СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

З.Биишева ижады буйынса тест

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тестирование по творчеству З.Биишевой

Просмотр содержимого документа
«З.Биишева ижады буйынса тест»

1) З. Биишева ҡасан һәм ҡайҙа тыуа?
2) Нисәнсе йылдарҙа һәм ҡайҙа уҡытыусы булып эшләй?
(1929 – 1931 й. Баймак районы Темәс ауылында)
3) “Гөрләүектәр араһында” исемле тәүге хикәйәһе ҡасан, ниндәй журналда баҫылып сыға? (1930 й. “Ағиҙел”)
4) Тәүге китабы 1942 йылда донъя күрә. Ул нисек атала?
(“Партизан малай”)
5) З.Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй китаптарҙан тора?
(“Яҡтыға”, 1.“Кәмһетелгәндәр”, 2. “Оло Эйек буйында”, 3. “Емеш”)
6) Ошо трилогияһы өсөн яҙыусыға ҡасан һәм ниндәй премия бирелә? (1968 й., С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы)
7) Был өҙөк ниндәй шиғырҙан?
Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем?
Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?
Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип,
Әйтә алмаҫ хатта дошманым! (“Үтеп барам” шиғырынан)
8) “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исем ҡасан бирелә? (1990 й.)
9) Яҙыусының тыуған ауылы Туйымбәттәге мәктәп – музей нисәнсе йылда асыла?
10) З.Биишева исемендәге әҙәби премия нисәнсе йылда булдырыла? (1999 й.)
11) Был премияның беренсе лауреаты кем?
(Башҡортостандың беренсе президенты М. Рәхимов)
12) Был өҙөк ниндәй шиғырҙан?
Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта.
Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, сафлыҡта.
Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн.
Хеҙмәт аша тыуған хаҡлыҡта. (“Йәшәү бәхете”)
13)Башҡортостан китап нәшриәте нисәнсе йылдан З.Биишева исемен йөрөтә? (7 декабрь, 2007 йыл)
14) З.Биишеваның балалары тураһында нимә беләһегеҙ? (Улдары: Тельман – ғалим – биолог, Юлай – инженер, Дарвин – табип)
15) “З.Биишева үҙенең оло ижады менән һәр ваҡыт беренсе булды”. Ошо юлдарҙы аңлатығыҙ.
(Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары араһынан беренсе булып шиғыр китаптары баҫтырып сығарҙы, драма әҫәрҙәре яҙҙы, монументаль трилогия ижад итте. Беренсе булып “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы юғары исем алды).
16) Ҡыҙрас менән Юлдаш ниндәй әҫәрҙең төп геройҙары?
(“Дуҫ булайыҡ” повесы)
17) З.Биишеваның ниндәй хикәйәттәрен беләһегеҙ?
(“Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”)
18) Әҫәрҙең жанрын билдәлә.
Повесть “Серле йөрәк”
Хикәйәт “Нәҙер”
Әкиәт – пьеса “Башҡорт теле”
Драма “Имән”
Поэма “Уйҙар – уйҙар”
Шиғыр “һөнәрсе менән Өйрәнсек”
19) “З.Биишева” исемле китап – альбомды төҙөүсе авторҙы әйтегеҙ. (Ҡәҙим Аралбаев, Тельман Әминев)
20) Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған?
Изге моң алдында көсһөҙ
Бар мәкер, барлыҡ бығау.
Мә, улым, ал. Ал да уйна.
Бул үҙең моң. Бул ҡурай.
Юханы таныу, еңеүҙе
Өйрәтер изге ҡурай.
(“Тылсымлы ҡурай”, драматик поэма)
21) Был шиғыр юлдарының авторын билдәләгеҙ.
Арабыҙға килеп кергән бер ҡараҡай,
Әллә телһеҙ, әллә үҙе шулай шымбай. (Әбүс)
22) З.Биишеваға арналған ҡобайырҙың авторы, билдәле сәсәниә… (Р.Солтангәрәева “З.Биишеваға”)
23) Яҙыусы йәштәр тормошон ниндәй повестарында тасуирлай?
(“Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?)
24) З.Биишева нисәнсе йылдан профессиональ яҙыусы булып китә? (1959 йылдан)
25) Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
Шулай тағы күпмелер ваҡыт үткән. Һәм бына бер саҡ иң бөйөк, баҫалҡы кешене иҫкә алырға тип йыйылып килгән халыҡ, уйламағанда, көршәктә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын абайлап алған”.
(“һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте).

