СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Аҡмулланың аҡ юлдары"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡыусыларҙың М. Аҡмулланың тормош һәм ижады буйынса белемдәрен нығытыу.

Просмотр содержимого документа
«"Аҡмулланың аҡ юлдары"»

“Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районы Тамъян-Таймаҫ ауылыны4 урта д5й5м белем бире7 мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем бире7 учреждениеһы









Аҡмулланың аҡ юлдары …”

( “Күкләм”,”Уяныу”, “Тупраҡ”, “Ут”, “Ел”, “Һыу” әҫәрҙәре буйынса үткәрелгән кластан тыш уҡыу дәресе планы)

(Д9рес планы Федераль д97л9т белем бире7 стандарттары талаптарына яра3лаштырылып т525лд5)







Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбенең

башҡорт теле 89м 929би9те уҡытыусыһы

Янышева Гөлфиә Ф9тих ҡыҙының эше



Кластан тыш уҡыу дәресенең маҡсаты:

Белем биреү маҡсаттары:

  • Уҡыусыларҙың М. Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрен нығытыу, системалаштырыу;

  • Яҡташыбыҙҙың сәсән-шағир булып формалашыуында мөһим роль уйнаған ваҡиғаларҙы асыҡлау, әҙәби мираҫын дөйөм күҙ алдына баҫтырыу;

  • Шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен асыу, күп төрлө һүрәтләү саралары менән биҙәлгән телен өйрәнеү, һүҙгә айырыуса иғтибарлы булыуын күрһәтеү.

Үҫтереүсе маҡсаттар:

- Уҡыусыларҙың образлы фекерләй белеү һәләттәрен үҫтереү;

- бәйләнешле телмәрен үҫтереп, үҙ фекерҙәрен әйтә белергә өйрәтеү;

- һүҙ байлығын арттырыу.

Тәрбиәүи маҡсаттар:

-Уҡыусыларҙы ил, халыҡ яҙмышына битараф булмаған әүҙем, яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәгән шәхестәр итеп тәрбиәләү;

- Аң-белемгә ынтылыш, хеҙмәт һөйөргә, юғары әхлаҡ нормаларын, сафлыҡ тәрбиәләү, әҙәпкә, иманлы булырға күндереү;

- Мәғрифәтсе сәсән-шағирҙың төрки шиғриәтендә маҡтаулы данлыҡлы урын алыуы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Аҡмулланың портреты, уның тураһында буклеттар, тормошон һәм ижадын яҡтыртҡан матбуғат баҫмалары, китаптар күргәҙмәһе, Башҡортостандың административ картаһы, аңлатмалы һүҙлек, компьютер, экран, проектор, рефераттар, ғилми хеҙмәттәр, Аҡмулланың шәжәрәһе.

Дәрес төрө: балаларҙың белемдәрен системаға һалыу, йомғаҡлау.

Предмет ара бәйләнеш: ботаника, йәмғиәт фәне, тарих, география, Башҡортостан мәҙәниәте.

Эш төрҙәре, алымдары, формалары, методтары: әңгәмә, уҡыусыларҙың сығышы, һорауҙарға яуаптар, шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, индивидуаль һәм төркөмләп эшләү, ярым-эҙләнеү эше.

Эпиграф: (экранда сыға) М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, ғалим Р.Шәкүр шиғырынан өҙөк:

“ Аҡмуллабыҙ, аҡ моң булып, аҡ нур булып

Бара һаман шиғриәттең юлдарынан.

Сөнки ул бит йөрәк утын шиғыр

Мәңгелектең уты менән тоҡандырған.”

Кластан тыш уҡыу дәресенең барышы

  1. Ойоштороу – Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! (“ Психологик комфорт” ситуацияһын тыуҙырыу:

  • Әсе елдәре, ыжғыр бурандары менән үҙәктәргә үткән ҡыш үтеп тә китте. Яҙ килә, көндәр йылына, ҡоштар ҡайта. Күк йөҙө зәп-зәңгәр, һауалар саф. Тәбиғәттә бөтәһе лә терелә, үҫә, үҙгәрә, яңырыу кисерә. Беҙ ҙә шулай тирә-яғыбыҙҙағы һәр тере йән эйәһе кеүек, ошо серле донъяға бағып, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, белемдәребеҙҙе арттырыу тураһында ғына уйлайыҡ.

