СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка мероприятия "Шишмә – йәшәү сығанағы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мероприятие для учащихся средней школы. Цель мероприятия: воспитание патриотизма, любви к родной земле.

Просмотр содержимого документа
«Разработка мероприятия "Шишмә – йәшәү сығанағы"»

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

«Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль район

Хакимиәтенең мәғариф бүлеге» муниципаль учреждениеһы

Штәнде урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм

белем биреү бюджет учреждениеһы







/Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинарында

үткәрелгән дәрестән тыш сара эшкәртмәһе/




Төҙөүсе: Балтас районы Штәнде урта

дөйөм белем биреү мәктәбенең I категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Вәлинурова Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы


2018


Легендаларҙа халың тарихы.


Маҡсат: халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән байрамдары, уйындары менән танышыу, киләсәк быуынға еткереү, рухи үҙаң тәрбиәләү.

Бурыстары: халыҡ байрамдарын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының йәш граждандарын халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән йолалары рухында тәрбиәләү; уларҙың тирә-яҡ мөхиткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен, балаларҙың сәләмәт, зиһенле булып үҫеүҙәренә ярҙам итеүен асыҡлау.


Тәбиғәт күренеше. Бабай сыға ла доға ҡыла башлай, шул ваҡытта ике малай ат булып сабып килеп инәләр.

1-се малай: Йә, шәберәк, но- но

2-се малай: Олатай, нимә эшләйһең ул?

Олатай: Йәшәү сығанағы булған шишмәне өшкөрәм.

2-се малай: Ҡалай ҡыҙыҡ, ә ни өсөн?

Олатай: Шишмәнең һыуы юҡ булмаһын, һыуы таҙа булһын тип өшкөрәм. Улдарым, килегеҙ әле миңә яҡыныраҡ. Бына был шишмәне һаҡларға кәрәк. Шишмә ҡороһа, был тирәлә бөтөн тереклек юҡҡа сығыр. Һыу кешеләргә лә, ағастарға ла, йәнлек- ҡоштарға ла бик кәрәк. Кеше аслыҡҡа түҙә ала, ә бына һыуһыҙ оҙаҡ тора алмай. Ер ҙә һыуһыҙ тора алмай

1-се малай: Олатай, һин ер күп тигәйнең бит.

Олатай: Ер күп ул, улым, ләкин уны һаҡларға кәрәк. Мин уны ваҡытында фашистарҙан һаҡланым. Күпме кешеләр һуғышта ошо ерҙе һаҡлап үлеп ҡалды. Ә хәҙер барыбыҙға ла ерҙе бысраныуҙан, һыуҙарҙы ҡороуҙан һаҡларға кәрәк. Кеше үҙе лә бит һыуҙан яралған. Әйҙәгеҙ әле үҙемдең ҡобайырымды тыңлап китегеҙ:

Ай, тыуған ер, тыуған ер

Атам-әсәм тыуған ер.

Дүрт аяҡлы януарға

Төйәк булған тыуған ер.

Йылғалары, шишмәләре,

Сылтырап аҡҡан, тыуған ер

Таҙа һыулы шишмәләре

Йәшәү сығанағы ул.

 

2- се малай: Олатай, беҙ бит был шишмәне йыл да таҙартып торабыҙ.

Олатай: Һай афарин, уландарым, бик яҡшы эш эшләйһегеҙ.!

  1. се малай: Олатай, ҡайғырып ултырма әле. Һин бит донъяла һыу күп тигән инең, бөтмәҫ әле. Ана, өйҙә кранды асып ҡына ебәр, күпме теләйһең шуныңса аға.

Олатай: Юҡты һөйләмә, улым! Донъяла бөтмәҫ нәмә юҡ. Ана кешеләр бик күп ағас киҫәләр, Танып, Итәүәш буйҙарын бысраталар. Таныпҡа ғына ҡарағыҙ, һыуы кәмене. Күп йылғалар ҡороно. Шишмә ул улым, ер аҫтынан бер урында килеп сыға. Шул урынды шишмә башы тейҙәр. Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең шишмә башын кәртәләп бөтөрәйек, ҡош-ҡорт, малдар тапамаһын, бысратмаһын.

2-се малай: Әйҙә, олатай . (китәләр)

Олатай: Эш бөткәс, шишмә һыуы менән сәй эсеп алырбыҙ.

Әбей ҡыҙҙары менән шишмәгә килә.

