СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Внеклассная работа

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Внеклассная работа»




Үтте һуғыш,ҡалды һағыш...

(Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына)


Маҡсат:

  • Уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы,Афған, Чечен яуҙары тураһындағы белемдәрен киңәйтеү;

  • Халыҡтың еңеүгә булған ышанысын, батырлығын, рухи ныҡлығын аңлатыу,

  • тыуған илебеҙгә ҡарата тоғролоҡ, ғорурлыҡ тойғоһо һәм һуғыш ветерандарына ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  мультимедия, видео-аудиояҙмалары, слайдтар, китаптар күргәҙмәһе, сәхнәләштереү өсөн кейемдәр, һалдат кейеме һ.б.

Ойоштороусы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм уҡыусылар.


Сара барышы.

Ауылда. Яҡын ҡыуаҡлыҡтарҙа һандуғас һайрай. Алыҫтараҡ кәкүк саҡыра. Клуб эргәһендәге майҙанда музыка яңғырай, сығарылыш уҡыусылары байрамға әҙерләнәләр, репитиция бара.

Бер мәл радионан бөйөк диктор Левитандың тауышы яңғырай (бөтә кеше радио тауышына йыйыла) :

Внимание! Внимание! Говорит Москва! Передаем важное правительственное сообщение. Граждане и гражданки Советского Союза! Сегодня 22 июня в 4 часа утра без объявления войны Германские вооруженные силы атаковали границы Советского Союза,напали на нашу страну, подвергли бомбардировке города Житомир, Севастополь и др.Началась Великая Отечественная война советского народа против немецко-фашистких захватчиков.Наше дело правое.Враг будет разбит.Победа будет за нами.

Уҡыусылар Вәсилә Ҡайыҡбирҙина ,Солтанов Рамил башҡарыуында “Батырҙар”йыры яңғырай. Экранда һуғыш күренештәре. Егеттәр сыға хәрби кейемдә , ҡулдарында автоматтар .

Әсәй: Балаҡайҙарым! Мин һеҙҙе йыраҡ юлға китер алдынан икмәктән ауыҙ иттерәм. (Һалдатҡа китеүсе егеттәр икмәктән ауыҙ итәләр). Тыуған яҡ ҡырҙарында  үҫкән игендән бешерелгән икмәк тәме һеҙгә ауыр ваҡыттарҙа көс бирһен, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын. Шул тәм һеҙҙе иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға алып ҡайтһын. Хәйерле юл һеҙгә, улдарым!


Ҡулъяулығым” Л. Сәхәбиева

Сиккән яулыҡ менән оҙаттым,
Һөйгән ярым һине, оҙаҡҡа.
Ҡулъяулығын болғай - болғай,
Китеп барҙың, булдың һалдатта.
Ҡулъяулыҡтар ҡалды инде артта,
Үтеп китте ундай замандар.
Кис ултырып сигеү сигеүҙәр,
Һағынырға ғына ҡалғандар.
Ҡулъяулығым бәлки юғалтҡанһың,
Әллә инде төҫө иңдеме.
Хәтирәләр булып һаҡларға,
Әллә йөрәгеңә күмдеңме...
Минең ҡулда һыңар ҡулъяулыҡ,
“Көтәм”, - тиеп сигеп яҙылған.
Мин көтһәмдә кире килмәнең,
Ҡулъяулыҡтың сите йыртылған.
Бик күп йылдар инде үттеләр,
Ҡулъяулыҡты әллә ташларға.
Оҙаҡ көттөм һыңар яулыҡты,
Яңы тормош бәлки башларға....


Батырҙар” йыры. Н. Нәжми һүҙҙәре, 3.Исмәғилев музыкаһы.

(Ҡыҙҙар менән хәрби бейеү хәрәкәттәрен башҡаралар. Йырҙың аҙағында аттарҙа яуға китеү , ҡыҙҙар хушлашыу хәрәкәттәре яһайҙар).

1.Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс — билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бетәбеҙгэ,.
Бәлки, кире тыуған илдәргә,
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбсҙгә,.
Бәлки, кире тыуған илдәргә.

2.Алдыҡ яра, йо үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек юлдар
Изге яуҙарҙа.

Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа'
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!

3.Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып килә аттар,

Дан бөркөлә, саң бөркөлҙ
Беҙҙең юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!


Священная война” йыры яңғырай.

Сәхнәгә хәрби кейемдә егеттәр һәм ҡыҙҙар сыға:(мультимедия)

1.11-се класс уҡыусыһы - Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!” шиғыры.

