СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Домашние животные.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Домашние животные.»

Йорт хайуандары.

Маҡсат: балаларҙы көҙ миҙгелен һүрәтләргә күнектереү;

Бурыстар:

Белем биреү:

  • балаларҙы йорт хайуандары һәм уларҙың балалары менән таныштырыу;

  • йорт хайуандары тураһында белемдәрен арттырыуға булышлыҡ итеү;

Үҫтереүсе:

  • һүҙлек запасын байытыу;

  • бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • ҡул уҡтары, бармаҡ моторикаһын үҫтереү;

Тәрбиәүи:

- тереклеккә, йорт хайуандарына иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: бесәй, һыйыр, эт, ат, йорт хайуандары, ҡолон, быҙау, көсөк,

Эшмәкәрлек төрө: аралашыу, уйын.

Йыһазландырыу: уйынсыҡ машина, уйынсыҡтар: һыйыр, эт, бесәй, ат, сериялы һүрәттәр,

“Ҙур һәм бәләкәй” уйыны, ”Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” сериялы һүрәттәре.

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

- Балалар, ишетәһегеҙме, кемдер ишек шаҡый?

- Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле, кем йөрөй икән?

(тәрбиәсе төркөмгә йорт хайуандары тейәлгән йөк тейәү машинаһын индерә)

- Балалар, беҙгә кемдәр килгән? (хор һәм индивидуаль яуаптар)

- Дөрөҫ, беҙгә бесәй, һыйыр, эт, ат ҡунаҡҡа килгән. Улар йорт хайуандары. Әйҙәгеҙ бергә ҡабатлайыҡ әле. Йорт хайуандары.

(Фланелеграфҡа бесәй, эт, һыйыр, ат һүрәттәре ҡуйыла )

- Балалар һүрәттәргә ҡарағыҙ әле, ниндәй хайуандар төшөрөлгән?

(балалар танып атамаларын әйтә)

-Балалар хайуандар ҙа кешеләр кеүек үк үҙҙәренеүң балаларын тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа балаларын бик яраталар. Ә кешеләр нисек ярата икән үҙҙәренең кескәйҙәрен, тыңлағыҙ әле.



Кем балаһын бик наҙлай?

Иркәләп башын һыйпай?

Ел – ямғырҙан да һаҡлай?

Насарлыҡтан ҡурсалай?

Йылы юрғандарын яба?

Тәмле ашамлыҡтар таба?

Тыныс ҡына кистәрен

Әкиәттәрен һөйләй ул?

Әлбиттә белгәнһеңдер

Улар һеҙҙең әсәйҙәр!

- Ә ҡолондоң, быҙауҙың, көсөктөң, бесәй балаһының әсәйҙәре бармы икән? Әйҙәгеҙ ошо турала һөйләшеп алайыҡ.

Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр “ уйыны.

Тәрбиәсе фланелеграфҡа бер – бер артлы ҙур һәм бәләкәй хайуандар төшөрөлгән һүрәттәр ҡуя. Балаларҙан һорай.

- Балалар, был һүрәттә нимәләр төшөрөлгән?

(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)

- Дөрөҫ, һыйыр.

- Уның янында кем тора икән?

- Дөрөҫ уның балаһы – быҙау.

(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)

- Уларҙы бергә әйтәйек әле – Һыйыр быҙауы менән.

- Һыйыр быҙауы менән.

- Балалар иғтибар менән ҡарағыҙ әле, һыйыр ҙур, быҙауы бәләкәй. Һыйырҙың мөгөҙө бар, ул һөҙә. Быҙауҙың мөгөҙө юҡ, әле үҫмәгән, ул әле бәләкәй. Ҙур һыйыр мө - мө -ө- ө - ө тип ҡысҡыра.

(индивидуаль һәм хор менән һыйыр һәм быҙау булып ҡысҡыралар)

Аҡланда быҙау йүгерә

Мө - ө - ө - ө тиеп ул ҡысҡыра

Әммә ул бер ҙә иламай,

Ул әсәһен саҡыра.

Һөт бирә уға һыйыр,

Быҙауыннан арттырып,

Кескәйҙәрҙе лә һыйлар.

Балалар тәрбиәсе менән ҡабатлайҙар.

  • Балалар ҡарағыҙ әле, был һүрәттә нимә күрәһегеҙ?

  • Эт.

  • Уның янында нимә бар?

  • Көсөк?

(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)

  • Әйҙәгеҙ бергә әйтәйек – Эт көсөктәре менән.

  • Был һүрәттә нимә күрәһегеҙ?

  • Ат ҡолоно менән.

(индивидуаль һәм хор менән яуаптар)

Ял итеү минуты:

  • Аяғына баҫыу менән (сүкәйеп тора)

Ҡыуаныстан һикерә (урындарында һикерәләр)

Тыҡылдатып тояҡтарын (тыпырлайҙар)

Әсәһенә йүгерә. (урындарында йүгерәләр)

Балалар һүрәттәрҙе ҡарап сыҡас индивидуаль яуаптар алырға мөмкин. Тағы ла бесәй һүрәтен күрһәтергә була.

  • Балалар йорт хайуандары беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Ат беҙгә йөк ташый, эт өйҙө һаҡлай, һыйыр беҙгә һөт бирә.

  • Балалар хайуандар үҙҙәренең балаларын кешеләр кеүек үк яраталар. Улар балаларын иркәләтеп телдәре менән ялайҙар, улар ҙа кескәйҙәрен һаҡлайҙар, ҡурсалайҙар.

  • Әйҙәгеҙ бер уйын уйнап алайыҡ. Был уйын “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” тип атала.

Тәрбиәсе хикәйә һөйләй :

  • Бер заман быҙау, бесәй балаһы, көсөк, ҡолонсаҡ алыҫҡа йүгереп киткәндәр ҙә аҙашҡандар. Әсәләре машина менән уларҙы эҙләргә сыҡҡан. Бәләкәй бесәй балаһы эләгеп киткән дә “Мяу – мяу”- тип ҡысҡырып ебәргән. Ул нисек ҡысҡырған (индивидуаль һәм хор менән яуаптар). Бесәй уның тауышын ишетеп яуап биргән. МЯУ- МЯУ – МЯУ индивидуаль һәм хор менән яуаптар). Тәрбиәсе бер балаға машинан бесәйҙе алып өҫтәлдәге бесәй балаһы һүрәте янына ҡуйырға тәҡдим итә. Уйын шула й дауам итә.

  • Ә хәҙе балалар һүрәткә ҡарап бесәй тураһында һөйләйек. (Мнемоюл) Бесәйҙең дүрт аяғы. Уның кәүҙәһе бар. Йөнө бар. Ҡойроғо оҙон.

(индивидуаль яуаптар).

  • Балалар беҙгә бөгөн кемдәр ҡунаҡҡа килде?

( индивидуаль һәм хор менән яуаптар)

  • Балалар беҙҙең хайуандар тышҡа саф һауаға сығырға теләйҙәр. Әйҙәгеҙ уларҙә машинаға тейәп тышҡа алып сығайыҡ. Улар һеҙҙең менән осрашып уйнағандарына бик шаттар.



1. Перевод.

Матур – красивый, эт – собака, йөгерә – бегает, сикерә – прыгает, уйный – играет.

2. Грамматика.

Минем эт+ем – моя собака

Синең эт+ең – твоя собака

Аның эт+е – его(ее) собака

– Синең этең бармы? – У тебя есть собака?

– Минем этем бар. – У меня есть собака.

– Ул нишли? – Что она делает?

– Ул йөгерә, сикерә, уйный. – Она бегает, прыгает, играет.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!