  1. Дәрестең темаһын билдәләү һәм маҡсатҡа сығыу

  1. -Бөгөн беҙ кластан тыш уҡыу дәресендә кем шиғырҙарын уҡырбыҙ, нимәләр тураһында һөйләшербеҙ? Һүҙҙең кем тураһында барасағын белеү өсөн бер шиғыр тыңлайыҡ: (Экранда сыҡҡан Р.Шәкүрҙең шиғыр юлдарын ҡурай моңо аҫтында бер уҡыусы тасуири итеп уҡый)

“Аҡмуллабыҙ, аҡ моң булып, аҡ нур булып

Бара һаман шиғриәттең юлдарынан.

Сөнки ул бит йөрәк утын шиғыр

Мәңгелектең уты менән тоҡандырған.”

  • Тимәк, һүҙ кем тураһында барасаҡ?

(Мифтахетдин Аҡмулла тураһында.)

2) Уҡытыусының һүҙе. Мифтахетдин Аҡмулла… Был исемде әйтеү менән рухи донъябыҙҙың, данлы тарихыбыҙҙың ҡанлы биттәре, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәккә булған өмөттәребеҙ күҙ алдына баҫа. Аҡмулла кеүек олуғ шәхес шиғриәттә – ваҡыт сиктәрен белмәҫ ғәжәп тәрән йөкмәткеле, тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле рух шишмәһе ул.

Ижад емештәренең мәңгелек көсөн тойомлағандай, шағир үҙе үк былай тигән:

Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,

Эсендә – һыуһағанға шәрбәтле һыу.

Битенең бере көлөр, бере һүгәр,

Тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу.

Эйе, Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, көлөр-һүгәр үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр китап та. Ул киләсәктә лә шулай буласаҡ. Аҡмулла үҙ ижадында бер туған башҡорт халҡын ғына түгел, дөйөм кешелекте борсоған, уйландырған проблемаларҙы күтәрҙе. Тарихта туғандаш халыҡтарҙың да оло ихтирамына, ихлас һөйөүенә лайыҡ булды.

3)Уҡыусылар менән маҡсатты билдәләү:

- Уҡыусылар, беҙҙең бөгөнгө кластан тыш уҡыу дәресенә ниндәй маҡсаттар ҡуйып булыр икән?

  • М.Аҡмулланың ижадын бай3ау, нығытыу;

  • Аҡмулланың я4ы ши1ыр2арын 5йр9не7, уның әҫәрҙәренең әлеге ваҡытта ла мөһимлеген асыҡлау;

  • Аҡмулланың тәрән аҡыл эйәһе, шағир-философ икәнлеге тураһында һөйләшеү;

  • Уның кеүек тыуған илде, телебеҙҙе яратырға, һаҡларға өйрәне7.

4) Уҡытыусы: - Уҡыусылар, беҙ был кластан тыш уҡыу дәресенә оло маҡсатттар ҡуйҙыҡ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә уның иҫ китмәле сетерекле тормош юлын иҫкә төшөрөп үтәйек.

1-се уҡыусы: - М. Аҡмулла 1831 йылдың иҫке стиль менән 14 декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Күл иле - Мең улусына ҡараған Туҡһанбай ауылында ( хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районында) аҫаба башҡорт, указлы мулла Камалетдин Ишкужин ғаиләһендә тыуа.

2-се уҡыусы: - Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, артабан уҡыуын Йылбулаҡтамаҡ ауылында Лоҡман исемле башҡорт муллаһы мәҙрәсәһендә дауам иттерә. Ундағы аң-белем биреү кимәле менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылдарындағы мәҙрәсәләрҙә дәрес тыңлап ҡарай.

3-сө уҡыусы: - Тиҙҙән Стәрлебашҡа барып, танылған суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән дәрес ала башлай. Ләкин остазы менән шиғыр бәйгеһендә шағирлыҡ ҡеүәһе беленгән Мифтахетдин Стәрлебаш мәҙрәсәһен дә ташлап китә.

4-се уҡыусы: - Троицк ҡалаһына килеп, киләсәктә күренекле ғалим-педагог һәм дин әһеле булып таныласаҡ Зәйнулла Рәсүлов менән бергә Әхмәтшаһ әл- Мәңгәрәй мәҙрәсәһендә уҡый. Йәш сағынан уҡ ғилемгә ҡомар, ҡыҙыҡһыныусан, тырыш шәкерт уҡыу дәүерендә дини өйрәтмәләр менән бер рәттән, ғәрәп, фарсы телдәре, көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала, шиғриәт ҡанундарын яҡшылап үҙләштерә.

