СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Синтаксис темаһы буйынса контроль тест

Нажмите, чтобы узнать подробности

​​​​​​

Просмотр содержимого документа
«Синтаксис темаһы буйынса контроль тест»

  1. Һөйләмдәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнеүсе бүлек нисек атала?

А) Фонетика; Б) Һүҙьяһалыш; В) Синтаксис.

2. Бер-береһенә мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бәйләнгән ике йәки унан күберәк һүҙҙәр нисек атала?

А) Һөйләм; Б) Һөйләмдең баш киҫәктәре; В) Һүҙбәйләнеш.

3. Тамамланған уй-фекерҙе аңлатҡан тел берәмеге:

А) Һөйләм; Б) Һөйләмдең баш киҫәктәре; В) Һүҙбәйләнеш.

4. Һүҙбәйләнештәрҙең үҙ-ара нисә бәйләнеү төрө бар?

А) Өс; Б) Дүрт; В) Биш.

5. Һүҙбәйләнештәрҙең ниндәй бәйләнеү төрө тик эйәлек килеш менән яһала?

А) Йәнәшәлек; Б) Һөйкәлеү; В) Башҡарылыу.

6. Тик эйә менән хәбәр араһында ғына яһалған бәйләнеү юлы нисек атала?

А) Йәнәшәлек; Б) Башҡарылыу; В) Ярашыу.

7. Һүҙбәйләнештәр ниндәй төрҙәргә бүленәләр:

А) Теҙмә һәм эйәртеүле; Б) Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ; В) Ҡушма һәм ябай.

8. Атай һәм әсәй һүҙбәйләнеше ниндәй төргә ҡарай:

А) Теҙмә; Б) Теркәүесле; В) Ябай.

9. Бер составлы һөйләмде билдәләгеҙ:

А) Яҙ етте. Б) Яҙ миҙгелен яратам. В) Ул –фәрештә.

10. Ике составлы һөйләм тип ниндәй һөйләмгә әйтәләр:

А) Ике ябай һөйләмдән торған; Б) Эйәһе лә, хәбәре лә булған; В) Йә эйәһе, йә хәбәре булған.

11. Ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән торған һөйләм нисек атала?

А) Ике составлы; Б) Ҡушма; В) Йыйнаҡ.

12. Эйә менән хәбәрҙән башҡа эйәрсән киҫәктәре булған һөйләм нисек атала?

А) Тарҡау; Б) Йыйнаҡ; В) Кәм.

13. Мин бөгөн уҡырға киттем, ә һеңлем каникулға сыҡҡан. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:

А) Эйәртеүле ҡушма һөйләм; Б) Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм; В) Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм.

14. Мин ҡайттым. Был ниндәй һөйләм?

А) Тулы; Б) Йыйнаҡ; В) Тарҡау.

15. Яҙ. Һөйләм ниндәй төргә ҡарай?

А) Атама; Б) Эйәһеҙ; В) Билдәле эйәһеҙ һөйләм.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Похожие файлы

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!