СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Памятник Салавату Юлаеву. Имя прилагательное. "

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Памятник Салавату Юлаеву. Имя прилагательное. "»

Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле дәресенең технологик картаһы.

Класс: 5

Дәрестең темаһы: Салауат Юлаев һәйкәле. Сифат.

Дәрестең маҡсаты:

 - башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле тураһында белешмә биреү;

-   башҡорт теленә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу; Сифат - һүҙ төркөмөн ҡабатлау.

-   башҡорт теле дәресе аша башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, проектор, карточкалар, һүрәттәр, Салауат Юлаевтың шиғырҙар китабы, С. Юлаевҡа арналған китаптар, таҡта, аҡбур.

 

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. (1 слад)

1.Сәләмләү. « Һаумы ҡояш».

2. Артикуляцон күнегеү.

Уа-уа-уа – хуш еҫ бөркә яҙын һауа,

Уы-уы-уы – татлы шул шишмә һыуы.

Уа-уа-уа – үҙе инде бер дауа,

Уы-уы-уы – ялан буйлап атлауы.


Ҙа-ҙа-ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ҙы-ҙы-ҙы – ҡаҙҙар йылғаға барҙы.

Ҙә-ҙә-ҙә – рәхәтләнеп эй йөҙә,

Ҙы-ҙы-ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.



II.               Өй эшен тикшереү.

Уҡыусылар, һеҙгә өй эше итеп Салауат Юлаевтың “Уралым” шиғырын тасури уҡырға бирелгәйне. (3 уҡыусынан тасури уҡытыу)


III.           Төп өлөш. (2 слайд)

Яңы теманы аңлатыу.

Слайдта һеҙ нимә күрәһегеҙ?

Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында беләсәкбеҙ? - "Салауат Юлаев һәйкәле тураһында.

3 слайд.Әйҙәгеҙ але әйтеп ҡарағыҙ Салауат Юлаев һәйкәле ниндәй ул?

Бейек-

Ҙур-

Матур-

Ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙ төркөмдәре нисек атала?

(4 слайд) Сифат ( Имя прилагательное (Дайте определение имя прилагательным) - самостоятельная часть речи, обозначающая признак предмета и отвечающая на вопросы «какой?», «какая?», «какое?», «какие?», «чей?» и так далее. В русском языке прилагательные изменяются по родам, падежам и числам, могут иметь краткую форму.

Беҙ бөгөн дәрестә тағы ла нимә тураһында беләсәкбеҙ? Сифат һүҙ төркөмө тураһында.

Тимәк дәрестең темаһы нисек була?


Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө теманы яҙып ҡуяйыҡ. 5 слайд


Утыҙынсы ноябрь.
Салауат Юлаев һәйкәле. Сифат.


IV. Китап буйынса эш.

Уҡыусылар, китабығыҙҙың 76-сы битен асығыҙ, 22 – се күнегеүҙе башҡарайыҡ.

Иң тәүҙә һүҙлек эше башҡарып китәйек.

Һүҙлек эше..


Ниндәй? (Какой? Какая? Какое?)

Бейек- высокий (-ая, -ое)

Ҙур- большой (-ая, -ое)

Ауыр- тяжелый (-ая,-ое)

Яҡшы- лучший(-ая,-ое)


Һәйкәл тураһында һөйләшеү

Башҡорт халҡының милли батыры С. Юлаевҡа Ағиҙел йылғаһының текә ярына ҡуйылған һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Ул өҙәңгегә ҡаты баҫып, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып тотоп, бейек ҡаяла ярһыу атты буйһондорған батыр. Йөҙөндә ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө сағыла. Ҡамсы тотҡан уң ҡулы көрәшкә саҡырыу билдәһе булып юғарыға күтәрелгән.

Был скульптураның бейеклеге туғыҙ метр ҙа һикһән сантиметр, ауырлығы – ҡырҡ тонна. Ул бронза ҡатнаштырылған суйындан Ленинград ҡалаһында ҡойолған. Тимер – бетон постаменты гранит менән һалынған. Бейеклеге – ун метр. Һәйкәлдең авторы С. Д. Тавасиевҡа 1970 йылда был эше өсөн дәүләт премияһы бирелә. Ошо әҫәр монументаль скульптура өлкәһендә иң ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләнә. һәйкәл урынлашҡан майҙанға 1994 йылда Салауат Юлаев исеме бирелә.

V. Физминут

Ҡулдарҙы күтәрҙек ,

Аҫҡа төшөрҙөк.

Ҡулдарҙы йәйҙек,

«Ҡайсы эщләнек».

Ҡулдар талдылар,

Аҫҡа төштөләр,

Урында һикерҙек,

Яҡшы тын алдыҡ,

Урындарға ултырҙыҡ.

VI. Яңы теманы нығытыу.

  1. Рус теле менән сағыштырыу эшләү. Уҡыусыларҙың үҙҙәренән һығымта эшләтеү.

Имя прилагательное (Дайте определение прилагательному) - самостоятельная часть речи, обозначающая признак предмета и отвечающая на вопросы «какой?», «какая?», «какое?», «какие?», «чей?» и так далее. В русском языке прилагательные изменяются по родам, падежам и числам, могут иметь краткую форму

Красивая книга

Матур китап

Красивый цветок

Матур сәскә

Красивое платье

Матур күлдәк



Красивому платью (В. П)

Матур күлдәккә (Төбәү к.)

Красивые платья

Матур күлдәктәр

Тимәк башҡорт телендә сифат үҙгәрмәгән һүҙ төркөмөнә ҡарай, йәғни һан, эйәлек заты , килеш менән үҙгәрмәй.

  1. Карточкалар менән эш.


а) Исемдәргә мәғәнәһе буйынса тура килгән сифаттарҙы ҡуйып яҙығыҙ. Һүҙ бәйләнештәр төҙөгөҙ.


б)Бирелгән һүҙ бәйләнештәрҙең өсәүһенән һөйләм төҙөргә.




Ҡурҡаҡ

Китап

Ҡыҙыҡлы

Ҡуян

Матур

Өй

Яҡты

Алма

Ҙур

Ҡәләм

Төҫлө

Сәскә

тәмле

Класс





VI I. Йомғаҡлау.

Тема буйынса йомғаҡлау.Рефлексия

Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ?

Дәрес оҡшанымы?

Ниндәй эште башҡарыуы ауыр булды?

Нимәне аңламанығыҙ?

Уҡытыусы һүҙе:

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, уның һәйкәле тураһында һөйләштек. Эйе, ысынлап та, С. Юлаев – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Дәрестә актив булдығыҙ, сәмләнеп эшләнегеҙ. Рәхмәт. Салауат кеүек батыр, аҡыллы, белемле булығыҙ. Тыуған илде, телебеҙҙе яратығыҙ!

Өйгә эш.

Тасури уҡырға. 24- се күнегеү.

Күсереп яҙырға, 26 – сы күнегеү.






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!