СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Фольклорный праздник "Ҡуҙғалаҡ байрамы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Фольклоный праздник "Ҡуҙғалаҡ байрамы" 

Просмотр содержимого документа
«Фольклорный праздник "Ҡуҙғалаҡ байрамы"»

Муниципаль район Илеш районы муниципаль ҡаҙна ойошмаһы

мәғариф бүлеге

Ишҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе









Ҡуҙғалаҡ байрамы”







Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Саҙретдинова Г.М.











2022 йыл





Музыка яңғырай. Сәхнәгә ике бала сыға.

Бала. Бир. Мин беренсе ҡарайым.Мин күрҙем уны беренсе.

Бала. Юҡ, мин ҡарайым.

Өләсәй. Нимә булды, балалар? Нимә бүлешәһегеҙ унда?

Бала. Һандыҡтан бер китап таптыҡ, мин беренсе күрҙем, мин ҡарараға тейеш, ә ул талаша.

Бала. (илай) Минең дә беренсе ҡарағым килә.

Өләсәй. Ҡайҙа әле, бергәләп ҡарайыҡ. Балалар,һәр халыҡтың күңел түрендә йөрөткән, риүәйәттәрҙә һаҡланған, тупрағы үҙенә тартып торған изге урындары бар. Бына был китапта ла туған ауылыбыҙ Лаяшты тарихы яҙылған.

Бала. Өләсәй, һөйләп ебәр әле.

Өләсәй. Лаяшты ауылының исеме Лаяшев фамилияһынан килеп сыҡҡан. Ул бик ҙур командир булған һәм үҙенең отряды менән килеп беҙҙең ерҙәргә урынлашҡан. Бик күп ерҙәрҙе биләп алған ул: бөгөнгө көндәге Арғыш ауылы, Буралы ауылы, Рсай һәм Дүртөйлө районындағы Таймырҙа ауылы ерҙәре бөтәһе лә ошо Лаяшев фамилиялы кешенеке булған. Ғаиләһендә өс ҡыҙы тыуғас, нишләптер ул үҙенең тыуған яғына ҡайтып китергә була. Беҙҙең ауылға төрлө ерҙәрҙән күсенеп килгәндәр. Пүчинкә урамында мариҙар йәшәгән, Татарстандан өс бертуған килеп ултырған. Нурислам тигәне ел тирмәне , ә Гәрәй исемлеһе һыу тирмәне ҡороп ебәрә. Улар артынан йәнә бик күп татарҙар килеп урынлаша. Араларында балта оҫталары, быйма баҫыусылар, мөрйә сығарыусы һәм башҡа һөнәрмәндәр ҙә булалар. Ситттән килгәндәре өсөн уларҙы типтәрҙәр тип йөрөткәндәр, йәғни тибелгән. Улар әлеге Үҙәк урам тип йөрөтөлгән урамда йәшәгәндәр. Мулла урамы тип йөрөтөлгән ерҙә муллалар күп йәшәгән. Ул саҡта ауылыбыҙҙа ике мәсет булған: аръяҡта берәү, бирьяҡта берәү. “Полевод”, йәғни ер хужаһы булып Ғиләжетдин исемле ағай йөрөгән. Ауылдың старостаһы Ғиззәтулла исемле булған.

Өләсәй. Эй, балалар, элек беҙ кәкүк айында (хәҙер апрель тип атайҙар), бөтә ауылыбыҙ менән Табанай тигән урынға сығып, балтырған ашы бешерә торғайныҡ. Ашар алдынан ырыуҙың иң оло кешеһе тылсымлы һүҙҙәр әйтеп, әлморон сыбығы менән һелтәнеп, ауырыуҙарҙы ҡыуып, киләһе кәкүк айына тиклем һәммәһенең имен-һау тороуын теләй торғайны. Шунан һуң бейеү, йыр башлана.

Бала. Ә ниндәй йырҙар йырлай инегеҙ?

Өләсәй. Йырҙың йыртығы юҡ. Теләгән йырҙы йырларға мөмкин.

Бала. Әйҙәгеҙ, хәҙер сәхнәлә үткәрәйек, ә кәкүк айы еткәс, ҡырға сығырбыҙ.

Бала. Эйе шул, әйҙәгеҙ!

Бала. Һеҙҙең барығыҙҙы ла “Ҡуҙғалаҡ байрамы”н ҡарарға саҡырабыҙ.

Йыр. “Яҙғы гөлдәр”.

Балалар. Һаумы, ҡояш, һаумы, яҡты көн!

Һаумы, урман, ҡамышлы күл!

Балалар. Һаумыһығыҙ, болон-туғайҙар!