6-сы уҡыусы: - Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән М. Аҡмулланың шиғри ижады хеҙмәтсән халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына, уй-хыялдарына үтә яҡын булыуы менән айырылып тора.

7-се уҡыусы: - Бер яҡтан, уның әҫәрҙәре яҙма әҙәбиәттең иң гүзәл традицияларына таянып, ҡулъяҙма көйөнсә һаҡланһа, икенсе яҡтан, импровизация юлы менән ижад ителеп, халыҡ араһында телдән таралған. Шуға ла башҡорттар Аҡмулланы сәсән телле шағир итеп һанаһа, ҡаҙаҡтар тура, ғәҙел һүҙле аҡыллы аҡын – аҡ мулла итеп таныған.

5) Төркөмләп эште ойоштороу

- Аҡмулла – мәғрифәтсе- шағир тиҙәр, нимә тигән һүҙ ул? ( Аң- белем таратыусы)

- Һеҙ өйрәнгән әҫәрҙәрен шартлы рәүештә нисә төркөмгә бүлергә мөмкин тип уйлайһығыҙ? (Ике: мәғрифәтселек һәм әхлаҡ тураһында.)

- Һеҙгә өйҙә Аҡмулланың шиғырҙарын уҡып иҫкә төшөрөп, Аҡмулланың шиғырҙарынан мәҡәлдәрҙе, афоризмдарҙы яҙып алып килергә ине.

- 1 –се төркөмгә ниндәй шиғырҙарын атарға мөмкин?( “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”,”Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе”,”Борадәргә” һ.б.)

-2-се төркөм( Аттың ниһен маҡтайһың?, “Нәсихәттәр”, “Дуҫлыҡ”), үҙаллы һөйләшәләр, сығыш яһайҙар.

Уҡытыусы йомғаҡлай: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” әҫәре хитап жанрына ҡарай, йәғни, “халыҡҡа йүнәлтелгән һүҙ, мөрәжәғәт” тигән һүҙ. Аҡмулла халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндәй, милләттәштәре күңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағылырға, намыҫына тейергә тырышып, наҙанлығы, аҡрын ҡуҙғалыуы өсөн тәнҡитләй, “аңра айыу” кеүек булмаҫҡа саҡыра.

( Видеоматериалдар аша тағы ла бер яҡташыбыҙ Ереклекүл ауылында тыуған Рөстәм Ғиззәтуллин башҡарыуында “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” йыры яңғырай.)

Уҡытыусы йомғаҡлай: - Эйе, балалар, ул нимә тураһында яҙһа ла – йәшәп килгән йәмғиәт тәртиптәренең кәмселектәре, ярлыларҙың ауыр тормошо, түрәләрҙең башбаштаҡлыҡтары хаҡындамы, тәбиғәт һәм кеше, йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы – һәр саҡ бөтә кешеләрҙе лә аң-белемгә эйә булырға, ғилем-һөнәр алырға, намыҫлы булырға саҡыра.

III.Уҡытыусы:– Бөгөн беҙ был дәрестә дәреслектәргә инмәгән М.Аҡмулланың “Уяныу”, “Күкләм”, “Яҙ”, “Көҙ” шиғырҙары, “Һыу”, “Ел”, “Ут”, “Тупраҡ” тигән хикмәт-парсалары менән танышырбыҙ.

  1. ”Уяныу”, “Күкләм”, “Яҙ”, “Көҙ” шиғырҙарын тасуири итеп 3 бала ҡысҡырып уҡый, бер ши1ыр аудіо я2манан ты4латыла.

  2. Һүҙлек эше: “Күкләм - яҙ көнө күгелйем булып торған ер 56т5.

Хозурлыҡ – матурлыҡ

Сырҡырашып тай-тулаҡ – ҡысҡырышып, кешнәшеп

Быҙырап – тиртеп, ҡабығын ысҡындыра

Ҡыштың ҡыҫмағы – ҡыштың һалҡынлығы

Көллө ғәләм – бөтәһе лә

Йәмрәйеү – асыуланып, кәйефте боҙоп

  1. Һорауҙарға яуаптар: - Был шиғырҙарҙың төп темаһын билдәләйек. (балалар әйтә)

(Тәбиғәт күренештәре тасуирлана, уның гүзәллеге, һәр ерҙә барған үҫеш-үҙгәрештәр тураһында яҙа. Тәбиғәттә бөтә нәмә лә өҙлөкһөҙ хәрәкәттә, үҙгәрештә булыуы һүрәтләнә. Шағир донъяға, тәбиғәткә шатланып та, уйсанланып та, ҡыҙыҡһынып та баға.