1. Яҙыусының тыуған ере
а) Шишмә районы Келәш ауылы
б) Дүртөйлө районы Әсән ауылы
в) Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы
2. Тыуған йылы.
а) 1908 йылдың 2 ғинуары
б) 1909 йылдың 9 февралендә
в) 1932 йылдың 12 февралендә

3.Ниндәй уҡыу йортон тамамлай?
а) Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында
б) Ырымбурҙа Башҡорт педагогия техникумы
в) Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында

4. Тәүге әҫәре.
а) “Кереш”
б) “Отряд ҡуҙғалды”
в) “Гөрләүектәр араһында”

5. Тәүге әҫәре ниндәй журналда, ҡасан баҫылып сыға?
а) “Октябрь” журналы, 1941йыл
б) “Сәсән” журналы, 1930 йыл
в) “Октябрь” журналы, 1930 йыл

6. Беренсе китабы нисек атала?
а) “Йәнле хәрефтәр”
б) “Елка”
в) “Партизан малай”

7. Яҙыусының шиғри повесы.
а) “Гөльямал”
б) “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”
в) “Тылсымлы ҡурай”

8. Юлдаш, Ҡыҙырас образдары ҡайһы әҫәренән?
а) Партизан малай”
б) “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”
в) “Дуҫ булайыҡ”

9. Юха, Ирәмәл батыр, Кинйәбай, Гөлзифа ниндәй драма геройҙары?
а) “Тылсымлы ҡурай”
б) “Нәҙер”
в) “Зөлхизә”

10. Көндәлек формаһында яҙылған повесы.
а) “Уйҙар, уйҙар…”
б) “Ҡайҙа һин, Гөлниса?””
в) “Сәйер кеше”

11. “Яҡтыға” трилогияһы ниндәй романдарҙан тора?

а) “Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу”, “Емеш”
б) Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш”
в) Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Яҡтыға”

12. “Ул улдарын ирле ҡатындырҙан кәм ҡараманы. Үҙе һуҡҡан киндер туланан өсөһөн бер төҫлө ап-аҡ итеп кейендереп, аҡсарлаҡтар кеүек йөрөттө”.
“Кәмһетелгәндәр” романындағы өҙөктә һүҙ кем тураһында бара?

а) Сыуаҡай
б) Ҡарасәс
в) Таибә

13. З. Биишева ҡайһы романын автобиографик әҫәр тип атаған?

а) “Кәмһетелгәндәр”
б) “Оло Эйек буйында”
в) “Емеш”

14. Ниндәй әҫәре өсөн С. Юлаев премияһы бирелә?

а) “Уйҙар, уйҙар…” повесы
б) “Кәмһетелгәндәр”” романы
в) “Яҡтыға” трилогияһы

15. Нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә?
а) 1990
б) 1995
в) 2005

16. Түбәндәгеләрҙең ҡайһыныһы З.Биишева исемен йөрөтә?

а) Башҡорт дәүләт драма театры
б) “Китап” нәшриәте
в) Ҡурсаҡ театры

17. Был шәхескә З.Биишеваның тормошо һәм ижады тураһындағы мәҡәләләре өсөн З.Биишева исемендәге премия бирелә.

а) М. Кәрим
б) Ә. Вахитов
в) И. Вәлитов

18. З.Биишева кемдең ниндәй әҫәрен башҡортсаға тәржемә иткән?
а) А.С.Пушкин “Капитан ҡыҙы”
б) Н.В. Гоголь “Тарас Бульба”
в) А.Н.Островский “Йәшен”

19. З.Биишеваға арналған “Йөрәк хәтере” патетик оданың авторы.
а) М.Кәрим
б) Ҡ. Аралбай
в) И. Кинйәбулатов

20. З. Биишеваға нисә тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены бирелә?
а) 1
б) 2
в) 3




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!