СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башкирский национальный инструмент- курай

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡурай тураһында белемде арттырыу. Тиҫтерҙәремдә ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Билдәле ҡурайсыларҙы өйрәнеү.

Просмотр содержимого документа
«Башкирский национальный инструмент- курай»





Йөкмәткеһе

1.Инеш

2.Ҡурай – тәбиғи үҫемлек

3.Ҡурай-башҡорт милли музыка ҡоралы

4.Ҡурайҙың ҡөҙрәте тураһында билдәле ҡурайсыларҙың фекере

5.Ҡурай төрҙәре

6.Ҡурай эшләү

7.Йомғаҡлау

8.Ҡулланылған әҙәбиәт.



Инеш.

Урал ғына тауҙың, ай башында

Урай-урай үҫкән бер ҡурай.

Шул ҡурайҙы алып тарттыниһәң,

Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай…

Башҡорт халҡы бик боронғо халыҡтарҙан һанала. Халҡыбыҙҙың тарихы, уның моңдарында, йырҙарында ҡурай аша моңо сағылыш тапҡан.

Ҡурай темаһын һайлауым, был музыка ҡоралына булған ҡыҙыҡһыныуым арҡаһында тыуғандыр, тип уйлайым.

Мин үҙем бәләкәй саҡтан уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләге менән яндым. Т

Уҡытыусым да ҡурайға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әле мин ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнәм

Эшебеҙҙең актуаллеге:

Башҡорт халҡының асылын күрһәтеүсе ҡурайҙы хәҙерге заманында һаҡлап ҡалыу.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты:

Ҡурай тураһында белемде арттырыу. Тиҫтерҙәремдә ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Билдәле ҡурайсыларҙы өйрәнеү.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:

Ҡурай тарихын өйрәнеү.

Башҡорт уйын ҡоралының бөйөклөгөн данлау.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

Башҡаларҙы ҡурай эшләргә өйрәтеүҙә ҡулланырға мөмкин.

1.Инеш.

2.Ҡурай – тәбиғи үҫемлек.

 

Тәүҙә ул үлән булып оҙон көпшәле һабаҡлы үләндәрҙән дә бейек күтәрелгәс, июнь баштарында таҡыяланып сәскә ата. Аҙаҡ ҡороп бөткән ҡыу ҡурайға әүерелә ул.

 

Ә бына ошо таҡыя башлы ҡырлы, быуынһыҙ, эстә шып-шыма көпшә – нәҡ Урал ҡурайы, беҙҙең яҡтарҙа үҫер бер һабаҡ.

 3.Ҡурай-башҡорт милли музыка ҡоралы

Көҙгө елдәрҙә нисектер үҙенсә бер төрлө сыңғырап, моң сығарғандай һыҙғырып ултырыуына ҡолаҡ һалһаң,ҡош һайрауҙарын, ел- ямғыр тауыштарын йәй буйы үҙенә һеңдереп,шулар көйөнә көйләнеп үҫкән тылсымлы бер ҡыяҡ кеүек хис итә башлайһың ҡурайҙы.Ҡурай моңо тәбиғәттең үҙенән ингән өн-тауыштарҙы: бурандар ыжғырыуын, ямғырҙар шауын,ел һыҙғырыуын, япраҡтар леберләүен, шишмә сылтырауын бик тәбиғи еткерә һымаҡ. Ҡоштар тауышына оҡшатып эйәреүҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ:һандуғас һайрауы, бөркөт саңҡыуы, кәкүк саҡырыуы, күгәрсен гөрөлдәүе, торналар сыңрауы, сәпсек сутылтауы – шул көйө ишетеләме ни! Былар барыһы ла ҡурай моңо булып етер ер-һыу тауыштары, кейек- ҡоштар көйө – тәбиғәт симфонияһы.

Башҡорттарҙа ҡурай моңо халыҡтың ҡайғы-шатлығын , тарихын, һөйләгән, күңел йыуанысы булған.

Башҡорттоң борондан табын күрке лә, юлда юлдашы ла, яуҙа яуҙашы ла була алған.

Биленә тағылған ҡылысы менән бергә ҡурайын да ҡалдырмаған Салауат, Уралға арнап,

Маҡтап ҡурай уйнаһам,

Бөтмәй ҙә торған көй булыр,

Данлап йырым йырлаһам,

Бөтмәй ҙә торған йыр булыр,- тип йырҙар сығарған, ҡурайҙы яҡын юлдаш, моңдаш, яуҙаш ҡорал иткән.

