СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мифтахетдин Акмулла

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк».

 Был шиғыр юлдарын белмәгән бер генә кеше юҡтыр

 башҡорт илендә. Эйе, был Аҡмулланың алтын

 һүҙҙәре.Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең,

 заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир

 Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында

 иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй

мираҫ ҡалдырған.

        

Просмотр содержимого документа
«Мифтахетдин Акмулла»

Хал ыҡ күңелендә  ҡалған моң «Баш ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк».  Был шиғыр юлдарын белмәгән бер генә кеше юҡтыр  башҡорт илендә. Эйе, был Аҡмулланың алтын  һүҙҙәре.Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең,  заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир  Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында  иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырған.

Хал ыҡ күңелендә ҡалған моң

«Баш ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк».

Был шиғыр юлдарын белмәгән бер генә кеше юҡтыр

башҡорт илендә. Эйе, был Аҡмулланың алтын

һүҙҙәре.Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең,

заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир

Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында

иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй

мираҫ ҡалдырған.

Мифтахетдин Аҡмулла  Мифтахетдин Аҡмулла (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы) - 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле шағиры, сәсән, мәғрифәт һәм яҡтылыҡ йырсыһы. (мәғрифәт – ғәрәп теленән ингән һүҙ – аң-белем, культура)

Мифтахетдин Аҡмулла

Мифтахетдин Аҡмулла (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы) -

19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле шағиры, сәсән, мәғрифәт һәм

яҡтылыҡ йырсыһы.

(мәғрифәт – ғәрәп теленән ингән һүҙ – аң-белем, культура)

Аҡмулланың тыуған ере  Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.

Аҡмулланың тыуған ере

Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың

14 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе

Елдәр олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай

ауылында тыуған.

Аҡмулланың шәжәрәһе

Аҡмулланың шәжәрәһе

Аҡмулланың белеме  1848-1851 йылдарҙа Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс  мәҙрәсәләрендә уҡый, 1853 йылда Стәрлебаш  мәҙрәсәһенә килеп суфый шағир Шәмсетдин Зәки дәрестәрен тыңлай.

Аҡмулланың белеме

1848-1851 йылдарҙа Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс

мәҙрәсәләрендә уҡый, 1853 йылда Стәрлебаш

мәҙрәсәһенә килеп суфый шағир

Шәмсетдин Зәки дәрестәрен тыңлай.

Аҡмулланың тормошо  1854 – 1866 йылдарҙа Ырымбур, Троицк,  Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге  башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй.  Балта оҫтаһы була, балалар уҡыта.

Аҡмулланың тормошо

1854 – 1866 йылдарҙа Ырымбур, Троицк,

Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге

башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй.

Балта оҫтаһы була, балалар уҡыта.

 1867 йылда Ҡырғыҙ аймағы старшинаһы Иҫәнгилде менән һүҙгә килешә һәм Троицк төрмәһенә ябыла.Төрмәлә  « Урыным - зиндан » тигән шиғырын һәм башҡа бик күп шиғырҙар яҙа.1871 йылда Әхмәтбай Бакиров ярҙамында төрмәнән  сығарыла.Ошо уҡ йылда Ҡазанда була,  күренекле татар ғалимдары һәм шағирҙары  менән дуҫлаша.

1867 йылда Ҡырғыҙ аймағы

старшинаһы Иҫәнгилде менән һүҙгә килешә

һәм Троицк төрмәһенә ябыла.Төрмәлә

« Урыным - зиндан » тигән шиғырын һәм

башҡа бик күп шиғырҙар яҙа.1871 йылда

Әхмәтбай Бакиров ярҙамында төрмәнән

сығарыла.Ошо уҡ йылда Ҡазанда була,

күренекле татар ғалимдары һәм шағирҙары

менән дуҫлаша.

 1872–1881 йылдарҙа Кустанай, Күксәтәү, Себер ҡаҙаҡтары араһында йәшәй, балалар уҡыта, бик күп шиғырҙар яҙа. Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халҡына сәсәнлек даны тарала.

1872–1881 йылдарҙа

Кустанай, Күксәтәү,

Себер ҡаҙаҡтары

араһында йәшәй,

балалар уҡыта, бик

күп шиғырҙар яҙа.

Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халҡына сәсәнлек

даны тарала.

