Просмотр содержимого документа
«Стихотворение собственного сочинения»
Кем ғәйепле?
Ил алдында изге бурыс үтәп,
Һәләк булды аҫыл егеттәр.
Әсәләрҙең күҙ йәштәре өсөн,
Бөгөн ғәйеплене кем эҙләр?
Кем ғәйепле?
Борсой ошо һорау
Сәсенә сал төшкән әсәне.
Дуҫ-туғандарына кем ҡайтарыр?
Улар ҡайнар йәшкә сәсәне.
Ғәзиз балам, бәлки, ҡайтыр тип,
Көтә әсә улын һағынып.
Йәне тынғы тапмай, куҙ ҡарашын
Тәҙрәһенә төбәй зарығып.
Ятып ҡалды Афған илдәрендә
Йәп-йәш кенә, аҫыл егеттәр.
Ғазаплы куҙ йәшен купме түкте
Тыуған ерҙә ҡалған һөйгән йәрҙәр.
Аяҙ торһон бөгөн кугебеҙ,
Тыныс, имен йәшә илгенәм.
Һәләк булған батырҙарҙы данлап
Йырлайыҡ беҙ бөтә ил менән!
Зиннәтуллина Лилиә, 10 класс