СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Зәйнәб Биишеваның ” Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.” шиғыры

Нажмите, чтобы узнать подробности

Зәйнәб Биишеваның ” Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.” шиғыры темаһы Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә үтелә. Был дәрес разработкаһы Өфө ҡалаһы Ленин районы тарафынан үткәрелгән "Йыл дәресе" конкурсында1-се урын алды.Авторы : Сафина Әлиә  Ғафар ҡыҙы, 24-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Просмотр содержимого документа
«Зәйнәб Биишеваның ” Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.” шиғыры»


Тема:” Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.”

Маҡсат: 1. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;

2.Телмәр,тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү;

3.Тормошҡа, хеҙмәткә,З.Биишева ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:З.Биишева портреты, китаптары, биографиялы плакат, ребус, таблицалы плакаттар, карточкалар.

Дәрес эпиграфы:

Йәшәү бәхете—күңел сафлыҡта.

Йәшәү бәхете—дуҫлыҡ,хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете--илең, халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты.

1) сәләмләү

-Һаумыһығыҙ балалар! Ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ!

2) дежур менән әңгәмә

-Бөгөн көн ниндәй? Аҙнаның ниндәй көнө? Һауа торошо ниндәй?

3) тын алыу күнегеүҙәре.

-Тышта ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ шул һауаны танау менән тәрән һулап сығарабыҙ.

-Ҡулдарҙағы ҡар бөртөктәренә өрәбеҙ.

4) артикуляцион күнегеү (дәрес эпиграфын хор менән, йырлап уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу.)

2. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.

Дәресебеҙҙең темаһын һеҙ таҡтала күрәһегеҙ, әйҙәгеҙ хор менән уҡыйыҡ.(тәржемә итеү)

- Шулай итеп, эпиграфтан күренеүенсә бөгөн йәшәү, тормош, хеҙмәт тураһында һөйләшербеҙ.

- Был ҡанатлы һүҙҙәрҙең, дәресебеҙҙең эпиграф авторын белеү өсөн бына ошондай ребусты сисеп ҡарайыҡ әле (ребус сисеү – З. Биишева һүҙе килеп сыға).

- Шулай итеп бөгөнгө темабыҙҙың авторы – Зәйнәб Биишева. Беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләшербеҙ, уның “Йәшәү—хеҙмәт” тигән шиғыры менән танышырбыҙ.

3.Яңы теманы өйрәнеү.

1)Уҡытыусы һүҙе.

Кем ул Зәйнәб Биишева? Был һорауға яуапты бергәләп эҙләйек. Бының өсөн таҡталағы ошо блок-схемға күҙ һалайыҡ (таҡтала блок-схема № 2 эленгән)

Был таблица ҡояш формаһында эшләнгән. Ҡояштың уртаһы—ядроһы Зәйнәб Биишева үҙе булыр, ә ҡояш нурҙары-- яҙыусының эшмәкәрлеге, ижад өлкәләре.


Шулай итеп, З.Биишева тураһында тыңларға әҙерләнәйек. Уның тураһында һеҙгә иптәшегеҙ һөйләп бирер.

2)Уҡыусы һүҙе (биографиялы плакат буйынса).

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа .Ата -әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. 1911йылда атаһы үлеп китә. Зәйнәбтең бала сағы Исем ауылында үтә, шунда асылған мәктәпкә уҡырға төшә. Ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты тик 1924 йылда ғына тамамлай. Зәйнәб Биишеваны шул уҡ йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курстарына уҡырға ебәрәләр, шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсерәләр. Ул техникумды уңышлы тамамлап сыға.

3) Дәфтәрҙәрҙә эш

-Хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ һәм число, теманы яҙайыҡ.

- Артабан балалар ошо блок-схемаға (№2) иғтибар итәйек.Был ҡояш һүрәтен үҙҙегеҙгә төшөрөп, яҙып ултырығыҙ.

1. З.Биишева - уҡытыусы. Ул 1929-1931йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.

2. З.Биишева - комсомол комитеты сәркәтибе .Ул дөйөм уҡыу индереү ,колхоз төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

3. З.Биишева-яуаплы мөхәррир. 1938-1951 йылдар “Пионер “ дәреслек –журналында һәм башҡа гәзиттәрҙә, радио комитетта эшләй.

4. З.Биишева - шағир. Ул тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалар авторы. Мәҫәлән, “Гөльямал” шиғри повесы, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай” драма әҫәрҙәре.

5. З.Биишева - прозаик. Уның “Яҡтыға” трилогияһы, “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...” повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре билдәле.

6. З.Биишева - хикәйәтсе. Был йүнәлеште айырып ҡуйыу урынлылыр тип уйлайым, сөнки яҙыусы был жанрҙы яратып һәм оҫта итеп башҡарған. Мәҫәлән, “ Мөхәбәт һәм нәфрәт” китабы.

7. З.Биишева - тәнҡитсе. Ул матбуғатта тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр, иҫтәлектәр менән сығыш яһай.

