СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Эссе " Мин- уҡытыусы"

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Для школьного этапа конкурса "Учительгода-2018".

Просмотр содержимого документа
«Эссе " Мин- уҡытыусы"»

Эссе «Мин - УҠЫТЫУСЫ»

Әгәр ҙә һеҙ уңышлы һөнәр һайлап һәм бөтә күңелегеҙҙе һалһағыҙ, бәхет һеҙҙе үҙе эҙләп табыр.

К.Д.Ушинский



Хәтер һандығы бик күп иҫтәлектәр һаҡлай: тарихи үткәндәр, сағыу баласаҡ хәтирәләре киләсәктә ысынбарлыҡҡа ынтыла. Ә ҡайһы саҡта күптән бүләк ителгән сағыу сәскә төҫлө яратҡан йәшлек моңдарын йәлеп итә.

Миңә 15 йәш. Июль айының эҫе көндәренең береһе. Педагогик колледжға тәүге һынау имтихандарын тапшырам. Донъялағы иң бөйөк һөнәр –уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма яҙмышыма рәхмәтлемен. Эшләү дәүерендә, мин һайлаған һөнәремә бер ҡасан да үкенмәнем. Сөнки бөтә нәмә лә уҡытыусынан башлана. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итә. Бала саҡтан ҡурсаҡсатыма төрлө кейем тегеү, Яңы йыл байрамына костюмдар эшләү, һүрәт төшөрөүҙө яраттым.

Сәнғәт, ижад –ул тылсымлы мөғжизә донъяһы, үҙенеең ҡанундары һәм ҡағиҙәләре менән мауыҡтырғыс һәм илаһи донъяға асҡыс ул.(Белинская В.Г.)

Ҡайһы бер уҡыусылар математика һәм химия дәрестәрен бик өнәп етмәһә лә, тәнәфес мәлендә шаярһа ла, ә рәсем дәрестәрендә иһә ул үҙен бөтөнләй башҡаса тота: иғтибарлы әүҙем эшләй, дәрес тә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, хатта һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Бөтәһенеңдә һүрәт төшөрөргә һәләте булмаһа ла, үҙ фантазияһы, ҡарашы, үҙ стиле бар. Уҡыусыны ижади мөхиткә көсләп өйрәтеү мөмкин түгел.

Баланың ҡағыҙ битенә нисек итеп үҙенең тойғоларын, фекерләү ҡеүәһен, ижади яҡтан үҫеүен күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы. Бөйөк сәнғәт әһелдәренең ижадын өйрәнеү ҙә, балала ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.Быуындар алмашынһала, тойғо һәм кисерештәр шул уҡ ҡала. Балаларҙың тирә-яҡ мөхиткә битараф булмауы, сәнғәтте яратыуы бик мөһим.

Һәр бала талантлы һәм ҡабатланмаҫ. Уҡытыусы булараҡ минең маҡсатым- балаларҙың таланттарын асыу, күрә белеү, артабан үҫтереү. Рәсем дәрестәре ошо талантты үҫтереү өсөн юл аса. Бының өсөн мин дәрестәрҙә коммуникацион технологиялар ҡулланам. Уҡыусыларҙың индивидуаль һәм йәш үҙенсәлеген күҙ уңынан ысҡындырмау, уңыш ситуацияһын асыуҙа мөһим роль уйнай. Проект технологияһын ҡулланыуҙа , балаларҙың фәнни- эҙләнеү эшен ойоштороуҙа, төрлө яҡлап шәхесте үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Макаренко әйтеүенсә, педагогик эшмәкәрлектә иң мөһиме талант түгел, ә һөнәри оҫталыҡ. Шуның, өсөн уҡытыусы һәр саҡ эҙләнеүҙә, хәрәкәттә һәм ижади үҫештә. Дөрөҫлөк, түҙемлелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм үҙ эшеңде яратып, күңел биреп башҡарыу, уҡытыусы эшенең үҙгәрмәй торған ҡанундары.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!