СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мостай Кәрим - милләтебеҙҙең рухи йондоҙо (әҙәби - музыкаль кисә)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мостай Кәрим - Башҡортостандың халыҡ шағиры. Был сценарий уның юбилейына арналған.

Просмотр содержимого документа
«Мостай Кәрим - милләтебеҙҙең рухи йондоҙо (әҙәби - музыкаль кисә)»



Ғәлиева Л.С.



Асҡын районы Асҡын 1-се урта мәктәбе



Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо.

(әҙәби-музыкаль кисә)

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, милләтебеҙҙең рухи йондоҙо Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереү, уның тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;  әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу

Йыһазландырыу: зал байрамса биҙәлгән. М.Кәримдең портреты, плакаттар, шиғырҙар яҙылған стендтар ҡуйылған, әҙәби әҫәрҙәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Слайдтар күрһәтеү өсөн проектор, ноутбук, экран; электрон дәреслектәр, аудиокасеталар.



Кисә барышы

Экранда М.Кәримдең портреты, тормош юлы, ижады һәм шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған слайдттар бер-бер  артлы алышынып тора. 

(“Уҡытыусыма” йыры менән асып ебәреү)

Талғын ғына ҡурай моңо уйнай.

1-се алып барыусы.

Һаумыһығыҙ,  хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы Мостай Кәримдең 100 йәшенә арналған кисәгә йыйылдыҡ.

(Электрон дәреслектән “Еңеүҙәрем, уңыштарым булды”  видеоролигын ҡарау).

2-се алып барыусы.  Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Үҙенең ауылында мәктәптә уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын  тамамлай.

1-се алып барыусы. Мостай Кәрим –  иң популяр, иң күренекле әҙиптәрҙең береһе. Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән ул бөтә халыҡтың мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы, Халыҡтар дуҫлығы, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнә.1963 йылда Халыҡ шағиры исеме бирелә. Яҙыусы С.Юлаев, Станиславский исемендәге. СССР-ҙың Дәүләт, Ленин премияһына , Г.Х.Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.1979 йылда Социалистик Хеҙмәт геройы тигән  ҙур  исем бирелә. Башҡортостан республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырыла.





(2 уҡыусы сыға)

1-се уҡыусы. “Уйҙар” шиғырын уҡый.

   2-се уҡыусы. “Йыр булһын юлдашым” шиғырын уҡый.



(Электрон дәреслектән “Йәшәйһе бар…” видеоролигын ҡарау).



2 –се алып барыусы. Шағир, драматург, прозаик  Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз  халҡы,  ижад рухы оло терәк, таяныс була. Яу йылдары тыуған ерҙең ҡәҙерен, халыҡтың рухи ныҡлығын, сабырлығын, батырлығын күрә белергә өйрәтә. Был сифаттар уның шиғырҙарында ла сағылыш таба.



(Бер уҡыусы шағирҙың “Мин фронтҡа китәм , иптәштәр!” шиғырын яттан һөйләй)



1-се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышында М.Кәрим  ике тапҡыр яралана. Фашистар шағирҙың йөрәгенә төбәп аталар. Снаряд ярсығы уның комсомол билетын тишеп үтә, йөрәгенән әҙ генә түбәнерәк  урынға тура килеү менән генә ул иҫән ҡала. Яра һыҙлауҙарын ул үҙенең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырында  асыҡ сағылдыра.

(Аудиотаҫманан шағирҙың “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын тыңлау).

2-се алып барыусы. Яу яланынан әйләнеп ҡайтҡас, М.Кәрим ныҡлап ижад эшенә тотона. Һуғыштан һуңғы шиғырҙарында илебеҙ тормошоноң иркен һәм тыныс һулышы,  хеҙмәт кешеһе  сағылдырыла.

1-се алып барыусы. Ғәзиз тыуған яғының гүзәл тәбиғәте, инәһенең изгелекле кәңәш-теләктәре, дуҫтарының эскерһеҙлеге, ярҙамсыллығы Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына һәм ғүмере буйына оҙата килә. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә йәнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм моңло йыр кәрәҙҙәре ҡоя.

     (Уҡыусылар “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын һөйләй).

2-се алып барыусы. Мостай Кәрим поэзия жанрында эшләү менән бер рәттән башҡа жанрҙарҙа ла актив  эшләй. Уның драма әҫәрҙәренән “Ҡыҙ урлау”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Туй  дауам итә” исемле пьесалары беҙҙең тамашасыларыбыҙға яҡшы таныш.

(“Ҡыҙ урлау” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерелә).



1-се алып барыусы. 

Күп нәмәнән уңдым.

Рәхмәт һеҙгә,

Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.

Минән уңды микән бүтәндәр!

2-се алып барыусы.

Мең ҡат уңдыҡ һинән. Әйтә быны

Һәр замандаш ауыҙ тултырып.

Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән

Бер һөйләшеү бергә ултырып.

Күрҙе донъя йырҙар йыһанында

Ниндәй бейек башҡорт осҡанын;

Шундай улы тыуып,уңды халҡым,

Уңды һинән Башҡортостаным.

1-се алып барыусы. М.Кәрим “Уңдым”  шиғырында тыуған йылынан, тыуған тупрағынан, кешеләренән, дуҫтарынан   уңыуы тураһында яҙа.

2-се алып барыусы. Эйе, башҡалар ҙа бик уңды. Беҙ,  һинең халҡың, һинән мең-мең тапҡыр уңдыҡ. М.Кәримдең ошо өлкәне, тормош юлын дөрөҫ һайлауы, халыҡтарҙы бер-береһенә яҡынайтырға тырышыуы, кешеләр күңелендә яҙҙар уятыуы менән халыҡтар, кешелек  уңды.

1-се алып барыусы.  Башҡортостан үҙ улын игелекле һәм итәғәтле итеп үҫтерһә, М.Кәрим үҙ сиратында үҙ республикаһының  халҡы исемен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге дәрәжәһен нығытты.Уның әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, латыш, литва һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.



2-се алып барыусы. Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған аҡһаҡалыбыҙ, шәхесебеҙ  күңел һәм йөрәк түрендә һәр саҡ һаҡланыр. М.Кәримдең исемен мәңгелләштереү буйынса бик күп  эштәр башҡарылды. Өфөлә милли йәштәр театры М.Кәрим исемен йөрөтә, М.Кәрим урамы булдырылды, 158-се башҡорт лицейы уның исемен йөрөтә, профсоюздар йорто алдында халыҡ шағирына һәйкәл ҡуйылды, Мәсетле районында М.Кәримгә һәйкәл асылған.

1-се алып барыусы.

Салауатлы, беҙ Мостайлы халыҡ –

Шуның менән бары әйтелә.

Яҙмышыбыҙ шулай - был бәхетте

Алып булмай һорап йә теләп.

Ысынлап та, беҙ Мостайлы халыҡ булыуыбыҙ менән бәхетле. Мостай Кәримдең ижады беҙҙең күңелдәрҙә артабан да нурландырыр, сөнки Мостай Кәрим беҙҙең һәр беребеҙҙең күңелендә.

Йыр ( «Һаумы, тиҙәр гөлдәр». Н.Мөстәҡимов музыкаһы, М.Кәрим һүҙҙәре.) яңғырай.



2-се алып барыусы. Хөрмәтле тамашасылар ! Бөгөнгө байрам тамам. Байрамда ҡатнашыусыларға, саҡырылған ҡунаҡтарға, байрамға килеүсе бар уҡыусыларға ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, донъялар именлеге теләйбеҙ.

1-се алып барыусы. Хушығыҙ, һау булығыҙ









.






Скачать

© 2020, 304 0

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!