СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Етем төлкө"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Инсценирование башкирской народной сказки "Етем төлкө"

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Етем төлкө"»

Етем төлкө


Маҡсаты: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ әкиәте һәм уның йөкмәткеһе менән таныштырыу, әкиәттәр менән ҡыҙыҡһындырыу, башҡорт халыҡ әкиәттәренә һөйөү тәрбиәләү, образдар аша яҡшы һәм насар ғәҙәттәрҙе күрһәтеү, тормошта дуҫ-татыу йәшәргә өйрәтеү.


Ҡатнашалар: 6 - 7 класс уҡыусылары


Айыу – Сәлихов Раил

Бүре – Йыһаншин Иҙел

Эт – Исхаҡова Диана

Ҡуян – Юлаева Лиә

Етем төлкө – Мәһәҙиева Эвелина

Автор – Шәйәхмәтова Алина



Автор: Бер заман Айыу, Бүре, Эт, Ҡуян бергә йәшәй башлағандар.

(Хайуандар барыһы ла сәхнәгә сыға һәм музыкаға бейей башлайҙар. Дуҫтар бейеүе.)

Бүре: Быйыл бергәләшеп йәшәгәс, еңелерәк булды, эйе бит.

Эт: Эйе шул. Һыйыр һатып алдыҡ. Йәй буйы һөтөн эстек, ҡаймағын бешеп, бер батман һары май ҙа эшләнек.

Ҡуян: Хәҙер беҙгә майҙы ҡайҙа ҡуйырға уйларға кәрәк.

Айыу: Әйҙәгеҙ, майҙы өй башына, ҡыйыҡ аҫтына ҡуяйыҡ. Хәҙергә майға берәү ҙә теймәһен. Ҡыш еткәс, аҙлап-аҙлап ҡына алырбыҙ ҙа майға картуф ҡурырбыҙ.

Автор: Бер көндө кис менән былар сәй эсеп ултыралар икән, кемдер берәү ишек шаҡый.

Айыу: Ҡуян, ишекте ас әле.

(Ҡуян ишекте аса ла, ҡулына ҡомған тотҡан Төлкө килеп инә)

Ҡуян: Әйҙәгеҙ, керегеҙ.

(Музыка. Төлкө бейеп ала).

Төлкө: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Хәйерле кис!

Мин яҡты донъяла япа-яңғыҙ ҡалған үкһеҙ етеммен. Мине лә үҙегеҙҙең араға алһағыҙсы!

Айыу: Ярар, һине үҙебеҙҙең араға алыу-алмау тураһында хәҙер һөйләшербеҙ.

(Хайуандар бергәләшеп һөйләшеп алалар)

Ҡуян: Был Төлкө әҙәпле генә, баҫалҡы ғына күренә. Үҙебеҙҙең янға алайыҡ әйҙә.

Айыу: Ярар, алайыҡ. Бергәләп йәшәйек.

Автор: Шулай итеп, Төлкө улар менән бергә йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең һүҙен тыңлап, ни ҡушһалар шуны эшләгән. Хатта Ҡуянға ла ярҙам иткән.

Айыу: Әйҙәгеҙ, өй алдын ҡараштырып керәйек.

(Барыһы ла сығып китәләр)

Автор: Күп тә үтмәй Төлкө ҡыйыҡ аҫтында бер батман май йәшерелгәнен белеп ҡалған.

Төлкө: Былар ҡыйыҡ аҫтына бер батман май йәшергәндәр икән. Нисек итеп был майҙы үҙем генә ашарға? Берәй хәйләһен табырға кәрәк.

(Хайуандар барыһы ла өйгә инәләр)

Төлкө: Ҡапҡа ныҡ бикләнгәнме икән, ҡарап керәйем әле.

(Төлкө сығып китә. Ул ишек шаҡыған була ла, сит тауыш менән һорай.)

Төлкө: Етем Төлкө өйҙәме?

Ҡуян: Өйҙә,өйҙә, хәҙер тыштан инер.

Төлкө (сит тауыш менән): Ингәс тә әйтегеҙ әле, хәҙер үк беҙгә яңы тыуған бурһыҡ балаһына исем ҡушырға барһын!

Айыу: Ярар, әйтербеҙ.

(Төлкө өйгә ингән.)

Бүре: Төлкөкәй, яңы ғына берәү килеп һине бурһыҡ балаһына исем ҡушырға саҡырҙы.

Төлкө: Улай булғас, барырға кәрәк.

Автор: Йылдам ғына йыйынған да ул өйҙән сығып киткән. Өйҙө бер әйләнеп сыҡҡан да, өй башына менеп киткән. Батман тулы майҙы ашай башлаған да, бер аҙ ял иткәс, өйгә кире ингән.