 1884 йылда Троицк ҡалаһында дин әһеле,  күренекле ишан Зәйнулла Рәсүлев менән таныша һәм дуҫлаша.1889 йылда дин әһеле, тарихсы Шиһабетдин Мәржәни мәрхүм булғас, « Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе » әҫәрен яҙа.  1894 йылда Өфөлә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев менән шиғри әйтеш байрамы үткәрә. Байрамда дин  әһеле Риза Фәхретдиновҡа китап итеп баҫтырыр  өсөн үҙенең ҡулъяҙмаларын тапшыра.

1884 йылда Троицк ҡалаһында дин әһеле,

күренекле ишан Зәйнулла Рәсүлев менән

таныша һәм дуҫлаша.1889 йылда дин әһеле,

тарихсы Шиһабетдин Мәржәни мәрхүм булғас,

« Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе » әҫәрен яҙа.

1894 йылда Өфөлә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев

менән шиғри әйтеш байрамы үткәрә. Байрамда дин

әһеле Риза Фәхретдиновҡа китап итеп баҫтырыр

өсөн үҙенең ҡулъяҙмаларын тапшыра.

 Был А ҡмулланың үҙ ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ. Ул Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында  һаҡлана.

Был А ҡмулланың үҙ

ҡулы менән яҙылған

ҡағыҙ. Ул Өфөлә

Тарих, тел һәм

әҙәбиәт институтында

һаҡлана.

Мифтахетдин Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы янындағы Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә һәм Миәс  ҡалаһы мосолмандар зыяратында ерләнә.

Мифтахетдин Аҡмулла 1895 йылдың

8 октябрендә Миәс ҡалаһы янындағы

Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә һәм Миәс

ҡалаһы мосолмандар зыяратында ерләнә.

Аҡмулланың ижады  1904, 1907 йылдарҙа Ҡазанда Аҡмулланың шиғырҙары тупланған китаптар сыға.  1931 йылда башҡорт ғалиме Закир Шакиров тарафынан Ҡурған өлкәһе Ғәйет ауылында ҡулъяҙма китаптан  « Башҡорттарым, уҡыу кәрәк » исемле шиғыры күсереп алына.

Аҡмулланың ижады

1904, 1907 йылдарҙа Ҡазанда

Аҡмулланың шиғырҙары

тупланған китаптар сыға.

1931 йылда башҡорт ғалиме

Закир Шакиров тарафынан Ҡурған өлкәһе

Ғәйет ауылында ҡулъяҙма китаптан

« Башҡорттарым, уҡыу кәрәк »

исемле шиғыры күсереп алына.

 Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк !  Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.  Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,  Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк !  Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,  Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.  Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,  Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр .

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк !

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк !

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,

Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,

Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр .

 Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,  Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.  Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,  Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.  Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,  Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.  Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,  Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.

Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

әйтеш – шиғыр бәйгеһе  мәрҫиә – элегия  йырау – йырсы  мәктүб – шиғри хат  ҡобайыр – маҡтау йыры, дан йыры  иртәк – эпик әйтеш  ҡисса – хикәйә, тарихи эпизод  шиҡәйәт – маҡтау шиғырҙары  хитап – халыҡҡа шиғри юлдар менән өндәшеү

әйтеш – шиғыр бәйгеһе мәрҫиә – элегия йырау – йырсы мәктүб – шиғри хат ҡобайыр – маҡтау йыры, дан йыры иртәк – эпик әйтеш ҡисса – хикәйә, тарихи эпизод шиҡәйәт – маҡтау шиғырҙары хитап – халыҡҡа шиғри юлдар менән өндәшеү

 Мифтахетдин Аҡмулланың 1904 йылда Ҡазанда  сыҡҡан китабының титул бите.

Мифтахетдин

Аҡмулланың

1904 йылда Ҡазанда

сыҡҡан китабының

титул бите.

Аҡмулланың нәсихәттәре: * * * * * Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән, Әхирәт эштәренә инан, тигән.

Аҡмулланың нәсихәттәре:

* * * * *

Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән,

Әхирәт эштәренә инан, тигән.

"Хоҙай, кисер!" - тигән менән эш бөтмәйҙер,

"Иман шарты"н өйрәнмәһә - Иван, тигән.

 * * * * * Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән, Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән. Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ, Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.  * * * * * Өсөнсө ҡиммәт нәмә - аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән. Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор, Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.  * * * * * Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән, Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр, тигән. Ятҡан ерҙән:

* * * * *

Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.