1-се ҡыҙ: Өләсәй, һин шишмә буйына ниңә ҡаҙан тотоп килдең?

Өләсәй: Ямғыр яумаған йылды беҙ шулай ҡаҙанды шишмәгә ҡаплап ҡуябыҙ. Ул ямғыр теләү йолаһы була, балам. Әйҙәгеҙ әле, ямғыр теләү теләктәрен әйтеп алайыҡ,

Ямғыр яу, яу, яу

Иген үҫһен тау, тау, тау

Ямғыр яу, яу, яу

Иген үҫһен тау, тау, тау

2-се ҡыҙ: Ямғыр яу, яу, яу

Иләкләп, силәкләп,

Илгә лә бир, көнгә лә бир

Күберәген беҙгә лә бир.

3-сө ҡыҙ: Ямғыр яу, яу, яу

Ашлыҡ үҫ тау, тау

Ҡороған ер һыу эсһен

Ағастар бейек үҫһен.

Өләсәй: Теләгебеҙ ҡабул булһын, амин!

1-се ҡыҙ: Өләсәй, ана кемдәр килә ул!

Өләсәй: Ә улар, беҙҙең ауыл егеттәре. Илебеҙҙе һаҡларға, хәрби хеҙмәткә китергә йөрөүсе егеттәр.

Егеттәр: Һаумыһығыҙ, Гөлсара әбей! Хәлдәрегеҙ нисек?

Өләсәй: Аллаға шөкөр, балалар, әйҙәгеҙ шишмә һыуын тәмләгеҙ. Саф шишмәләй булһын уйығыҙ, иҫән- һау йөрөп ҡайтығыҙ.

1-се егет: Эй һин, шишмә, ҡорома

Тик насарға юрама

Тәңкә- тәңкә хәйер һалам

Иҫән әйләнеп ҡайтырға

2-се егет: Эй, тыуған ауылым, Таныбым, Итәүәшем, һағынырмын инде мин һеҙҙе. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. (хәйер  һала)

Ҡыҙҙар һыу алалар, ошо ваҡытта малайҙар сабышып килеп сығалар Һәм ҡыҙҙарҙы ирештерә башлайҙар

1-се малай: ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, һауалағы йондоҙҙар

2-се ҡыҙ: Малайҙар, малайҙар, сүплектәге ҡалайҙар.

2-се малай: Түбә тигән

-Түбә

-Иртәгә һине малайҙар үбә.

1-се ҡыҙ: Кит инде, нимә һөйләп торған була. Һөт, тигән,

-Һөт

-Танауыңды һөрт- тип малайҙың танауын ҡыҫа ла, көлөшә- көлөшә ҡасып сығып китәләр. Бер аҙҙан биҙрәләрен ҡалдырып кире сығалар.

4-се ҡыҙ: Һеҙ ҙә шишмә буйына килдегеҙме?

1-се малай: Беҙ күптән бында инде.

2-се малай: Олатайым менән шишмә башын таҙартабыҙ

3-сө ҡыҙ: Әйҙә берәй уйын уйнап алабыҙ.

1-се малай: Ниндәй уйын уйнайбыҙ?

2-се ҡыҙ: Әйҙә “Йөҙөк һалыш” уйнайбыҙ.

Балалар: Әйҙә, әйҙә.

Юлиә: Мин көтөүсе булам.

Миләүшә: Мин йөҙөк һалам. (Һалып сыға.) Кемдә йөҙөк?

Юлиә: Рәшиттә.

Миләүшә: Дөрөҫ түгел. Ниндәй яза бирәбеҙ?

Балалар: Бейеһен, бейеһен.

Юлиә менән Ләйсән «Батмус» бейеүен бейейҙәр.

Миләүшә: Кем көтөүсе?

Азат: Мин көтөүсе булам.

Миләүшә: (Йөҙөк һалып сыға) Кемдә йөҙөк?

Азат: Был юлы йөҙөк Ләйсәндә.

Барыһы ла: Дөрөҫ түгел.

Миләүшә: Дөрөҫ түгел. Ниндәй яза бирәбеҙ?

Лилияна: Баянда уйнаһын.

Азат баянда уйнай.

Балалар: Һай афарин!

Миләүшә: Кем көтөүсе?

Айгөл: Мин көтөүсе булам.

Миләүшә: (Йөҙөк һалып сыға) Кемдә йөҙөк?

Айгөл: Был юлы йөҙөк Ильнурҙа.