1812-1814 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройы, милли ҡаһарманыбыҙ, полковник Ҡаһым түрә тураһында ла халыҡ үҙенең йырында юҡҡа ғына:

Ҡаһым түрә менгән һор(о) юрғаның, вай кем,

Маңлайында булыр урайы.

 Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,

Һул ҡулында булыр ҡурайы. – тип юҡҡа ғына йырламаған. Бына шулай, ҡурай табындарҙа уйын күрке генә булып ҡалмаған, башҡорт ҡайҙа ғына булмаһын уның айырылмаҫ юлдашы, серҙәше булып йөрөгән.Ул әүәл-әүәлдән ир-егеттәр менән яу, ил-ерҙәр гиҙеп ҡайтыр булған.

Ҡурай тарихына килгәндә, атаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев 1925 йылда Парижда ҙур концертта залды хайран ҡалдырып башҡорт көйҙәрен бер ҡыу ҡурайҙа уйнағас, тамашасыларҙан берәү ҡурайҙы үҙ ҡулдары менән тотоп тикшереп ҡараған ,ә Йомабай ҡурайсы, Башҡортостандан тамыры-ние менән йолҡоп таҡыялы көйө алып килгән ҡурайҙы бөтә зал алдында киҫеп, һигеҙ тотамлы ҡурай яһап, тишектәреен тишеп, “Байыҡ” көйөн һыҙғырып ебәргән.Был тамашанан зал хайран ҡалған.



4.Ҡурайҙың ҡөҙрәте тураһында билдәле ҡурайсыларҙың фекере.

Музыка белгестәре әйтеүенсә, ҡурай киҫеп алған көйө үк алты төрлө тауыш сығара икән: до, ре,ми, фа, соль,ля. Ә ҡурайға биш тишек тишкәс, тауыштар төрө йәнә биш төрлөгә ишәйә..

.Ҡурайсылар борон-борондан, халҡыбыҙ тарихын яҙып килә. Үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы, тәбиғәт биргән һәләттәренә тоғро ҡалып, ҡурайҙы, һаҡлаусы ҡурайсыларҙың әңгәмәһен тәҡдим итәм:



  • Азат Айытҡолов:



Ҡурай–ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул кешеләр күңеленә дауа бирә.

Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә.Ололар уға бер нисек тә ярҙам итә алмайҙар. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан..

Ҡыҙ баланың ҡаты ҡайғыға батыуын ишетеп, ҡурайында көй уйнай-уйнай уларҙың йортона ҡурайсы килеп инә. Ҡурай моңонан һиҫкәнгән ҡыҙ бала башта нимә эшләргә белмәй, урамға йүгереп сыға, кире өйгә инә. Оҙаҡ уйнай ҡурайсы. Үҙәккә үткес көй уның ҡайғыһын ҡыуып сығара: ҡыҙ бала буҫығып-буҫығып илап ебәрә. Бына был хикәйә, минеңсә, ҡурай моңоноң көсө хаҡында һөйләй.

Ҡурай –тәбиғәттә нисек бар, шулай ҡулланыла, бары тик көй сығарыу өсөн бер нисә урынынан тишек кенә тишелә. Ҡурайҙа уйнағанда онотолоп китеп, үҙеңде әллә ниндәй сихри донъяла кеүек хис итеп,

Ҡурайҙы яратһаң, ул һине үҙе ҙурлай ул. Ҡурайсылар бер ҡасан да ас йәшәмәгән, улар һәр ваҡыт ихтирамлы, ҙур йөрәкле, яҡты күңелле кеше булған.

Ҡурайҙа уйнау өсөн башҡорт булырға кәрәклегенә көндән-көн инанам. Ҡурай аша оҙон көйҙәребеҙ тик беҙҙеке икәнен генә иҫбатларға тейешбеҙ. Үҙ моңобоҙ аша халҡыбыҙ данын башҡа яҡтарға таратыуҙы дауам итергә кәрәк. .

  • Роберт Юлдашев:

Урта Азияла гастролдә йөрөгәндә миңә бер бик үҙенсәлекле легенда ишетергә тура килде. Имеш, борон заманда Бер пәйғәмбәр Алла менән осраша һәм йөрәгендәге бөтә шатлығын кешеләргә һөйләргә теләй. Әммә был хаҡта берәүгә лә әйтергә ярамай. Шул ваҡыт ул сүллектә китеп барғанда Алланың тауышын ишетә. Шатлығыңды ҡоҙоҡҡа барып һөйлә, ти ул. Пәйғәмбәр шулай эшләй ҙә һәм ҡоҙоҡ эргәһендә бер көпшә үҫеп сыға. Көтөүсе малай уны киҫеп алып, тишектәр тишеп, уйнап ебәрә. Ана шул рәүешле  Алланың шатлығы кешеләргә килеп етә!

