СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“Мои земляки – воины легендарной 112-0й Башкирской кавалерийской девизии”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«“Мои земляки – воины легендарной 112-0й Башкирской кавалерийской девизии”»

Филиал муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения

Средняя общеобразовательная школа с. Шингак-Куль муниципального района

Чишминский район Республики Башкортостан -

Основная общеобразовательная школа д. Дмитриевка муниципального района

Чишминский район Республики Башкортостан









ТЕМА: “Мои земляки – воины легендарной 112-0й Башкирской кавалерийской девизии”















Выполнила: ученица 6 класса

Хаматдинова Алина Аликовна

ООШ д. Дмитриевка

Учитель: Садыкова Лилия Сагитовна







Олатайҙың ҡәберенә бер ус тупраҡ.

2004 йыл, 30 июль... Украина. Луганск өлкәһенең Фащевка ауылы... Ҡаршыбыҙҙа туғандар ҡәберлеге. Унда Украинаны азат итеүҙә ҡорбан булған 33 һалдат, шулар иҫәбендә беҙҙең ауылдашыбыҙ ҙа ерләнгән. Төхбәтулла Садыҡов, тыуған илен дошмандан һаҡлап, геройҙарса һәләк булған, тыуған яғына ҡайта алмаған башҡорт һалдаты.

Төхбәтулла Садик улы үлгәндән һуң 61 йыл үткәс, күрше бабайым Наил, әбейем Миңниса һәм туғандары уның ҡәберенә тыуған еребеҙҙән бер ус тупраҡ алып барып һалды. “Нисә саҡрымдар үтеп, ҡәберҙе күреү менән тамаҡтарға төйөр тығылды, күҙҙәргә йәш эркелде...!, - ти, Наил бабай. Ә атаһы һуғышҡа киткәндә, 3 йәш менән генә ҡалған бабайым нимә кисерҙе икән?...

Туҡ-туҡ-туҡ...Шишмә - Раевка электричкаеда ауыла ҡайтып барабыҙ. Күңелгә ниңәлер яманһыу. Тәҙрәгә бағып, һәр беребеҙ уйланып барабыҙ. Наил бабайым да уйланып килә торғас, үҙенең хәтирәләрен әкрен генә һөйләй башланы...

Төхбәтулла Садыҡов 1907 йылдың 18 апрелендә Шишмә районының Урта Хәжәт ауылында тыуған. 1941 йылдың 28 сентябрендә уны һуғышҡа алалар. Ә өйҙә береһенән-береһе бәләкәй балалары ҡала: улдары Ғиниәт, Наил (минең ҡартатайым), Нәзир, ҡыҙы Рәсимә. Хәнифә нәнәйем яңғыҙы өс улын үҫтерә, ә ҡыҙы Рәсимә 1944 йылдың 8 мартында ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡала.



Төхбәтулла Садик улыны яҙмышы тураһында аҙ билдәле. 1941 йылдың декабрендә Төхбәтулла бабай һәм уның яҡташтары өсөн әҙерлек башлана. Уларҙы 112-се кавалерия дивизияһы өсөн әҙерләйҙәр. 1942 йылдың 13 апрелендә, Улы Наил бабайыма 4 йәш тулған көндә, Төхбәтулла бабай ултырған эшелон фронтҡа ҡуҙғала. 1 майҙа дивизия 8-се кавалерия корпусы составына индерелә. Артабан 112-се Башҡорт дивизияһы 16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһы тип атала башлай. 1942 йылдың июлендә дивизия яуға инә. 1942 йылдың ноябренән алып 1943 йылдың 24 ғинуарына тиклем дивизия 400 саҡрымға тиклем юл үтә. Украинаның хәҙерге Луганск өлкәһендәге Фащевка ауылы янында дошман ҡамауы аҫтында ҡалғас, корпус командиры 18 апрель төнөндә ҡамауҙы йырырға тигән команда бирә. Фащевка станцияһына еткәс, фашист подразделениеларын тар-мар итә башлайҙар. Ҙур ауырлыҡтар менән корпус командиры әмере үтәлә. Урамда барған һуғышта дошман пуляһынан Төхбәтулла бабайҙың ғүмере өҙөлә.

- Беҙ барғанда туғандар ҡәберлеге тәрбиәле, бөтә тирә-яғы тәртиптә ине. Ауылда киң күңелле, алсаҡ кешеләр йәшәй ине. Эйе, йәшәй ине. Сөнки, әлеге ваҡытта Украинала барған бәрелештәрҙән һуң, был ауыл халҡы, атайымдың ҡәберлеге ҡалдымы икән?, - тип борсола үҙенең 83 йәше менән барған бабайым Наил Төхбәтулла улы Садыҡов.

Беҙҙең тыуған илебеҙҙә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын. Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып, тыныслыҡты һаҡларға һәм бер ваҡыттта ла тарихты онотмаҫҡа тейешбеҙ!



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!