2.11-се класс уҡыусыһы Таһир Шахморатов башҡарыуында Рәми Ғариповтың “Дуҫтың үлеме” шиғыры.

3..10-сы класс уҡыусыһы Мифтахова Нәргизә – Рәми Ғарипов “Яндырылған хаттар” шиғыры.

4.11-се класс уҡыусылары Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер,улым, фашисты!” поэмаһынан өҙөктө һөйләйҙәр.

Уралың һиңә шулай ти,

Халҡың һиңә шулай ти:

Үлтер, улым, фашисты!

Үлтер, улым, фашисты!

Дошман алһа ереңде,

Пыр туҙҙырһа илеңде,

Илем, илем! – тигәнең,

Айбарлауың ни торор?

Алтмыштағы атаңа:

Ҡыуанысым! – тигәнең;

Иллеләге инәңә:

Йыуанысым! – тигәнең;

Көләс йөҙлө кәләшеңә:

Һандуғасым! – тигәнең;

Бишектәге балаңа;

Ҡолонсағым! – тигәнең –

Һуҡыр бер тин: шул торор!

Ереңде дошман алмаһын,

Илеңде дошман алмаһын, -

Үлтер, улым, фашисты!

Үлтер, улым, фашисты!



Алып барыусылар: Шәймөхәмәтова Ынйы һәм Шакиров Салауат(11-се кл.уҡыусылары)

1): Һуғыш… Ниндәй ауыр, ҡәһәрле, шомло һүҙ был! Ул нисә миллион кешенең ғүмерен өҙгән, күпме баланы етем иткән, ҡатындарҙы тол ҡалдырған…

2)Һуғыш! Меңләгән ҡалалар емерелгән, ер йөҙөнән гөрләп торған ауылдар юҡҡа сыҡҡан…

1):Ҡот осҡос һуғыш 1418 көн дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 34 477 000 кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары ла яуҙа һынатманы. Республикабыҙҙан 704 448 кеше һуғышҡа киткән.

2)Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты. СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырылды.

1)Башҡортостандан барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.

2)   277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Шуларҙың 38-е - Башҡортостандан.

1)Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә.

2) 1941 йылдың 18 ноябрендә ВКП(б) Өлкә комитеты һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы Башҡорт атлылар дивизиялары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бары тик доброволецтарҙан, патриот ир-егеттәрҙән генә торған 112-се һәм 113-сө Башҡорт кавалерия дивизиялары төҙөлә. Генерал Шайморатов етәкселек иткән Башҡорт кавалерияһы яугирҙарының аяуһыҙ көрәше күптәргә билдәле.

1) “Бурыс” З. Нуриәхмәтова
Афған ере... Чечня ере.

Ҡан ҡойошло һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ.
Рәсәй ҡушҡан - милли бурыс
Илтеп кертте беҙҙе һуғышҡа.
Бурыслы инеме йәш егеттәр,
Ҡан ҡойорға ошо һуғышта???
Ошо ерҙең тау-таштары һаҡлай,
Беҙ үтәгән хәрби бурысты....
Улһыҙ ҡалған яңғыз әсәләргә
Әйтегеҙсе, кемдәр бурыслы??!
Иҫән ҡалғандары кемгә кәрәк,
Һәр береһе үҙе маташа...
Нисә йылдар уҙған шул һуғышты
Төштәрендә күреп һаташа.
Ҡанлы һуғыш уҙған батыр һалдаттарҙы
Ҡайһы ваҡыт иҫкә алығыҙ.
Иҫәндәргә именлектәр теләп,
Үлгәндәргә доға ҡылығыҙ!.


2) Бик боронғо замандарҙан уҡ Ватан һаҡсыһы булыу – дәрәжәле, абруйлы һөнәрҙәрҙән  һаналған. Ил-көндәр тыныс булғанда,  егет кешенең армия сафтарында хеҙмәт итеүе – ныҡлыҡҡа һынауҙы үтеү ул.

1) Ана шул һынауҙарҙың иң ауыры ил һаҡларға киткән күпме һап-һау егеттәребеҙҙең иңенә төштө. Улар туранан-тура Афған һәм Чечен яуҙарына оҙатылды, күптәре илебеҙгә әйләнеп ҡайта алманы.

2)1979 йылдың 25 декабре көндө көндөҙгө сәғәт 3- тә совет ғәскәрҙәре Афған ере сиген үтеп керәләр.
1) Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта.