Ҡурай – ул Аллаһы Тәғәләнең бәндәләренә бүләге.

  • Ришат Рәхимов:

- Ҡурай моңоноң көсө тураһында өҫтәп әйтеп китәм: Японияла шулай бер сығыш ваҡытында әҫәрләнеп, күҙҙәрҙе йомоп уйнайым. Күҙҙәрҙе асып ебәрһәм, бөтә зал күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын тубыҡҡа һалып, тыңлап ултыра. Тәнәфестә тамашасыларҙың берәүһенән ни өсөн шулай ултырыуҙарын һорағас, улар шулай көс алыуҙары тураһында әйтәләр.

Әйтергә кәрәк, Ришат Рәхимовтың “Ҡурай” исемле китабы ла бар.

5.Ҡурай төрҙәре

Миңә Мәләүез ижад йортонда балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтеүсе оҫта ҡурайсы Күҙәшев Сәйет Ишмөхәмәт улы менән осрашыу бәхете тейҙе. Мин уның менән әңгәмәләшкәндән һуң, ҡурайҙың бер нисә төрө булыуы тураһында белдем. Сәйет ағай мине ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәтте. Нисек итеп ҡурай эшләргә икәнен күрһәтте.



Ҡурай төрҙәре:

Иң бәләкәй ҡурай иген ҡамылынан яһала.



Быныһы һыбыҙғы ҡурай.



Йыйылмалы ҡурай ҙа була икән.



Ысын ҡурай -урманда үҫкәне.



Был ҡурай иң ҙуры .Шуға ла уны баш ҡурай, тиҙәр.



6.Ҡурай эшләү.

Ә хәҙер мин һеҙгә ҡурай эшләп күрһәтәм. Ҡурай эшләргә мине Сәйет ағай Күҙәшев өйрәтте. Өйҙә атайым менән дә эшләп ҡараным.

Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.



7.Йомғаҡлау.

Һүҙемде йомғаҡлап , шуны әйтәм: ҡурай – башҡорттоң иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған бөйөк ҡомартҡы. Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе. Ҡурайсы менән ҡурайҙа уйнаусы араһындағы айырманы элек-электән белгәндәр. Ҡурайсы ул, иң беренсе нәүбәттә халҡының, көйҙәрҙең тарихын тәрәндән белеүсе, уларҙың төрлө ырыуҙарға хас варианттарын өйрәнеп, йөрәге аша үткәреп башҡарыусы. Ҡурайҙы һыҙғыртырға, унда көй уйнарға өйрәнеүе ҡыйын түгел. Ҡурайға бары тик ошондай кимәлдә генә мөнәсәбәте булған кеше ҡурайсы түгел, ҡурайҙа уйнаусы ғына.

Миндә шул ҡурайҙа уйнаусы ғына түгел, ысын ҡурайсы булыу теләге ҙур. Ошо эҙләнеү эшен башҡарғанда, минең өсөн иң мөһим һорау тыуҙы: ҡурайҙың киләсәге бармы? Әлбиттә.бар!

Быйыл ҡурай Башҡортостандың бренды булып билдәләнде.

Өфө ҡалаһында ҡурайсы егеткә, Баймаҡ районында ҡурайҙың үҙенә һәйкәл ҡуйылған.Юҡҡа ғына Республикабыҙҙың дәүләт гербында һәм флагында ҡурай һүрәте урын алмаған.Ул -беҙҙең халыҡтың берҙәмлеген, бөйөклөгөн сағылдырған символ.



8.Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Ғ.Хөсәйенов.”Ҡурай” (мәҡәлә).

  • Ш.Бабич. “Ҡурайҡайға” (шиғыр).

  • “Ҡаһым түрә”. Башҡорт халыҡ йыры.

  • Ҡ.Аралбаев.”Йомабай ҡурайы”(шиғыр).

  • К.Мәргән.”Ҡурайсының үлеме (хикәйә).

  • Н.Ғәлимов. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”(хикәйә).

  • З.Биишева.”Тылсымлы ҡурай” (драма).










































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!