҡаҙалар,

Шулай ырғый балалар,

Шунан шым ғына ултырып,

Тағы белем алалар,

Уҡыйҙар һәм яҙалар.

15. Беҙ, беҙ, беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә,



Ҡул- ҡанатты ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Билдән артҡа бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ,

Тәрән һулыш алабыҙ,

Ултырабыҙ шым ғына

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

16. Мин атлайым, һин атлайһың:

Бер, ике,өс!

Беҙ атлайбыҙ, беҙ : йырлайбыҙ

Беҙ күңелле йәшәйбеҙ.

17. Бер-ике- ҡулды күтәр,

Өс- дүрт- яйлап төшөр,

Биш- алты- һикереп ал,

Ете- һигеҙ- ултыр төҙ.

18. Ҡулдарҙы алга һуҙҙыҡ,

Эйелдек, ергә тейҙек.

Ҡулдарҙы өҫкә һуҙҙыҡ,

Аяҡ осона баҫтыҡ.

Беҙ әҙ генә ял алдыҡ та

Урындарға ултырҙыҡ.





Литература: -М.И. Багаутдинова, Г.Н. Ягафарова “ Весёлые минутка” Уфа “ Китап” 2010.

-Методическое руководство к учебнику “ Алифба” Кижагильдина В.Р. Уфа “Китап” 2009.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!