* * * * *

Өсөнсө ҡиммәт нәмә - аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

* * * * *

Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", - тигән - хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

* * * * *

 * * * * * Бишенсе ҡиммәт нәмә - әҙәп, тигән, Әҙәп тигән - мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай, Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.  * * * * * Алтынсы ҡиммәт нәмә - сабыр, тигән, Сабыр кеше моратын табыр, тигән. Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө - хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.  * * * * * Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.  * * * * *

* * * * *

Бишенсе ҡиммәт нәмә - әҙәп, тигән,

Әҙәп тигән - мөхәббәткә сәбәп, тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

* * * * * Алтынсы ҡиммәт нәмә - сабыр, тигән,

Сабыр кеше моратын табыр, тигән.

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө - хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

* * * * *

Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән,

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.

* * * * *

Аҡмулланың шиғырҙары: Дуҫлыҡ Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән насар булмаһын, Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын. Бар көнөндә дуҫ булып, тарлыҡта ташламаһын, Бер ваҡытта хәжәт булып, һәләкәттә ҡалдырмаһын. * * * * * *

Аҡмулланың шиғырҙары:

Дуҫлыҡ

Дуҫ тигәнең тыштан матур,

эстән насар булмаһын,

Донъяһы тар булһа булһын,

күкрәге тар булмаһын.

Бар көнөндә дуҫ булып,

тарлыҡта ташламаһын,

Бер ваҡытта хәжәт булып,

һәләкәттә ҡалдырмаһын.

* * * * * *

Аттың ниһен маҡтайһың? Аттың ниһен маҡтайһың – Бәйгеләрҙә сапмаған; Дөйәнең ниһен маҡтайһың – Алыҫ ергә бармаған; Әҙәмдең ниһен маҡтайһың – Яҡшы яғы ҡалмаған; Донъяның ниһен маҡтайһың – Ырыҫ-бәхет ҡунмаған...  ******

Аттың ниһен маҡтайһың?

Аттың ниһен маҡтайһың –

Бәйгеләрҙә сапмаған;

Дөйәнең ниһен маҡтайһың –

Алыҫ ергә бармаған;

Әҙәмдең ниһен маҡтайһың –

Яҡшы яғы ҡалмаған;

Донъяның ниһен маҡтайһың –

Ырыҫ-бәхет ҡунмаған...

******

 Аҡыл ...Туғай яҡшы япанда ҡыу даланан, Ҡәҙер белмәҫ тыуһа әгәр бер ананан. Наҙан менән биш көн тороу - йылға торош, Аҡылың булһа, айырылма ҡарт дананан. * * * * * *

Аҡыл

...Туғай яҡшы япанда ҡыу даланан,

Ҡәҙер белмәҫ тыуһа әгәр бер ананан.

Наҙан менән биш көн тороу - йылға торош,

Аҡылың булһа, айырылма ҡарт дананан.

* * * * * *

Яҙ Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, килде яҙ, Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ. Ян-януар йәшел үләнгә сығып, Көллө ғәләм шатланышып булды мәж.  Ерҙең өҫтө бәрхәт кеүек йылтырар,  Күктә - монар, ерҙән быуҙар борҡорар.  Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,  Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.

Яҙ

Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, килде яҙ,

Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ.

Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

Көллө ғәләм шатланышып булды мәж.

Ерҙең өҫтө бәрхәт кеүек йылтырар,

Күктә - монар, ерҙән быуҙар борҡорар.

Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,

Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.

Көҙ Йәмерәйеп күктә болоттар күсә, Һыуыҡ елдәр ер өҫтөн ялап иҫә. Йорт бөрөшөр, ҡарт ҡылысын һөйрәткән, Шығырҙаған ҡыш һулышы « ау !» тиһә. Яҙғы йәшел ерҙең төҫө уңғанын, Һыуыҡ һуғып, урмандарҙың туңғанын Күреп күңелең, эсең бошор, һарғайып, Япраҡтар төшөп ерҙә һулығанын.

Көҙ

Йәмерәйеп күктә болоттар күсә,

Һыуыҡ елдәр ер өҫтөн ялап иҫә.

Йорт бөрөшөр, ҡарт ҡылысын һөйрәткән,

Шығырҙаған ҡыш һулышы « ау !» тиһә.

Яҙғы йәшел ерҙең төҫө уңғанын,

Һыуыҡ һуғып, урмандарҙың туңғанын

Күреп күңелең, эсең бошор, һарғайып,

Япраҡтар төшөп ерҙә һулығанын.