  • Жанр төрө буйынса “Күкләм”, “Уяныу”, “Яҙ”, “Көҙ” әҫәрҙәре нимәгә ҡарай?

Лирик төрө буйынса шиғыр, тематикаһы буйынса тәбиғәтте һүрәтләүсе шиғырҙарға инә.

  • Аҡмулланың был шиғырҙарында тәбиғәт күренештәре һүрәтләнһә лә, ниндәй ф9лс9ф97и фекер ҡушылып килә?

(Тәбиғәттә бер нәмәнең дә ҡатып ҡалмауын, үҙгәрә барыуын, йәмғиәт фәненән өйрәнгәнсә, үҫә, икенсе төрлө кимәлгә әйләнеүен күрһәтә.)

Эште төркөмләп ойоштороу:

1-се төр.”Күкләм” шиғырынан философик фекерҙе табығыҙ: (“ыжғыр…ҡыштың ҡыҫмаҡ көндәре” үтте, гөрөлдәп аҡты ҡар һыуҙары, күк тонйорап, ерҙән быу күтәрелә, бөтә йән эйәләре “көлөмһөрәп ҡараған ҡояшҡа” рәхәтләнеп, йылы күкләм сыуағында йәнләнеп” китте).

2-се төр.“Яҙ” шиғырынан табыу: (“Алҡынып-тулҡынып ятҡан тәрән күлдә” “һылыу томбойоҡтар” сайҡала, “ҡупшы ҡыҙҙай шишмә” сылтырап аға, “төрлө ҡоштар дәртләнешеп”, ”теле сыҡҡан йәш балалай” турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша”)

3-сө төр. (Тиҙҙән “йәмрәйеп, күктә болоттар” күсереп, “ыжғыр, һыуыҡ елдәр” ыулатып, “йәшел ерҙең төҫөн” уңалтып, “көнсыуаҡты ҡоротор” көҙ килеп етә. Бар ғаләмдән “яҙғы күргән рәхәттәрен”ең ваҡытлыса, яҙ килгәнсе, онотторор”, “зәһәр ҡыш һулышы” һиҙелә.)

- Ошо тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү аша “Уяныу” шиғырында ниндәй проблеманы күтәрә?

( Халыҡ, ил яҙмышы, кешенең кешелеклелеге, йәшәү мәғәнәһе тураһында. Тәбиғәт менән кеше тормошон йәнәш ҡуйып һүрәтләй, замандаштарын тәбиғәттән үрнәк алырға саҡыра. Халыҡ яҙмышы, йәмғиәт үҫеше, белемдең, хеҙмәт-һөнәрҙең, әхлаҡтың роле тураһында проблема). Бына шуны күрһәткән урындарын табып уҡығыҙ әле: (Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,…ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле, “егет ғилем менән һүҙ һөйләһә, бал шикелле”, баҡсалай күркәмләнә”. “Һин дә инде һөнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл,талпынып һөнәр өсөн бындай саҡта!”)

  • Был әҫәрҙәрҙең төп идеяһы нимәгә ҡайтып ҡала (автор ним9 9йтерг9 тел9г9н?)

(Тәбиғәттәге һәр тере йән эйәһе кеүек кешеләр ҙә, үҫә, үҙгәрә, камиллаша бара. Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә, кеше ғүмере Йыһан өсөн “күҙ асып йомған” ара ғына, шуға ваҡытты әрәм итмәй, тырышып уҡырға,”хәрәкәт ҡылырға”, үҙең теләгән һөнәрҙе алыр өсөн "талпынырға" кәрәк.)

  • Төп образдары кемдәр, нимәләр?

Йәш егеттәр, ҡыҙҙар, балалар, төрлө ҡоштар, баҡсалағы сәскә-гөлдәр, төрлө малдар, болоттар, һ.б.

  • Шиғырҙарҙың бөгөнгө көндә лә актуаль, кәрәкле булыуы нимәлә сағыла?

( Йәш саҡта ваҡыттың һәр минутының ҡәҙерен белергә, мотлаҡ, уҡып белем алып, төрлө һөнәр алырға тырышырға кәрәклеге актуаль).

  1. Шиғырҙарҙы төҙөлөшө буйынса тикшереү:

  • Шиғыр төҙөлөшөнә нимәләр инә?( строфа, рифма, ритм, ижек) Был шиғырҙар нисә строфанан тора?(4-әр юллыҡ 4 йәиһә 5 строфанан тора) Строфалағы шиғыр юлдары билдәле тәртиптә рифмалашып килә. Ниндәй рифмаға ҡоролған?

