СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Р.Ниғмәти "Ватан" шиғыры.Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре

Нажмите, чтобы узнать подробности

Поурочное планирование урока в 8 классе по государственному башкирскому языку Республики Башкортостан.Урок проведен в незнакомом классе в рамках семинара учителей башкирского языка 

Просмотр содержимого документа
«Р.Ниғмәти "Ватан" шиғыры.Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре»

Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы

Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы,

Яңауыл ҡалаһы 1-се УДББМ МБДББУ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Тема: Р.Ниғмәти “Ватан” шиғыры.Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

Маҡсат:

1.Р.Ниғмәтиҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу

2.Шиғырҙың төп фекерен асыҡларға өйрәтеү;әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен ҡабатлау;бәйләнешле һөйләм телмәрен байытыу

3. Тыуған илгә ғорурлыҡ,һөйөү хисе ,илһөйәрлек рухы, тәрбиәләү

Дәрес барышы.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.Мин Әлфиә Әнүәр ҡыҙы.Бөгөн дәресте бергәләп алып барырбыҙ.

Артикуляцион күнегеү.

Уҡыусылар,экранға иғтибар итегеҙ әле.Шиғырҙа ниндәй һүҙҙәр төшөп ҡалған тип уйлайһығыҙ?

-Эйе,дөрөҫ.

1)Шиғырҙы эстән уҡып сығыу;

2)күҙҙәр менән уҡыу(уҡытыусының күрһәтеү таяғына эйәреп );

3)ярты тауышҡа уҡыу;

4)тиҙ генә уҡыу;

5) шиғырҙы етеҙ темпта уҡыу.

Инеш әңгәмә.

1)-Ә нимә һуң ул Ватан? Тыуған ил төшөнсәһе тураһында һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? Әйҙәгеҙ әле, үҙегеҙҙең туған ерегеҙҙе тасуирлап, үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. 2)Шиғырҙан Ватан һүҙенә синоним һүҙ табайыҡ.

Халҡыбыҙ үҙенең тыуып үҫкән,донъя көткән ерен ҙурлап, ғорурланып минең

Ватаным,Тыуған илем,Атайсалым,Йәнтөйәгем тип йөрөтә.

Уҡытыусы.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ниғмәтиҙең тормош юлына байҡау яһап,уның “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”шиғырынан “Ватан” исемле өҙөк менән танышырбыҙ,интерактив квест уйында ҡатнашырбыҙ

Хәҙер дәфтәрегеҙҙе асығыҙ ҙа бөгөнгө датаны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ. Дәресебеҙҙең эпиграфын “Тыуған ерен йәмләр өсөн тыуған”тигән әйтемде лә яҙып ҡуйығыҙ.

Һигеҙенсе апрель.

Класс эше.

  • Р.Ниғмәти.Ватан.



Дәреслек менән эш.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ниғмәтиҙең тыуыуына 27 ғинуарҙа 115 йыл булды.

Дәреслектең 71-се битендәге Рәшит Ниғмәтиҙең тормош юлына күҙ һалайыҡ.

Дәфтәргә яҙыу.

Уҡыған саҡта,уҡыусылар,иғтибарлы булығыҙ. Беҙгә мәғлүмәттәр Квест уйынында кәрәк буласаҡ.Шулай уҡ һеҙҙең алдығыҙҙа карточкаларҙа ла Рәшит Ниғмәтиҙең тормош юлы буйынса мәғлүмәт бар.Уны ла файҙалана алаһығыҙ.

1-се тур https://learningapps.org/34984559

Һүҙлек эше. Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.1 уҡыусы таҡтала эшләй.

Шиғыр өҫтөндә эш. Диктор уҡып ишеттерә.



Уҡытыусы :-Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

Был шиғырҙың маҡсаты ниндәй тип уйлайһығыҙ?

Рәшит Ниғмәти был шиғырын ниндәй формала яҙған?

(Һорауға яуап формаһында)

 Ул тыуған илебеҙ ниндәй тип әйтергә теләгән?

(Тыуған илебеҙ бай, киң, матур)

Бындай матур һүҙҙәрҙе ниндәй кеше генә яҙа ала тип уйлайһығыҙ?

(Тыуған илен яратҡан, тыуған иле менән ғорурланған кеше генә яҙа ала

“Күрәм,ишетәм,тоям “алымы

2-се тур https://learningapps.org/35023302

Ял минуты.

Мин һеҙгә һүҙҙәр уҡыйым.Әгәр һүҙҙәр шиғыр юлында осраған булһа,ҡул сабаһығыҙ,осрамаһа тыпырлайһығыҙ.

Шиғырҙан һүрәтләү сараларын табыу

Үтелгәнде иҫкә төшөрөү.

Уҡыусылар был шиғырҙы ниндәй кәйеф менән уҡып була ?

Башҡорт телендә әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең ниндәй төрҙәре була ?

Дәреслек менән эш.

-Дөрөҫ.Әйҙәгеҙ,шиғырҙың беренсе 4 юлын төрлө әйтелеү юлы менән уҡып ҡарайыҡ.

3-сө тур. https://learningapps.org/35022954



-Афарин,уҡыусылар! Был эште лә еңел башҡарҙығыҙ.

Үтелгәнде нығытыу.

-Уҡыусылар беҙгә ниндәйҙер хат килеп төштө. Хатта тыныш билдәләре төшөп ҡалған.Кемегеҙ хатты дөрөҫләп уҡып ишеттерер?

-Афарин!

Бөгөн дәрестә ҡулланған һүҙҙәрҙе нығытып, кроссворд эшләйек.

4-се тур https://learningapps.org/34985561

23-сө слайд Йомғаҡлау.

Тыуған ил ҡайҙан башлана һуң? Ул тыуып үҫкән ерҙән башлана.Кеше ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен,ниндәй генә гүзәл ерҙәрҙә йәшәмәһен,ул барыбер үҙенең тыуған яғына ынтыла..Донъяла иң яҡын ер ул Тыуған ер.

24-се слайд.Электрон дәреслектән (А.Филиппов “Ватан”)шиғыры менән дәресте тамамлау.

25-се слайд Рефлексия .

Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыҙыл,һары төҫтәге йондоҙҙар ята.Әгәр һеҙ дәрестә барыһын да аңланым тиһәгеҙ-ҡыҙыл йондоҙ, аңламаным тиһәгеҙ һары йондоҙ күрһәтегеҙ.

26-сы слайд.Өй эше.

1.Шиғырҙы тасуири уҡырға.

2. “Р.Ниғмәтиҙең тормош юлы”карточкаһын тултырырға.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!