Аҡмулланың иҫтәлегенә 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән  Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. 1981 йылда Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла  музейы асыла. « Башҡортостан» киностудияһы «Аҡмулла» тигән  документаль фильм төшөрә. Шағирҙың тыуыуына 150 йыллығын билдәләгән көндәрҙә  уның Миәстәге ҡәбере өҫтөнә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл  ҡуйыла.   2008 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия  университетына Аҡмулла исеме бирелә.

Аҡмулланың иҫтәлегенә

  • 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән

Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.

  • 1981 йылда Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла

музейы асыла.

  • « Башҡортостан» киностудияһы «Аҡмулла» тигән

документаль фильм төшөрә.

  • Шағирҙың тыуыуына 150 йыллығын билдәләгән көндәрҙә

уның Миәстәге ҡәбере өҫтөнә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл

ҡуйыла.

2008 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия

университетына Аҡмулла исеме бирелә.

Аҡмулла иҫтәлегенә  1981 йылда Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың  музейы асыла. Музейҙа 214 экспонат һаҡлана.

Аҡмулла иҫтәлегенә

1981 йылда Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың

музейы асыла.

Музейҙа 214 экспонат һаҡлана.

Музей экспонаттары: Аҡмулланың үҙ ҡулы менән яһалған ултырғысы һәм арбаһының макеты.

Музей экспонаттары: Аҡмулланың үҙ ҡулы менән яһалған ултырғысы һәм арбаһының макеты.

Музейҙың этнография мөйөшө

Музейҙың этнография мөйөшө

Йыр ул – шишмә ише, үҙ юлында  Ниндәй генә ғазап кисмәне ?!  Башҡорт йөрәгенән бәреп сыҡҡан  Аҡмулланың шиғри шишмәһе!  Тел шишмәһе илдә мәңге шиңмәҫ,  Дауылдарҙы күпме үткәрҙе.  Ынйыларҙан шағир йәдкәр ҡойҙо,  Һәйкәл итеп халҡы күтәрҙе. (Ҡәҙим Аралбай) Туҡһанбай ауылында Аҡмулла шишмәһе

Йыр ул – шишмә ише, үҙ юлында

Ниндәй генә ғазап кисмәне ?!

Башҡорт йөрәгенән бәреп сыҡҡан

Аҡмулланың шиғри шишмәһе!

Тел шишмәһе илдә мәңге шиңмәҫ,

Дауылдарҙы күпме үткәрҙе.

Ынйыларҙан шағир йәдкәр ҡойҙо,

Һәйкәл итеп халҡы күтәрҙе. (Ҡәҙим Аралбай)

Туҡһанбай ауылында Аҡмулла шишмәһе

Аҡмулла иҫтәлегенә  1989 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла  исемендәге премия булдырыла.

Аҡмулла иҫтәлегенә

1989 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән

әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла

исемендәге премия булдырыла.

 Премия лауреаттары: Рәшит Шәкүр - шағир, профессор; Әхәт Вилданов – ғалим, филология фәндәре кандидаты; Розалия Солтангәрәева – ғалимә, филология фәндәре кандидаты; Роза Сәхәүетдинова - композитор; Зөлфәт Басыров - скульптор, рәссам; Заһир Исмәғилов - композитор; Азат Мағизов - яҙыусы; Нурия Ирсаева - халыҡ артисткаһы; Хәкимйән Зарипов – яҙыусы-драматург; Яныбай Хамматов - яҙыусы. Ғәзим Шафиҡов – яҙыусы Ришат Абдуллин - рәссам

Премия лауреаттары:

  • Рәшит Шәкүр - шағир, профессор;
  • Әхәт Вилданов – ғалим, филология фәндәре кандидаты;
  • Розалия Солтангәрәева – ғалимә, филология фәндәре кандидаты;
  • Роза Сәхәүетдинова - композитор;
  • Зөлфәт Басыров - скульптор, рәссам;
  • Заһир Исмәғилов - композитор;
  • Азат Мағизов - яҙыусы;
  • Нурия Ирсаева - халыҡ артисткаһы;
  • Хәкимйән Зарипов – яҙыусы-драматург;
  • Яныбай Хамматов - яҙыусы.
  • Ғәзим Шафиҡов – яҙыусы
  • Ришат Абдуллин - рәссам
2008 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелә, һәйкәл асыла.

2008 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелә, һәйкәл асыла.

