СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий фольклорного театрализованного представления"Род кафера (безбожного)"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мероприятие предназначено на старшие классы. В сценарии рассказывается история происхождения русской семьи в башкирском селе Шулганово, Татышлинского района, Башкортостан. Событие происходит в 1775 году.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий фольклорного театрализованного представления"Род кафера (безбожного)"»

Фольклор сценариеһы “Көфөр заты” Маҡсат: Уҡысыларҙа халҡыбыҙҙың йолаларына ҡызыҡһыныу уятыу. Бурыстар: - халыҡ уйындары аша уҡыусыларҙы үҙ халҡының мәҙәниәте, йолалары тураһындагы белемдәрен камилләштереү; -һөйләм телмәрен үҫтереү; халыҡ- ауыҙ иҗады әсәрҙәренә ҡызыҡһыныу уятыу, -туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың тарихына, йола байрамдарына хөрмәт хистәре тәрбиәләү. Зал биҙәлеше: һыу буйы күренеше, ағастар, ҡыуаҡтар, тәбиғәт күренеше.  

Йыйын күренеше:

Егеттәр: Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ таҡмаҡлап алайыҡ әле!

Ҡыҙҙар:Була ул, егеттәр, әйҙәгеҙ! Башланыҡ!

Егеттәр:Әүһәләй, әүһәләй

Талпына ла елпенә,

Һауаларҙа юғала

Ҡашың ҡара, буйың зифа,

Кемгә насыйп ҡыҙ бала?

Ҡыҙҙар: Әүһәләй, әүһәләй,

Ниндәй матур йырҙар йырлай,

Ҡайҙан килгән был егет?

Егеттәр: Әүһәләй, әүһәләй,

Аҡ юл йәйләүенән килдем

Юрға атыма менеп.

Бөтәһе: Аҡ юл йәйләүенән килдем

Юрға атыма менеп.

Фәйзулла: Арағыҙҙан бер сибәрҙе

Урлайым кәләшлеккә!

1-се ҡыҙ: Ә, ә шулаймы? Ә һин утынды нисек киҫәһең: эреме, ваҡмы?

( ҡыҙҙар менән көлөшәләр)

Фәйзулла: Эре киҫәм, ваҡ киҫһәң, ялҡыны булмай бит!

1-се ҡыҙ: Утыныңды эре киҫһәң, кәләшең йәмһеҙ була.( Ҡыҙҙар менән

көлөшәләр)

2- се ҡыҙ: Ҡаштарыңды ҡарайым әле? Ҡаштар бер береһенә яҡын үҫһә,

кәләште яҡыннан алаһың

ти.( Ҡыҙҙар менән көлөшәләр)

2-се егет: Ә бына, ҡатының һәпрә булһа, энәңде үҙең һаплайһың, вәт! ( Егеттәр көлөшәләр)

3-сө ҡыҙ: Ишеттегеҙме, Бүгәсәүҙең( Пугачевтың) әрмеһен ҡырғандар, ти!

3- сө егет:Пугачев?

3сө ҡыҙ: Әйе, Пугачевты- Бүгәсәүҙе!

Фәйзулла: Ул әле Уса (Оса) ҡалаһында ине! Уның менән беҙҙең

ауылдашыбыҙ Йомаҡай Әсҡаров та! Ысынмы был хәбәр?

1-се ҡыҙ: Ә мин ,Салауат менән Йомаҡай алтын- көмөштәрен беҙҙең

Тәкмән тауға күмеп ҡуйғандар икән , тип ишеттем! ( Ҡыҙҙар уны

ситкә алып китәләр)

Фәйзулла:Туҡтағыҙ! Сеү! ( Ятып тыңлай)Ат тояҡтары тауышы!( Баҫа)

Бында киләләр!

Таралышығыҙ!

3-сө егет: Нимә булды, Фәйзулла?

Фәйзулла: Тауыштар нәҡ бында килә! Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ!

Сәхнәгә таныш булмаған йәш егет йүгереп керә:

  • Спасите меня! Бога умоляю! Спасите меня!

Фәйзулла: Кем һеҙ? Нимә булды?

Таныш булмаған егет: Я , я... Меня преследует карательный отряд

Екатерины!

Фәйзулла: Успокойтесь. Меня зовут Файзулла! А кто вы,добрый юноша?

Таныш булмаған егет: Я не юноша! ( баш кейемен һала, оҙон сәстрен

таратып ебәрә)

Фәйзулла: О , прекрасная девица! ( Ҡыҙҙан куҙен алмай)

Рус ҡыҙы: Спрячьте меня скорей!

