СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Яңауыл районының Мәсәғүт ауылы һөйләше

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тезис исследовательской работы

Просмотр содержимого документа
«Яңауыл районының Мәсәғүт ауылы һөйләше»

Яңауыл ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе МБДББУ

Фәзлиәхмәтов Алмаз,3-сө в класс

Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Яңауыл районының Мәсәғүт ауылы һөйләше

Эҙләнеү эшенең актуаллеге. Диалекттар халыҡтың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы иҫәпләнә.Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү, халҡыбыҙҙың тел байлығын байытыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индереү – эҙләнеү эшебеҙҙең актуаллеге булып тора. Эҙләнеү эшенең проблемаһы. Хәҙерге көндә уҡыусылар күберәк рус телендә аралаша. Башҡорт телендә аралашыуҙы,уны аралашыуҙа модалы итеүҙе күҙаллайбыҙ. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. Диалект һүҙҙәр - ул халыҡ теле, халыҡтың тарихи хәтере, уның мәңгелек рухи хазинаһы. Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш. Эҙләнеү эшенең маҡсаттары булып ошолар тора: 1)Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын тикшереү. 2)Өләсәйемдән диалект һүҙҙәрҙе яҙып алыу,уларҙы төркөмләү. 3) Башҡорт теленең диалекттары менән бәйле әҙәбиәт менән танышыу. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты 5 һөйләшкә бүленә: 1) Ғәйнә һөйләше – Пермь крайында, 2) Урта Урал һөйләше – Свердловск өлкәһендә, 3) Ҡариҙел һөйләше – Асҡын менән Ҡариҙел райондарында, 4) Танып һөйләше – Балтас, Борай, Мишкә, Тәтешле, өлөшләтә Асҡын һәм Дүртөйлө райондарында, 5) Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләше төбәктең ҡалған өлөшөндә таралған. Мәсәғүт ауылында Ғәйнә ырыу башҡорттары йәшәй.[1,15] Ауылда йәшәүселәрҙең телмәр үҙенсәлектәрен ҡарап үтәйек.

[ө] өнөнөң [ү] өнөнә күсеүе:

өйрәнеү-үрәнеү,өйрәк-үрҙәк,һөйләй-сүләй һ.б.

а) Ак үрҙәккә,күк үрҙәккә

Соло салдым түнгәккә.

Эчем яна,тышым яна

Әл дә капмай күлмәккә.[7,66] [ө] өнөнөң [ү] өнөнә күсеүе:

өйрәнеү-үрәнеү,өйрәк-үрҙәк,һөйләй-сүләй һ.б.

а) Ак үрҙәккә,күк үрҙәккә

Соло салдым түнгәккә.

Эчем яна,тышым яна

Әл дә капмай күлмәккә.[7,66] [ҙ]өнөнөң [з] өнөнә күсеүе:

ҡыҙ-кыз,ҡаҙ-каз,баҙар-базар,тәҙрә-тәрәзә һ.б.

в)Мин кызларны какмайым,

Мин кызларны яклайым.[ 2,28]

[һ],[ҫ] өндәренең [с],[ч] өнөнә күсеүе:

һалам-салам,баҫҡыс-баскыч,һыйыр-сыйыр,һандуғас-сандугач

г)Айыу баласы,

Бүре баласы,

Көндез уйнасын,

Төннә йокласын,

Әбейне әбей тисен,

Бабайны бабай тисен,

Бай,дәүләтле булсын,

Бәхетле булсын.[7,254]

е хәрефенең([ йэ] өнө) [ж] өнөнә күсеүе:

еләк-жиләк,ел-жил,ер-жир,ем-жим д)Ач тәрәзәң жиләк бирәм,

Жиләктән кайтып киләм.[,]

Күплек ялғауҙары:

ҙ,д,ш,ж,п,т,р,ҡ,к,л тартынҡыларына бөткән һүҙҙәрҙә –лар,-ләр ялғауы ҡушыла.