Аҡмулла образы Аҡмулланың портретын һәм скульптураһын беренсе булып рәссам Зөлфәт Басыров яҙған.

Аҡмулла образы

Аҡмулланың портретын һәм скульптураһын беренсе булып рәссам Зөлфәт Басыров яҙған.

Рәссам Ғ.Мөхәмәтшиндың һүрәттәре

Рәссам Ғ.Мөхәмәтшиндың һүрәттәре

Аҡмулла образы әҙәбиәттә  Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың « Һырдаръя » романында Аҡмулла образына ҙур урын бирелә. Драматург Наил Ғәйетбаев Аҡмулланың 170 йыллығына арнап « Аҡмулланың аҡ мөхәббәте » драмаһын яҙа.

Аҡмулла образы әҙәбиәттә

Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың « Һырдаръя » романында Аҡмулла образына ҙур урын бирелә. Драматург Наил Ғәйетбаев Аҡмулланың 170 йыллығына арнап « Аҡмулланың аҡ мөхәббәте » драмаһын яҙа.

Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә Заһир Исмәғилев « А ҡмулла » операһын яҙҙы. Наил Ғәйетбаев «Аҡмулланың аҡ төндәре»  драмаһын яҙҙы. Ғәзим Шафиҡов «Аҡмулла» исемле повесть яҙҙы. Яныбай Хамматов «Һырдарья» исемле роман яҙҙы. Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов кеүек ғалимдар  Аҡмулланың ижадын халыҡҡа еткереүгә  күп көс һалды. Розалиә Солтангәрәева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа  Туғыҙбаева Аҡмуллаға арнап шиғырҙар,  ҡобайырҙар яҙҙылар. Һуҡырҙар өсөн Аҡмулланың шиғри йыйынтығы  баҫылып сыҡты.

Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә

  • Заһир Исмәғилев « А ҡмулла » операһын яҙҙы.
  • Наил Ғәйетбаев «Аҡмулланың аҡ төндәре»

драмаһын яҙҙы.

  • Ғәзим Шафиҡов «Аҡмулла» исемле повесть яҙҙы.
  • Яныбай Хамматов «Һырдарья» исемле роман яҙҙы.
  • Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов кеүек ғалимдар

Аҡмулланың ижадын халыҡҡа еткереүгә

күп көс һалды.

  • Розалиә Солтангәрәева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа

Туғыҙбаева Аҡмуллаға арнап шиғырҙар,

ҡобайырҙар яҙҙылар.

  • Һуҡырҙар өсөн Аҡмулланың шиғри йыйынтығы

баҫылып сыҡты.

А ҡмулла Ҙур һынауҙар,ҡаршылыҡтар аша, Ғүмер һөргән илдә Аҡмулла. Тура һүҙле, олуғ сәсән, Йөҙөк ҡашы булған Аҡмулла, Йөҙөк ҡашы булған Аҡмулла. Бөйөк сәсән бар теләген Быуат аша беҙгә еткергән. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк тиеп, Аң-белемгә беҙҙе саҡырған, Яҡтылыҡҡа беҙҙе саҡырған! * * * * * *

А ҡмулла

Ҙур һынауҙар,ҡаршылыҡтар аша,

Ғүмер һөргән илдә Аҡмулла.

Тура һүҙле, олуғ сәсән,

Йөҙөк ҡашы булған Аҡмулла,

Йөҙөк ҡашы булған Аҡмулла.

Бөйөк сәсән бар теләген

Быуат аша беҙгә еткергән.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк тиеп,

Аң-белемгә беҙҙе саҡырған,

Яҡтылыҡҡа беҙҙе саҡырған!

* * * * * *

Аҡмулла   Һин донъяға рәхәт кенә  Йәшәү өсөн тыумағанһың,  Ғүмерең буйы сәйәхәттә  Янып-ярһып йырлағанһың.  Әйҙәгәнһең яҡты юлға,  Өндәгәнһең гел яҡшыға...  Тереләрҙән тере булып  Йәшәйһең һин ана шуға!  Фәүзиә Рәхимғолова

Аҡмулла

Һин донъяға рәхәт кенә

Йәшәү өсөн тыумағанһың,

Ғүмерең буйы сәйәхәттә

Янып-ярһып йырлағанһың.

Әйҙәгәнһең яҡты юлға,

Өндәгәнһең гел яҡшыға...

Тереләрҙән тере булып

Йәшәйһең һин ана шуға!

Фәүзиә Рәхимғолова


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!