СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән "Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ"йылы айҡанлы үткәрелгән сара: мультиинструменталист Зәйнетдин менән осрашыу.

Просмотр содержимого документа
«Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап»

Кисә-осрашыу.

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап!



Залда уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр.

Ҡунаҡты ҡаршылау: залда балалар "тере коридор" яһап, хор менән Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләгәндә, ҡунаҡ түргә үтә.

Уҡыусылар урындарына ултыралар.

"Тыуған ил" йырының көйө аҫтына сәхнәлә шаршау асыла һәм 6-сы класс малайҙары һәм ҡыҙҙары сәхнәлә йырлайҙар. Йырлап бөткәс:

- Беҙ - Урал батыр вариҫтары. Беҙҙең девиз:

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!» тигән һүҙҙәрҙе әйтәләр.

- Хәйерле көн!

- Добрый день!-

- 2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде.

- Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙың «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!» тигән юлдары Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде.

- Сәхнәбеҙ түренә ошо рухи ҡомартҡыбыҙҙы тулыһынса ятлаған, күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашып,призлы урындар яулаған Рәзинә Шаһморатованы саҡырабыҙ!

- Афарин, Рәзинә!

- Рухи мираҫты балаларға тапшырыуҙың тәүге юлы - ул туған телде белеү!

- Сәхнәбеҙ түренә саҡырыласаҡ малайҙарыбыҙ рус милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт телендә матур итеп шиғырҙар һөйләйҙәр!

- Ҡаршы алығыҙ, 5-се класс малайҙары:

1.

2.

3.

4.

5.

- Афарин, малайҙар!

- Был уҡыусыларға телгә ихтирам ғаиләлә һалынған! Ата-әсәләренә рәхмәт!

- Ә һин беләһеңме, гаджеттар заманында туған телгә ихтирам тәрбиәләү социаль селтәрҙәрҙә лә алып барыла.

- Социаль селтәрҙәрҙең мөмкинлектәре күп, әлбиттә!

- Беҙҙең лицей уҡыусылары ла Башҡорт телен үҫтереү буйынса социаль селтәрҙәрҙә үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды!

- Әйҙәгеҙ, бергәләп роликты ҡарайыҡ!

- Сәхнәбеҙ түренә еңеүселәрҙе һәм етәкселәре .... саҡырабыҙ! (Ғиләжев Сыңғыҙ,...)

- Рәхмәт, ҡыҙҙар, егеттәр! Һеҙҙең кеүек рухлы йәштәр булғанда, рухи мираҫтарыбыҙ юғалмаҫ!

- Беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙарыбыҙ "Һәйләнсек" проектында ла ҡатнаштылар!

- Йәнле телмәр сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән беренсе үҫмерҙәр онлайн-конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ! ( экранда проектта ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт...) Рәхмәт хаттарын тапшырыу).



-"Кескәй баланы, гөлгә һыу һипкән кеүек, тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк! "- ти миңә өләсәйем. Һәм мине һәр ваҡыт башҡорт фильмдарының премьераһына алып бара.

- Башҡорт фильмдарының күпләп төшөрөлөүе лә рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлауҙың бер юлы!

- Эйе, мин һинең менән килешәм! Фильм сәнғәте өлкәһендә үҙен танытып өлгөргән Илдар Бикҡолов - беҙҙең лицей уҡыусыһы!

- Иғтибар экранға! (фильмдан өҙөк ҡарау)

- Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы нигеҙендә төшөрөлгән "Таганок фильмында төп ролде уйнаусы Илдар Бикҡоловты сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ!

(Һорауҙарға яуаптар биреү)

- Афарин, Илдар! Мәҙәниәт һәм рухи мираҫты һаҡлауға һәм таратыуға тос өлөш индереүеңә ҙур рәхмәт!



- Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;

- Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.

( "Әйтсе, әйтсе ҡурайым" йыры.)

- Бына шундай янып торған уҡыусыларыбыҙ булғанда, мәҙәниәтебеҙ ҙә үҫер, рухи мираҫтарыбыҙ ҙа юғалмаҫ!



- Һәр кисәнең иң ҡыҙыҡлы, тос өлөшө була!

- Лицеистар сығышын күрҙек, ә хәҙер хөрмәтле ҡунағыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырырға ла ваҡытыбыҙ етте.

- Халҡыбыҙҙың серле йырын,

Күңелгә үтерлек моңон,

Ҡурай,ҡумыҙ, думбыралар,

Ҡыл-ҡубыҙҙар еткерер!

- Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухи мираҫын бәтә донъяға танытыусы билдәле сәхнә йондоҙо

- Мультиинструментсы Заһир Зәйнетдинде сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ!

- Рәхим итегеҙ!...

Ҡунаҡтың сығышынан һуң, ҡыҙҙар һәм малайҙар бергәләп “Башҡортостан” йырын башҡаралар.

Ҡунаҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереү, күмәкләшеп фотоға төшөү.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!