Фәйзулла: Ҡайҙа йәшерәйем инде һине? ( йөрөнә)

Әйҙә сәстәреңде туҙғытайыҡ, йөҙөңә ҡором һөртәйек. Әсәй, кер

әле бында! Ярҙам ит әле беҙгә! (Әсәһе инә, аптырап тора ла,

ҡыҙҙы ҡором менән быяй башлай) Бына хәзер

һине бер кем дә танымай!

Карательдәр инә:

  1. се каратель: Именем царицы Екатерины второй, откройте!

Фәйзулла: Прошу милости, заходите! ( Тубыҡланып башын эйә)

2-се каратель: Здесь проходил изменник, преступник, злодей! Он не к вам зашел?

Фәйзулла: Аллам һаҡлаһын! Аллам һаҡлаһын! Здесь живу только я , мама и сестричка – дурочка!

( сәстәрен туҙғытып ултырған рус ҡыҙына күрһәтә)

1-се каратель: Вы не видели, куда он убежал?

Фәйзулла: Нет, нет!( Карательдәр сығып китә)

Әсәй: Уф, теҙҙәрем ҡалтырап төштө !

Фәйзулла: Тыныслан, әсәй! И ты прекрасная девица, успокойся! Как зовут тебя, краса небесная?

Рус ҡыҙы: (Оялып) Настенька... Я из восставших... Возлюбленная Пугачева. Всех поймали, одна я смогла убежать! ( Илай, Фәзулла йыуата)

Әсәй: Улым,әллә ғашиҡ булдың был ҡыҙға, бигерәк күҙҙәреңде алмайһың?

Фәйзулла:Әсәйем, әсәйем, ҡуйсы инде...( ҡыҙға ҡарап)

Ғашиҡ булдым мин һиңә

Ғашиҡ булдым ғумергә!

Насыйп булһын икебеҙгә

Гүргә бергә керергә!

Башҡалар инәләр.

  1. се ҡыҙ: Нимә булды, ниндәй тауыш?

Әсәй : Балаҡайым өйләнә, балаҡайым!

  1. ҡе ҡыҙ: Фәйзулла?! Нисек инде өйләнә? Был көфөр ҡыҙы, һинең затың көфөр буласаҡ!

Фәйзулла: Мин ғашиҡ булдым, Гөлбикә, өйләнәм!

3-сө ҡыҙ:Ҡуй инде, Гөлбикә, яратһаң, милләткә ҡарамайҙар ! Ғаилә нигеҙе- мөхәббәт!

Егеттәр: Фәйзулла. Беҙ һинең өсөн шатбыҙ!

Әсәй: Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, тамаҡтарығыҙ кипкәндер, ҡымыз менән һыйлайым үҙегеҙҙе. ( Ҡымыҙ эсереп сыға) Әсән ханыбыҙ Аҡ батшаға барғандан башлап, урыҫтар менән татыу йәшәйбеҙ! Өйлән, улым, риза – бәхиллегемде бирәм!

Ҡыҙҙар: Туй! Туй!

Әсәй: Ҡыҙым, сәстәрең бигерәк матур төҫтә икән. Әммә беҙҙә , башҡорттарҙа, ҡатын- ҡыҙ гүзәллеген теләһә кемгә күрһәтеүҙән тыйылырға тейеш! Бына һиңә яулыҡ. Сәстәреңде ҡапла, йәме!

Фәйзулла егеттәрҙе ситкә алып китеп һораша:

  • Карательдәр ихтилалсыларҙы тотҡан ,тигән хәбәр килде. Әгәр Салауат иҫән- имен булһа, беҙ уға эйәреп китәбеҙ!

2-се егет: Салауат- тыуған илдең ҡото!

3-сө егет: Башҡортомдоң ҡаны

Үҙ халҡымдың даны!

Егеттәр: Ҡотлайбыҙ һине, Фәзулла! Башын иҫән- һау булһын, тигеҙ йәшәгеҙ!

Әсәй: Туй сеңләүһеҙ булмай!Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ. Башлағыҙ! ( Сеңләүҙәр ишетелә)

Ҡыҙҙар:

Сейәһе сейә икән дә,

Һабагы оҙон икән.

Кейәүе кейәү икән дә,

Аягы оҙон икән.

Урыҫ ҡыҙы:

О дивный край,

Страна башкир,

Страна лесов,

Высоких гор!

Дивы твои поля,

Луга и родники.

Народ могучий

Бестрашные герои!

Здесь мой быт

Здесь мое место!

Любезные вы мои, я исренне вас полюбила! Здесь я обрела покой, счастье и любовь! ( Фәйзулла менән Настенька баш эйәләр)

Т А М А М






















Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!