а)Тәрәзәмдә күксел бозлар,

Агачларга бәс каткан.

Энжеләр кеүек ялтырап,

Юлларга бозлар яткан.(Ф.Суфияров)[5,59]

н тартынҡыһына бөткән һүҙҙәргә -нар,-нәр ялғауы ҡушыла.

в) Бар бөркөтлө ҡаялары,

Ҡайынлы урманнары.

Шифалы яуган яңгыры,

Бар ҡарлы бураннары.(К.Шафиҡова)[4,40]

Диалект — дөйөм халыҡ телендә ниндәйҙер бер һыҙаттары менән айырылып торған ерле тел; дөйөм халыҡ теленең үҙенсәлекле бер тармағы

Эҙләнеү эше барышында ошондай һығымтаға килдек: 1) Диалект нигеҙендә башҡорт әҙәби теленә өйрәтеү – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. 2) Ерле һөйләш һүҙҙәре беҙҙең телмәрҙә ныҡлы урын алған. Беҙ ҡаны һеңгән, әсәй һөтө менән индерелгән һөйләш һүҙҙәрен бер нисек тә йолҡоп ташлай алмайбыҙ. Бала әсә ҡарынында уҡ әсәһенең һөйләшеүен, үҙ диалектын ишетә, был һөйләш уның аңына һеңә бара, шул диалектта фекерләй башлай. 3) Эҙләнеү эше барышында йыйылған диалект һүҙҙәр составын тәҡдим итәбеҙ һәм улар әҙәби телде тулыландырыр тип ышанабыҙ. . 4) Алда әйтелгәнсә, һәр бер диалектта һөйләшеүсе икенсе диалектта һөйләшеүсе менән иркен аралаша ала, уны аңлай.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында уҡытыу буйынса өҫтәмә ҡулланма:5-се класс/ Г.Ғ.Байбулатова, Л.А.Баймөхәмәтова, Г.Й.Бикбулатова, М.С.Дәүләтшина ,Р.З.Камалова, Г.Р.Миңлеәхмәтова, Л.Р.Муллағәлиева, И.Р.Сәйетбатталов, Ә.Ә.Фаршатова, Р.Д.Хөснуллина, Г.А.Яҡшығолова; төҙ.И.Р.Сәйетбатталов; мөх.Ф.Х.Ғарипова.-Өфө:Типография:ООО “Банкос –Медиа”,2019,7-9-сы б.

  2. Башҡорт теленән кластан тыш уҡыу китабы/ Г.Ғ.Байбулатова,Л.А.Баймөхәмәтова,Г.Й.Бикбулатова, М.С.Дәүләтшина, Р.З.Камалова, Г.Р.Миңлеәхмәтова, Л.Р.Муллағәлиева, И.Р.Сәйетбатталов, Ә.Ә.Фаршатова, Р.Д.Хөснуллина, Г.А.Яҡшығолова; төҙ.И.Р.Сәйетбатталов; мөх. Ф.Х.Ғарипова. -Өфө:Типография:ООО “Банкос –Медиа”,2019, 28-се б.

  3. Дәүләтшина М.С.Башҡорт теле:уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 2-се йыл өйрәнеүсе 3-сө класс уҡыусылар өсөн уҡыу ҡулланмаһы/Өфө:Китап,2015,91-92-се б.

  4. К.Шафикова.Ачам күңел сандыгымны.Шигырьләр.ООО “Нур”, 2007, 40-сы,92-се б.

  5. Суфияров Ф.С.Серләремне сөйлим:Шигырьләр. - Казан: Татарстан китап нәшрияты, 1993, 59-61-се б.

  6. Тургайлар канат кага.Шигырьләр, хикәяләр, нәсерләр, парчалар.-Уфа : Яңавыл язучылар оешмасы.1996,47-се б.

  7. Экспедиция материалдары-2005:Яңауыл районы.-Өфө: РФА ӘҒҮ ТТӘИ,2009,60-сы,66-сы,216-сы,254-се б.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!