2)Был һуғыш беҙҙең ил өсөн 60 млрд һумлыҡ аҡланмаған һәм кәрәкһеҙ сығым булып әүерелә.

1) Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә . 

Афған һуғышы тураһында видео ҡарау

https://www.youtube.com/watch?v=FTbJFHKs1vA

2) Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана. 

1)Ошо йылдың 15 февралендә һуңғы совет һуғышсыһы Афған сиген атлап сыҡҡанға 30 йыл була. Был көндө дәүләтебеҙ хаҡына көс һәм сәләмәтлектәрен, үҙ тормоштарын биргән кешеләрҙе иҫкә алабыҙ, тыныс тормошто һаҡлау өсөн теләһә –ҡайһы минутта әҙер тороусы кешеләргә ышаныс менән ҡарайбыҙ. 

2)Чечен  ерендәге һуғыш беҙҙең ил территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң  иң ҙур хәрби бәрелеш була.  

2) Күпме ир-егеттәребеҙ чечен ерендә хеҙмәт итеп, һуғыш һәм үлем менән күҙгә - күҙ осраша,

1) Күпме һалдат хәбәрһеҙ юғала, күпме ҡара табут ҡайта.

2) Был мәхшәрле йылдарҙа Чечен халҡы 80 000 кешеһен юғалтһа,

1) Беҙҙең һалдаттарыбыҙҙың 17391-е вафат булып ҡалған, иҫәп-хисап буйынса, 16098 һалдатыбыҙ яраланған, 1231 -е хәбәрһеҙ юғалған.

2) Был һуғышта Рәсәйҙең дә, Чечен республикаһының да ғәйебе юҡ, был яу бары ҡайһы бер сит илдәрҙең мәкерле йоғонтоһо һөҙөмтәһе.

1) Иҫән ҡайтҡан һалдаттарҙың сәләмәтлеге, айырыуса психикаһы, күҙ һәм ишетеү һәләте, ныҡ ҡаҡшаған, госпиталдәрҙә дауаланыу алырға тырышһа ла, күптәре һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеү сәбәпле, йәшләй мәжбүри пенсияға сыҡҡан.

2)Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы...Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын, илебеҙ тыныслығы өсөн баштарын һалған, үҙҙәренең бурыстарын үтәгәндә һәләк булған, бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай арабыҙҙан киткән һалдаттарҙы 1 минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ

Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғына ишетелә.

1) Рәхмәт.

Алып барыусылар.

2)Бөгөнгө кисәбеҙҙә шундай батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ, донъяға матур тормош, азатлыҡ килтереүсе, Чечен яуының утлы мәхшәрен , һуғыштың бөтә михнәтен үткән хөрмәтле ветераныбыҙ Яҙыҡбаев Әхмәтхан Ғәйнислам улы беҙҙә ҡунаҡта.

1) Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ветераныбыҙҙы алҡышлайыҡ!

2) Күпме генә ғүмер үтмәһен, һеҙҙең йөрәктәрҙәге ауыр тойғоларҙы, һеҙ күргән ғазап-борсоуҙарҙы йыуып төшөрөү һис мөмкин түгел. Утлы юлдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәрегеҙ хәсрәте - былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар. 

1-се алып барыусы:

Чечен яуы ! Күпме йылдар был һүҙ һеҙҙең йәндәргә тынғылыҡ бирмәйҙер... Күпме ҡан-йәш түгелде, сәскәләй ғүмерҙәр өҙөлдө. Әммә һынатманылар беҙҙең егеттәр. Уларҙың береһе лә ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалһа ла, кешелек сифаттарын юғалтманы, намыҫына хыянат итмәне. Утты-һыуҙы кисеп тыуған илгә ҡайтҡас та һынатмай әле улар! 