(Строфа 11 ижекле,. Аҡмулланың шиғырҙары йыр кеүек йырлап тора. Юлдарҙағы ижектәр һаны ла ҡабатланып килә, бер һанда, шуға шиғырҙарҙы йырлап була.)

Уҡытыусы: 11 ижекле строфаны Аҡмулла шиғыры тип атап йөрөтәләр. Бындай строфа боронғо ҡаҙаҡ һәм башҡорт ауыҙ-тел ижадында киң ҡулланылған. Бына шундай моңло, шыңғырлап торған рифмаларға миҫалдар килтерегеҙ әле:

(Һайрап – жайнап –күҙебеҙҙе – бәйләп, иреп – төрөп – бала – тиреп, ҡыҫмағы – ҡыш тағы – әлһерәп – тыштағы, һ.б. (тағы ла килтерергә була)

Уҡытыусы: Бындай ижекле үлсәм ааба тибында, 1-се 2-се, 4-се строфаларҙа рифма рифмалаша,3-сө юл рифмалашмай), был боронғо робағи строфаһы. Аҡмулла шиғырҙарын шул тиклем оҫта итеп яҙған, шуға күрә уларҙы шағир-философтың ижад гәүһәрҙәре тип атап булыр ине.

  1. Шиғырҙарҙан һүрәтләү сараларын табайыҡ:

  • Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен асыу, әйтергә теләгән фекерен дөрөҫ, тос итеп еткереү өсөн әҙип ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? (Төркөмләп эшләү)

1-се төр. ) Саҡырыу-өндәүҙәр:( “Уяныу” шиғырының тәүге юлдарында “дүрт аяҡлы мал”, …”ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле” булмаҫҡа өндәй, аҙаҡҡы юлдары шиғри мөрәжәғәт – хитап кеүек яңғырай: “Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа”.)

2-се төр.) Сағыштырыуҙар: (Дүрт аяҡлы мал, ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле, баҡсалай күркәмләнә, бал шикелле, тимер ҡапҡа асылғандай, хас та келәм түшәгәндәй тирә-яҡ, бәрхәт кеүек йылтырар, иркәләйһең энеңдәй, рахманың киң тигәндәй, ҡупшы ҡыҙҙай шишмә аға, теле сыҡҡан йәш балалай былдырлап;)

3-сө төр. ) Йәнләндереүҙәр: (хозурлыҡҡа төрөп китте, йәшел ҡыяҡ быҙырап сыға, ҡыштың ыжғыр ҡыҫмағы китте, күкләм килде, әлһерәп бөрөшкән зат көндөң күҙен күрҙе, ҡояш та ҡарай көлөмһөрәп, йәмерәйеп, болоттар күсә, һыуыҡ елдәр ер өҫтөн ялай, йорт бөрөшә, дауыл көн-сыуаҡты ҡоротор.)

4-се төр.) Метафоралар: (уҡытыусы метафораның аңлатмаһын әйтә) ( бауырың төшөп, иркәләйһең; ҡояш ҡарай көлөмһөрәп; елдәр ер өҫтөн ялай; ҡарт ҡылысын һөйрәп, ҡыш шығырлай; ерҙең төҫө уңған, урмандар туңған, дауыл көн-сыуаҡты ҡоротор; ерҙе-күкте ҡыр һыуытыр);

5-се төр.) Эпитеттар: (шулай уҡ эпитеттың нимә икәнен әйтә) (көндөң күҙе, ер йөҙөндә йәшлек күрке ҡалмай, көн-сыуаҡ);

Уҡытыусы: Ни 5с5н бе2 А3мулла ши1ырында1ы 87р9тл97 саралары 56т5нд9 эшл9нек. (Улар бе2г9 автор2ы4 идея8ын билд9л9рг9 яр2ам итте). Аҡмулла Көнсығыш классик шиғриәтен яҡшы үҙләштереп, ижади үҫтергән, төрлө һүрәтләү саралары менән шул тиклем иркен һәм оҫта эш итә.

  1. Аҡмулланың “Һыу”, “Ел”, “Ут”, “Тупраҡ” әҫәрҙәре өҫтөндә эште башлайыҡ.

