СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Времена года в творчестве Каусарии Шафиковой/Кәүсәриә Шафиҡованың ижадында йыл миҙгелдәре бирелеше

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тезис исследовательской работы

Просмотр содержимого документа
«Времена года в творчестве Каусарии Шафиковой/Кәүсәриә Шафиҡованың ижадында йыл миҙгелдәре бирелеше»

Яңауыл ҡалаһы И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназия МБДББУ,

Миндейәрова Лилиана,4-се б класы уҡыусыһы

Етәксеһе: Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кәүсәриә Шафиҡованың ижадында йыл миҙгелдәре бирелеше

Эҙләнеү эшенең актуаллеге. “Әйтәһе һүҙеңде шиғри телдә ,башҡалар йөрәгенә барып етерлек итеп әйтә алыу-ул ҙур бәхеттер!”(К.Шафиҡова) Эҙләнеү эшенең проблемаһы. Яңауыл еренең ғорурлығы, яҡташыбыҙ, шағирә, прозаик Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы Шафиҡованың ижадында миҙгелдәр сағылышын асыҡлау. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. Бәхетленән бәхетлерәк Итеп тоям мин үҙемде Шиғыр тыуып килгән мәлдә.[1,109]

Эҙләнеү эшенең маҡсаттары булып ошолар тора:

1) Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы Шафиҡованың тормош юлы һәм ижады менән танышыу.

2)Шағирәнең тәбиғәт ,йыл миҙгелдәре менән бәйле шиғырҙарына, хикәйәләренә байҡау яһау.

3) Йәштәштәремдә Кәүсәриә Шафиҡованың ижады менән ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Мин 4-се класта уҡыйым. Ҡулымда яҡташым шағирә, прозаик Кәүсәриә Шафиҡованың китаптары. Уның тормош юлы һәм ижады менән танышам. Кәүсәриә апай Шафиҡова ғаиләлә беренсе бала тыуған. Йәше генә тулып үткән, йүгереп йөрөгән ҡыҙсыҡ, полиомелит ауырыуы менән ауырый башлай, уны был ауырыу аяҡтан йыға. Күрһәтмәгән врач, күрәҙәсе әбей-бабайҙар ҙа ҡалмай, дауаланған больницаны һанап бөтөрөрлөк түгел, тик һөҙөмтә генә булмай. Кәүсәриә апай мәктәптә уҡый алмай. Тәбиғәт-беҙҙең тыуған йортобоҙ. Кемгәлер йәшеллеккә төрөүсе яҙ миҙгеле оҡшай,кемдер аллы-гөллө йәйгә ғашиҡ,өсөнсөләр алтын көҙгә дан йырлай, ә ҡайһы берәүҙәр ынйы ҡар бөртөктәрен емелдәткән ҡышты ярата.Кәүсәриә Шафиҡова “Тәбиғәт һәм кеше” нәҫерендә былай тип яҙа: “Һүҙ ҙә юҡ,матур һин,тәбиғәт!Һәр миҙгелең үҙенсә гүзәл,сихри йәм менән тулы. Һәр миҙгелдә күңелде иркәләй алырлыҡ наҙ бар.”[3,6] Кеше – тәбиғәт балаһы. Тәбиғәттән айырым тормош юҡ икәнлеген шағирәнең шиғыр юлдарында күрергә була.

Эскең килһә шишмә бар, Өшөһәң усаҡ яна. Менергә тиһәң бар тауы, Өҙөргә гөлө үҫә. Дауылы алһа хәлеңде, Иркәләп еле иҫә. Бөтәһе лә бар,сыға ҡояшы, Ямғыры яуа,ҡары.[2,63]

Шағирәнең яратҡан йыл миҙгеле-көҙ. Был турала:“Көҙҙөң төҫтәре лә күберәк. Нисектер, ижадымда ла көҙ айы уңышлыраҡ килеп сыға. Бәлки, көҙ айында тыуғанғалыр”,- ти ул. Уның көҙ тураһында яҙылған шиғырҙары бик күп.

“Көҙ төҫө”шиғырындағы юлдар менән танышайыҡ. Ел тирәкте тирбәткән дә, Ергә япраҡ һибелгән. Күҙ ҡамаша,бөтә биҙәк Алтын менән сигелгән.[1,78]

Ә ҡыш Кәүсәриә Шафиҡованың ижадында үҙенсә, башҡаса матур. Ҡыштың холҡо ла үҙгәреүсән. Ул ҡояш нурҙары аҫтында ынйы ҡар бөртөктәрен емелдәтә. “Ҡарлы иртә “шиғыры юлдарын ҡарап үтәйек.

Һибелә ҡар ынйылары, Урам тулған аҡлыҡҡа. Иртә менән ҡарҙар яуа, Юрайыҡ бер үк шатлыҡҡа.[2,32]

Яҙ миҙгеле наҙлы ҡояшы, иркә елдәре менән беҙҙе үҙенә йәлеп итә.Шағирәнең тормош юлын тамсы менән сағыштырыр инем. Ул да ҡар-боҙҙарҙы иретеп,ауырлыҡтар даръяһын еңеп,алға атлаған. Тыпылдап тамсы тамды, Күңелдәргә моң һалды. Был-яҙғы моң.Яҙ килде, Наҙ өләште,яҙ көлдө.[2,36] Йәй — йылдың иң эҫе ваҡыты. Йәйен йылы ҡояш нурҙары ерҙе иркәләй. Йәй көнө тәбиғәт төрлә төҫкә күмелә.Баҡсаларҙа еләктәр бешә, йәшелсәләр үҫә. Болондар хуш еҫле сәскәләргә күмелә. Был миҙгел дә Кәүсәриә апай ижадында үҙ урынын алған. Йәй башланды ,күкрәк тултырып Һулайым хуш еҫле һауа. Гүзәллектең юҡ үлсәүе, Күктән ергә нур яуа. .[1,52] Кәүсәриә апайҙың “Ҡарҙар булып яуам”нәҫеренән өҙөк менән танышайыҡ. “Йәй айы булһа әгәр,гел йылы ямғыр булып түгелер инем еремә. Баҡсалағы түтәлдәргә, иген ҡырҙарына, урмандарға, еләкле болондарға һәр тамсым шифа булыр ине,”-тип яҙған ул. Яҙын сәскә атҡан умырзая булһынмы,йәйен- йылы ямғырмы,көҙөн-бешкән алмамы, ҡышын-ап-аҡ ҡарҙар булһынмы, ул һәр ваҡыт беҙҙең арала.Шағирәбеҙ ижады менән беҙҙе тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға,бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәйенсә алға атларға өндәй.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Кәүсәрия Шафикова.Ачам күңел сандыгымны.Шигырьләр(татар телендә).ООО “Нур”,2007.,8-се б.,52-се б,56-сы б.,77-78-се б.,84-се б.,109-сы б.,142-се б.,153-сө б.

2.Кәүсәрия Шафикова, Рәфис Мөхәмәтдин.Ике аккош.- Уфа, “Мәгърифәт”,1995,23-сө,32-се,36-сы б.,63-сө б.

3.Шафикова Кәүсәрия.Күз яшьләрең-көмеш тамчы.Нәсерләр,парчалар. Уфа: Башкортстан “Китап” нәшрияты,2001,6-сы б.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!