2) Һуғыш.. Күпме ҡан ҡойолдо,
Йәш егеттәр шунда киттеләр.
Сәскә атҡан йәшлек ғүмерҙәре,
Ҡан ҡойошло яуҙа үттеләр.
Һуғыш, атыш, күпме юғалтыу,
Ғәрип ҡалды беҙҙең егеттәр.
Аяҡ - ҡулһыҙ ҡалды йәшлектә,
Бөтөнләйгә өҙөлдө өмөттәр.
Йәп - йәш егет ҡалды утлы юлда,
Аяҡ - ҡулы уның ныҡ беште.
Ә алыҫта ғәзиз әсәйҙәре,
Ҡан - йәш түгеп, тамам интекте..
Көн уйланы әсә, төн уйланы,
Күҙен алмай алыҫ юлдарҙан.
Ҡәһәр төшкән һуғыш яраланы,
Юҡ баланан хәбәр, хәбәр яуҙан.
Көттө әсә: аҙна, айҙар көттө,
Ғәскәр сыҡты һуғыш еренән.
Ҡайтты улы, ҡайтты ғәзизе,
Тик ниңәлер бик ныҡ үҙгәргән...
Һин иҫән бит, иҫән балаҡай,
Күрендең һин әсәң күҙенә.
Теш-тырнағың менән ҡаршы торҙоң,
Бирешмәнең әсе үлемгә...
Орден, миҙал һеҙҙең күкрәктәрҙә,
Исемегеҙ мәрмәр таҡтала,
Һәйкәлдәрҙә гөлдәр һеҙҙең өсөн,
Рәхмәтеңдән Аллам ташлама!!!


1) МИН ҠАЙТТЫМ, ӘСӘЙ!

Мин яуҙан ҡайттым. әсәй,
Үҙем түгел, ҡош булып.
Һайрап торам талға ҡунып,
Йырҙарыңа ҡушылып.
Һыҙлайҙыр, әсәй, йөрәгең,
Ҡош һайрауын тыңлаһаң.
Мин ҡайтам бит ҡоштар булып
Һағынғанда йырлаһаң.
Мин һуғыштан ҡайттым, әсәй,
Һыҙылып атҡан таң булып.
Бер кем күрмәй, сөнки атам
Бары һиңә танылып.
Мин яуҙан ҡайттым, әсәй,
Аҡтан да аҡ ҡар булып.
Тик кәфенем һинең өсөн
Ҡалды үлмәҫ зар булып. 





2)Әхмәтйән ағай хаҡында аҙыраҡ белешмә биреп китәйек.

1) Ҡот осҡос афәтте үҙ күҙе менән күргән, уның эсендә ҡайнаған, ямғыр кеүек яуған ҡурғаш аҫтында иҫән ҡалырға, ҡулһыҙ-аяҡһыз ҡалған һалдаттарҙың өҙгөләнеүҙәрен ишеткән , күргән хөрмәтле ветераныбыҙға һүҙ бирәбеҙ.

(Ветеранға һүҙ)



2)Роталағы йөҙләгән кешенән икәү генә тере ҡалып, тыуған яғына ҡайтып, ғүмер кисергән осраҡтар ҙа әҙ түгел Рәсәй чеченсылары тарихында. Әлеге көндә Чечен һуғышы ветерандары вафат булған яуҙаштары өсөн дә оҙон һәм сәләмәт ғүмер кисерһен, уларға яңы етәкселек иғтибарын көсәйтһен ине. 1)Беҙҙең Рәсәй территорияһы именлеген, тыныслығын һаҡлап, үҙ ғүмере,яҙмышы, һаулығы, ғөмүмән, бәхете менән түләгән егеттәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Уларға мәңгелек дан.

2)Лицейыбыҙ директоры хөрмәтле Ямғыршин Азамат Шамил улына һүҙ бирелә. Рәхим итегеҙ!

1) Тыныслыҡ! Донъяла унан да изгерәк нимә бар микән? Тыныслык ул – ата-әсәләрҙең тырыш хеҙмәте, аяҙ күк йөҙө, бер-беребеҙгә  булған яҡшылыҡ, беҙҙең яҡшы уҡыуыбыҙ.

2) Илдәр  тыныс булһын. Тыуған яҡтарҙан ситкә китергә тура килһә лә, иҫән-һау  үҙ яғыбыҙға  әйләнеп ҡайтырға яҙһын!.

1)Хөрмәтле дуҫтар! Кисәбеҙ ахырына яҡынлашты. Иҫән ҡайтҡан афғансылар, Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ арабыҙҙа йәшәй.

2) Улар беҙҙең арала . Төндәрен улар ҡабат- ҡабат шул һуғышты төштәрендә күрә. Уларҙың хәтерендә бөгөн дә меңәрләгән машиналар яна, дуҫтары , полкташтары һәләк була. 
1) Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ! 

2) Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ!

1) Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен! 
2) Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын. Һау булығыҙ!

1) Рәхмәт ! Хөрмәтле Әхмәтхан ағай, һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Үҙегеҙгә һәм ғаилә ағзаларығыҙға ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

1)Еңеүҙең 75-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен. Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!

2)Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!

Музыка аҫтында ветеранға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.

9-сы класс уҡыусыһы Рауил башҡарыуында “День Победы” йыры.

-

 










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!