  • Уҡыусылар, Аҡмулла боронғо философтарҙың тәғлимәтен һәйбәт белгән. Был әҫәрҙәрен боронғо Көнсығыш философтарының донъялағы дүрт элемент: ут, һыу, ел, тупраҡ тураһындағы ҡараштарынан сығып яҙған. Тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп эшләп алайыҡ:

  • 1-се “Һыу”, 2-се “Ел”, 3-сө “Ут”, 4-се “Тупраҡ” әҫәре буйынса баяғыса философик фекерҙәрен табырға, анализларға.

  • “Һыу” – ағалыр, күперәлер гөрөлдәп, дерелдәп ята, ҡышын ҡаталыр;

  • “Ел” – һуғалыр, дауыллап тора, ҡойон, дауыл-ғәрәсәт күтәрә, тына.

  • “Ут” - ут та, көл булып, ахырында, юҡ булыр;

“Тупраҡ” – төрлө затты тыуҙыра, тәбиғәттең үҙгәреше ҡырыйһыҙ, һис туҡтамай үҙгәрәлер…теҙелешеп ҡыйын-рәхәт көндәре.

Уҡытыусы: Аҡмулланың был әҫәрҙәре, уҡыусылар, хикмәт-парсалар жанрына инә.Ул тәбиғәттә бер туҡтауһыҙ барған күп яҡлы, ҡатмарлы үҫеш-үҙгәрештәрҙе һүрәтләһә лә, кеше ғүмеренең ана шул “ҡыйын-рәхәт көндәре”-нең бер күҙ асып йомған ваҡыт арауығында ғына булыуын күрһәтә.

Рефлексия: Шулай итеп, уҡыусылар, Аҡмулланың “Уяныу”, “Күкләм”, “Яҙ”, “Көҙ” шиғырҙары һәм парсалары буйынса ниндәй һығымта яһар инегеҙ?

Уҡыусылар һығымта яһай:( Аҡмулла тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән шиғырҙары ярҙамында йәмғиәт тормошона иғтибар итергә саҡыра. Кешеләрҙең ошо законды аңлауын, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын, тормошта үҙ урынын табып, мөмкин тиклем матур итеп үткәреүен теләй. Ул тәбиғәттәге гармонияны кешелек донъяһында ла күрергә теләй.)

Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар, ул үҙенең был шиғырҙарында алтындай ҡәҙерле ваҡытты, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе наҙан булып, ғилем-һөнәргә ынтылмай, битараф булып йәшәмәҫкә өндәй, аң-белемгә эйә булырға, һөнәргә өйрәнергә, әхлаҡи яҡтан камил булырға саҡыра. Уның шиғриәтенә хикмәтлелек, аҙ һанлы шиғри юлдар аша тәрән мәғәнәле, оло уй-фекерҙәрҙе биреү маһирлығы хас.

  • Беҙҙең был кластан тыш уҡыу дәресендә бик матур ҡатнашып ултырҙығыҙ.(Һәр кем үҙ эшен баһалай. Көндәлектәрегеҙҙә Туған телгә билдәләр ҡуйығыҙ)

VI.Өйгә эш: Аҡмулланың үҙегеҙгә оҡшаған бер шиғырын ятларға.

V. Дәресте йомғаҡлау. - Беҙ был кластан тыш уҡыу дәресенә ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ, үтәй алдыҡмы? Аҡмулла тураһында нимәләр белдегеҙ? Ни өсөн уның ижады бөгөн дә әһәмиәтен, көсөн юғалтмай?

(Аҡмулла шиғырҙарын бынан йөҙ йылдан ашыу элек ижад итһә лә, улар беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ тураһында кеүек. Әлеге заманда бигерәк тә ғилемле лә, һөнәрле лә, тәрбиәле, әхлаҡлы, мәҙәниәтле булыу сифаттары кәрәк.)

































Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Мифтахетдин Аҡмулла. Шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2006.

Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. Бишенсе том. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1993.

2.Ғималова М.Ғ. V-XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2005.

3. Ғафаров Б.Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1992.

4. Ҡунафин Ғ.С. Аҡмулланың шиғри йәйғоро. – Өфө: Китап, 2011.

5.Ҡасҡынова Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. – Өфө: Ғилем, 2007.

6.К.Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. Икенсе баҫма. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1985.

7.Янышев Ф.Ф. Аҡмулла аманаты: повестар, хикәйәләр, публицистика. – Өфө: Китап, 2012.

8.Янышев Ф.Ф. Аҡмулла рухы мәңгелек. “Ағиҙел” журналы, №3, 2016.



















Скачать

© 2023, 84 0

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!