Ҡуян: Йә, нимә менән һыйланылар үҙеңде?

Төлкө: Ҡурылған ҡаҙ, тауыҡ, һары май менән һыйланылар.

Эт: Ниндәй исем ҡуштың?

Төлкө: Башбала тип ҡуштым.

Автор: Икенсе көндө Төлкө тағы сығып китә.

Төлкө: Миңә тағы исем ҡушырға барырға кәрәк.

Автор: Төлкө тышҡа сығып, өй башына менгән дә майҙы батмандың яртыһына төшкәнсе ашап, өйгә ингән.

Ҡуян: Яңы тыуған балаға ниндәй исем ҡуштың?

Төлкө: Уртансы.

Автор: Өсөнсө көндө лә Төлкө, хәйләһен табып, өй башына менгән. Был юлы инде майҙы бөтөргәнсе ашаған да өйгә ингән.

Бүре: Йә, быныһына ниндәй исем ҡуштың?

Төлкө: Кинйә тип ҡуштым.

(Музыка)

Автор: Ҡыш килеп еткән. Көндәрҙән бер көндө Айыу иптәштәренә әйткән.

Айыу: Йә, дуҫҡайҙарым! Бер аҙ май алып инеп, картуф ҡыҙҙырырға кәрәк.

Эт, Ҡуян: Әйҙәгеҙ, әйҙә, ҡыҙҙырайыҡ.

Айыу: Бар, Төлкө, һин бер аҙ май алып кер.

(Төлкө сығып киткән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Төлкө буш батман тотоп, ҡысҡырып килеп керә.)

Төлкө: Бында бер ниндәй ҙә май юҡ. Буш батман ғына.

Бөтәһе бергә: Нисек? Май ҡайҙа булған?

Бүре: Был майҙы ҡайһы оятһыҙы ашаны икән?

Ҡуян: Хәҙер үк ҡараҡты табырға кәрәк!

Автор: Ҡараҡты нисек табырға, тип оҙаҡ уйланалар улар.

Айыу: Әйҙәгеҙ, ҙур итеп ут яғайыҡ та, үҙебеҙ шуны түңәрәкләп ултырайыҡ. Майҙы кем ашаған булһа, ут ҡыҙыуынан уның эсендәге майы иреп тышҡа сығыр.

Автор: Шулай итеп, ут яғып ебәргәндәр былар. Ут янында ултыра торғас, йылынып йоҡлап киткәндәр. Айыу барыһынан да ҡатыраҡ йоҡлаған. Тик Төлкө генә йоҡлай алмаған. Шул саҡ ул үҙенең бөтә тәне буйлап май аҡҡанын күргән. Ул оҙаҡ уйлап тормаған, бөтә майын һыпырып алған да Айыуға һылаған.

Бөтәһе лә уянып китһәләр, Айыуҙың бөтә тәне майға буялған.

Төлкө (ҡысҡырып): Майҙы бына кем ашаған икән!

Айыу: Ашыҡмағыҙ! Бында ниндәй ҙә булһа хәйлә бар!

Бүре: Утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғырға ла тағы ла һынап ҡарарға кәрәк!

Төлкө: Ут яғырға кәрәкмәй, Айыу ағайға бик эҫе бит.

Автор: Тағы ла ут яҡҡандар ҙа түңәрәкләп ултырғандар. Айыу тағы ла ҡаты итеп йоҡлап киткән. Ә Бүре, Эт, Ҡуян юрамал йоҡлағанға һалышҡандар. Төлкөнөң тағы ла майы һарҡып сыға башлаған.

(Төлкө үҙенең өҫтөндәге майҙы Айыуға һылай һәм башҡалар күреп ҡала)

Эт: Бына ҡайҙа икән ул ҡараҡ! Етмәһә, йыуаш ҡына бер етем булып ҡыланды!

Айыу: Ни булды? Ниндәй тауыш?

Бүре: Майҙы Төлкө ашаған!

Ҡуян: Төлкө урлаған.

Эт: Хәҙер үк үксәңде күтәр бынан!

Бүре: Эҙең дә булмаһын!

Ҡуян: Бар, сығып кит бынан!

Автор: Төлкө ҡомғанын алған да башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән.

(Музыка. Дуҫтар бергәләп бейей).























БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

ҠАБАҠ АУЫЛЫ ЛИЦЕЙЫ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ









ЕТЕМ ТӨЛКӨ”


(башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереү)
















Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Тузбекова Раушания Минаслямовна


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!