Барыһы ла: Дөрөҫ түгел.

Миләүшә: Дөрөҫ түгел. Ниндәй яза бирәбеҙ?

Балалар: Бейеһен, бейеһен.

Айгөл: Әйҙә, егеттәр, ҡыҙҙар бергә бейейбеҙ.

Коллектив бейеү

Миләүшә: Кем көтөүсе?

Марсель: Мин көтөүсе булам.

Миләүшә: (Йөҙөк һалып сыға) Кемдә йөҙөк?

Марсель: Был юлы йөҙөк Иринала.

Барыһы ла: Дөрөҫ түгел.

Миләүшә: Дөрөҫ түгел. Ниндәй яза бирәбеҙ?

Балалар: Йырлаһын, йырлаһын

Марсельйырлай.

Балалар: Һай афарин!

2-се ҡыҙ: Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайбыҙ.

3-сө ҡыҙ: Ә ниндәй уйын уйнайбыҙ?

1-се ҡыҙ: Өләсәйемдән һорайыҡ әле, ул берәй уйын өйрәтер әле. Өләсәй берәй уйын өйрәт әле?

Өләсәй: Беҙ элек ҡырҡ таш уйынын яратып уйнай торғайныҡ. Уның өсөн шишмәнән матур ғына  ҡырҡ таш йыйып алырға кәрәк.

Балалар таш йыялар, өләсәй ергә балаҫ түшәй. Балалар килеп шунда ултыра. Өләсәй уйнап күрһәтә.

Өләсәй: Бына был таш бәхет ташы, быныһы иман ташы, быныһы намыҫ ташы, был таш белем ташы. Таштарҙы бына ошолай һикертәһең (күрһәтә)

Ҡыҙ һикертә. Бәхет ташы был ҡыҙым, бәхетле булырһың,

Малай һикертә: Олатайың кеүек иманлы булырһың, иман ташын тотҡанһың, улым

Ҡыҙ һикертә: белем ташы был балам, белемле булырһың, алла бойорһа

Малай һикертә: Һин балам ошо ерҙең хужаһы булырһың, еребеҙҙе, һыуҙарыбыҙҙы һаҡларһың. Ана олатайығыҙ ҙа килә.

Олатай: Әйҙәгеҙ шишмә һыуы менән сәй эсеп алайыҡ.

Өләсәй: Ҡыҙҙарым, ашамлыҡтарҙы килтерегеҙ (сәй эсәләр)

2-се ҡыҙ: Өләсәй, ҡалған ризыҡтарҙы нимә эшләтәйек ул?

Өләсәй: Икмәк валсыҡтарын ташларға ярамай, ҙур гонаһ ул, ана балыҡтарға,шишмәгә һалығыҙ.

Олатай: Бына уландарым, бик яҡшы эш эшләнегеҙ, шишмә башын таҙартып, кәртәләп ҡуйҙыҡ. Алла бойорһа, шишмәбеҙ һыуы бөтмәҫ әле

Өләсәй: Балалар, ә һеҙ ошо йылғаның исеме ни өсөн Итәүәш тип аталғанын беләһегеҙме?

Балалар: Юҡсы, белмәйбеҙ.

Өләсәй: Тыңлағыҙ улайһа. Бер заман беҙҙең ата-бабаларыбыҙ төпләнеп ултырырға урманға, һыуға бай ерҙәр эҙләп, ошо ерҙәргә килеп сыҡҡандар. Рус землемеры ауыл ерен үлсәп биргән дә “Это ваше” тигән. Ата-бабаларыбыҙ рус землемерының һүҙҙәренән сығып ауылды Итәүәш тип атағандар. Был ауылдың беренсе исеме булған. Һуңынан ауыл уртаһынан ишелеп-ишелеп аҡҡан йылғаны ла Итәүәш тип атай башлағандар.


1-се ҡыҙ: Бик ҡыҙыҡлы был риүәйәт.

4-се ҡыҙ: Эйе, миңә лә оҡшаны. Йылғабыҙға, урмандарға теләк теләп алайым әле:

Сылтырап аҡһын шишмәләр

Урмандар үҫһен шаулап.

Иламаһындар улар

Кешенән ҡурсыу һорап.

 

Өләсәй: Амин, шулай булһын. Донъялар тыныс торһон. Әрмеләргә барған балаларыбыҙ иҫән-имен йөрөп ҡайтһындар. Иҫән-һау булайыҡ. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡайтайыҡ инде.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!