8. З.Биишева - тәржемәсе. Мәҫәлән, А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”,

Н.Гоголдең “Тарас Бульба” һ.б әҫәрҙәрҙе тәржемә иткән.

--Шулай итеп, Зәйнәб Биишева хеҙмәт менән тулы тормош юлы үткән һәм үҙенең хеҙмәте өсөн миҙалдар, өс тапҡыр “Почет Билдәһе”ордены, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә.

--Күреүегеҙсә, яҙыусы ижады күп яҡлы, ҡояш кеүек сағыу һәм яҡты. Уның әҫәрҙәрен халыҡ бик тә яратып уҡый һәм ул беҙҙең әҙәбиәт өлкәһендә ғүмерлек яҡты ҡояшыбыҙ булып ҡаласаҡ. Уға бағышлап бик күп шиғырҙар яҙылған, шуның береһен, мин үҙем ижад иткәнен һеҙгә уҡып ишеттерәм.


Зәйнәб Биишеваға.

Зәйнәб Биишева- беҙҙең ил әсәбеҙ,

Яҡты ҡояшыбыҙ изге күк түрендә.

Һине маҡтап ,данлап беҙ йәшәйбеҙ,

Һоҡланабыҙ геройҙарыңа әҫәрҙәреңдә.


Ҡал һин мәңгелеккә йөрәктәребеҙҙә,

Беҙ Емешең, Байрасың кеүек булырбыҙ.

Һин тере һәйкәл беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә,

Ил әсәһе булған бөйөк кешебеҙ!


2)”Йәшәү –хеҙмәт “шиғырын уҡыу.

--Зәйнәб Биишева менән танышып үттек, әйҙәгеҙ хәҙер яҙыусының бик матур әҫәре “Йәшәү—хеҙмәт “шиғыры менән танышып китәйек.

а) һүҙлек эше(таҡтала яҙылған).

Шиғырҙа бына ошондай яңы һүҙҙәр осрар, был һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ (һәр бер һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөтөү).

б) өлгөлө уҡыу.

в) сиратлап тасуири уҡыу.

г) шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

-Шиғырҙың тәүге ике юлын тәржемә итәйек.

Әсеһен дә күрҙем ,сөсөһөн дә,

Үкенесем ерҙә ҡалманы.”

-Автор был юлдар менән нимә әйтергә теләгән?

-Былай тип әйтергә кемдең хаҡы бар?

-“Йәшәү - хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул” был һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

-Шиғырҙың төп фекерен аңлатып ҡарайыҡ. Шағирә унда нимә әйтергә теләгән?

-Шулай итеп, автор бер яҡтан шатлыҡлы ла, икенсе яҡтан ҡайғылы ла ғүмер юлында уратып алған гүзәл донъяны яратҡан һәм яратып туя алмаған. Уға тормош, йәшәү еңел бирелмәгән, ул быны көрәш, хеҙмәт, үҫеш аша үткән һәм был ваҡытта ғына ул йәшәү йәмен, рәхәтен күргән. Шағирә һеҙгә лә кәңәштәр биргән, кем нисек уйлай был шиғыр аша автор беҙҙе нимәгә өйрәткән?

-Эйе, йәшәү өсөн беҙгә иң мөһиме хеҙмәт итеү, тормош өсөн көрәшеү һәм шул уҡ ваҡытта үҫеүҙә мөһим. Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева беҙҙе йәшәгәндә ҡул ҡаушарып тик ултырмаҫҡа, эшләргә, хеҙмәт итергә, уҡырға кәрәклекте ошо шиғыр аша беҙгә еткерергә ашыҡҡан.

г) карточкалар менән эш.

- Хәҙер хеҙмәт темаһын дауам итеп карточкалар (№3) менән эшләп алайыҡ. Мин һеҙгә өйҙә хеҙмәт темаһына мәҡәлдәр ҡарап килергә ҡушҡан инем, ошо эште тикшереп алайыҡ. Карточкаларҙа мәҡәлдәр бирелгән һәр береһенең бер һүҙе төшөп ҡалған, һеҙгә үҙҙегеҙгә мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп тултырып дәфтәрҙәрегеҙҙә яҙып ҡуйырға кәрәк.

Дәресте йомғаҡлау.

-Бөгөн дәрестә беҙ нимәләр белдек? Зәйнәб Биишеваның ”Йәшәү—хеҙмәт” шиғырынан беҙ ниндәй яңылыҡ алдыҡ, яҙыусы беҙҙе нимәгә өйрәткән?

-Эйе, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, тырышып, ялҡауланмайынса эшләп, һеҙгә тырышып уҡырға ҡушҡан. Дәрес темаһы беҙҙең йәшәү девизы булып ғүмерлеккә ҡалһын!

-Уҡыусылар, дәрестә шиғырҙы тасуири уҡыуығыҙға, карточкаларҙа эшләүегеҙгә ҡарап баһалар түбәндәгесә.(баһа ҡуйыу.)

Өй эше: З. Биишева тураһында мәғлүмәт йыйып альбом төҙөргә һәм яҙыусы тураһында һөйләргә әҙерләнергә.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!