СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев

Нажмите, чтобы узнать подробности

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән осрашыу сценарийы 

Просмотр содержимого документа
«Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев»

Сценарий.Рауил Бикбаев

1.Уҡыусылар Р.Ғәриповтың «Туғантел» шиғырын һөйләйҙәр.(Аяҡ өҫтө баҫып).

-Йырлағылар килеп китә,

Тәҙрәләрҙе шар асһаң,

Хәйерле иртә, кешеләр!

Ап-аҡ сәскәлә баҡса,

Көн ниндәй матур башлана

Хәйерле көн, баш ҡала!

Майҙанда бейектә сәғәт

Дәүләт гимнын башҡара.



БР Дәүләт гимны яңғырай. Уҡыусылар аяҡ өҫтө баҫҡан килеш ҡушылып йырлайҙар.

1.Һаумы, тыуған илкәйем,

Һаумы, сал Уралҡайым!

Һаумыһыгыҙ, ҡунаҡтар,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!



2.Хәйерле көн, ҡыҙҙар, егеттәр!

Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтар!

Бөгөнгө рухиәт байрамында һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ!



-Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта халҡым тип янып йәшәгән, уның яҙмышы, йәшәйеше, киләсәге өсөн борсолған, халҡына яҡшылыҡтар, изгелектәр ҡылыусы, уның булмышына битараф булмаған Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты филлогия фәндәре докторы, профессор, әҙәбиәт белгесе, ғалим, оратор, трибун шағирыбыҙ Рауил Төхвәтулла улы Бикбаев һәм дә уның тормош иптәше апай......



-Шулай уҡ Башҡортостан яҙыусылары союзы идараһы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ың доценты Зәки Арслан улы Әлибаев



-Рауил Бикбаевтың шиғриәтендә һәр кемде борсоған,уйландырған,хәүефләндергән мәсьәләләр,төрлө һорауҙар асыҡтан-асыҡ һәм бик үткер итеп ҡуйыла.



-Шағирҙың һәр әҫәрендә Тыуған төйәгенә,Уралына,Башҡортостанына ҡайнар һөйөү тойғолары урғыла.

-Ҡаршы алығыҙ 8-се класс уҡыусылары .

-Р.Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана”шиғыры.



-(Музыка аҫтына)10-сы класс уҡыусыһы Ишбаев Иҙел башҡарыуында Р.Бикбаев һүҙҙәренә яҙылған “Башҡортостан” йыры.

-Башҡорт әҙәбиәтендә бер матур традиция йәшәп килә.

-Ул заманаларҙың ,йәмғиәт тормошоноң ауыр йәки хәл иткес саҡтарында халыҡҡа шиғри хат менән мөрәжәғәт итеү йолаһы.

-Салауат Юлаев ,Аҡмулла,Бабичтар башлаған традицияларҙы дауам итеп,”Башҡорттарым” тип өндәшеп,Рауил Бикбаев та "Халҡыма хат”поэмаһын яҙа.

-Ҡаршы алығыҙ 10-11-се класс уҡыусылары .

-“Халҡыма хат”поэмаһынан өҙөктәр.



-Өс йыл инде Юлдаш менән Азат икәүләшеп кенә йәшәйҙәр.Тарих тураһында хәбәр сыҡһа,икеһе лә ҡолағын ҡарпайта.

-Ҡартатаһы һөйләй,ейәне тыңлай.

-Ейән һөйләй,тыңлай ҡартатай....



(Залға ҡартатай менән ейән инәләр.)



Ҡартатай:

Ниндәй өмөт менән борғайным бит

Уңманы шул бөгөн сәфәрем.

Шәжәрәм тип һаман сабасаҡмын,

Күпме ҡалған булһа йәшәрем.

Ейән:

Иң олоһо илдең шәжәрәһе,

Шәжәрәлә - халыҡ хәтере.

Аңы барҙың ғына атыр таңы,

Хәтере булһа ғына ил тере.

Шәжәрә шау тарих ҡына түгел,

Киләсәккә нығыраҡ ҡан тарта.

Дөрөҫ булыр микән тик уҙғанға

Ҡайырылып китеү,ҡартатай ?



Ҡартатай:

Һине тыңлап ҡыуанам да улым,

Борсолам да. Бындай дәүерҙә

Иң ауыры – һеҙгә,йәштәргә.

Тик, онотма:

Тиҫтерҙәрең менән

Һеҙгә ил тип янып йәшәргә.

Юлда әле әңгәмә күп булыр,

Иртә таңдан – алыҫ сәфәргә.

(Сығып китәләр)



-Ҡартатай менән ейәндең

Имен үтһен сәфәрҙәре!



-Ҡартатаһы һөйләй. Ейән тыңлай.

Ейән һөйләй,тыңлай ҡартатай.

-Ҡаршы алығыҙ 11-се класс уҡыусылары.

-Р.Бикбаевтың “Хазина” поэмаһынан өҙөктәр.

(Музыка –рэп)

-“Хазина” – рэп.

-Әле генә һеҙ 10-11-се класс егеттәре башҡарыуында “Хазина “поэмаһы нигеҙендә рэп тыңланығыҙ.

-Ҡунаҡтарыбыҙ хөрмәтенә 11-се класс егеттәре башҡарыуында “Башҡорт малайы” йыры менән Искәндәр Абдуллин һәм Ғаян Аллаяров.

-Ҡаршы алығыҙ.

-Ерҙә һынмай,һығылмай,һынатмай йәшәгән халыҡ шағирыРауил Төхвәтулла улы Бикбаевты һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе Зәки Арыслан улы Әлибаевты сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ.



-Һүҙ ҡунаҡтарға.

(Р.Бикбаев һөйләй.З.Әлибаев һөйләй.)

-Форсаттан файҙаланып,беҙҙең лицейҙың рухи терәге булған,ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә,лицейыбыҙға килеп,уҡыусыларыбыҙға тормош дәрестәрен биреүсе һәм дә бөгөнгө рухиәт байрамының төп ойоштороусыһы Зәки Арыслан улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

-Күптән түгел генә Зәки Арыслан улы матур ғүмер уртаһы юбилейын билдәләне.Юбилейы менән ҡотлау өсөн һүҙҙе “Һәләтле балалар “ проектының “Илһам” республика конкурсында еңеүселәренә һүҙ бирәбеҙ.

(10-11-се классуҡыусыларына һүҙ)

-Ә хәҙер лицейыбыҙ директоры Фәнил Жәмил улы Нуриевҡа һүҙ бирәбеҙ.

(Ҡунаҡтар хөрмәтенә йыр”Башҡорт улына”)










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!