Аҫыл ҡанат һабантурғайҙар!

Балалар.

Булды яҙҙың етеүе-

Ҡайтты ҡоштар көтөүе.

Урман тулды моңдарға.

Эй күңелле тыңларға.

Ҡайтты уға йырсы ла,

Баянсы, гармунсы ла.

Бар торбасы, ҡурайсы,

Һорнайсы, барабансы,

Баянда уйнай кәкүк (баянда вальс)

Гармундарҙа – турғайҙар, (дәртле бейеү көйө)
Һандуғастар – ҡурайҙа (уйнайҙар)

Ә торналар – һорнайҙа.

Барабанда – тумыртҡа,(шөңгөр ҡағыла)

Тауыш сығармай юҡҡа,

Өкө торбаға өрә,

Ҡурайға ҡеүәт бирә.

Һуғалар шылтыр-шылтыр

Тәлмәрйедәр батмусҡа (һуғалар)

Һыу үгеҙҙәре уйнай,

Ҡумыҙын алып усҡа. (уйнайҙар).

Һандуғас ярһып китеп

Мандолинаһын ала.

Урман моңона был мәл

Кейектәр ҙә таң ҡала.

(Әкрен генә инструменттар ансамбле бер көй уйнай башлай).

Бар тереклек йәнләнә,

Сәскәләр ҡалҡа бейеп.

Ағастар үҫә бейек,

Йәшел күлдәген кейеп.

(Көй көсәйә барып, дәртле башҡарыла)

Балалар

Балтырғаны беләктәй,

Туғайҙары түшәктәй,

Талы, муйылы ҡурсаҡтай,

Сәскәләре мең төҫлө,

Иҫертерлек хуш еҫле,

Эх, Лаяштым үҙемдең,


Бергә: бигерәк йәмле!


Балалар.Быуын-быуын ҡымыҙлыҡ,

Ҡарап күҙең ҡыҙырлыҡ.

Иҫкә төшә йөрөгәндәр,

Ялан ерҙе ҡыҙырып.

Балалар. Миңә өләсәйем элек Кәкүк айында Хәмит ҡыуағынан өйҙәргә ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡаҡы, бәйләм-бәйләм ҡуҙғалаҡ алып ҡайта торғайныҡ, тип һөйләгәйне.

Өләсәй. Балалар, ҡуҙғалаҡ ашына балтырған, ҡуҙғалаҡ йыя башлайыҡ. Эшкә “Бисмиллаһир- рәхмәнир-рәхим” тип тотоноғоҙ. Ашар алдынан “Иҫке ауыҙға яңы аш, яман ауырыу минән ҡас, ҡас” тип әйтегеҙ. Ошо тоҡҡа йыйығыҙ.

Балалар. Ни өсөн Хәмит ҡыуағы тип йөрөтәләр икән ул?

Балалар. Мин беләм, күрше Хәмитйән ағай һөйләгәйне уның тарихын. Әсәнгә барған юлдың уң яғында элек бик ҙур урман булған. Ошо урмандан тирә-яҡ ауылдар утын әҙерләгән. Тик унда бик йыш ҡына ҡасҡындар ятҡан, башлыҡтары Хәмит исемле булған. Шуға күрә халыҡ теленә ул урын Хәмит ҡыуағы тип кереп ҡалған.

Балалар. Абау, ҡалай ҡурҡыныс булып китте.

Балалар. Ә беҙ унда йәйен көртмәле йыйырға йөрөйбөҙ. Бигерәк уңа!

Балалар. Ә минең өләсәйем һәр йыл һайын Мәсет һаҡлауы тигән ерҙән балтырған алып ҡайтып, тәәәмлееее итеп аш бешереп ашата. Вәт!

Балалар. Эй, ҡыҙҙар, ярай әле хәҙер урманға иркенләп йөрөй алабыҙ.

Балалар. Кит, нимә һөйләп тораһың һин?

Балалар. Урман ни – барыбыҙҙың да байлығы бит ул! Рәхәтләнеп йөрөмәй ни? Ха-ха!

Балалар. Улай тимәгеҙ, ҡыҙҙар. Сөнки борон тап шул һин әйткән Мәсет һаҡлауына бер кемде лә индермәгәндәр. Миңә олатайым һөйләне.

Балалар. Бәй, нишләп?

Балалар. Сөнки унда бары тик мәсеткә яғыр өсөн генә утын әҙерләргә рөхсәт булған, һаҡлап ятҡандар, ти.

Балалар. Кит унан? Эй, ысынлап та, ярай әле хәҙер шулай түгел икән, эйе бит, ҡыҙҙар?

Балалар. Эйе шул. Юҡһа рәхәтләнеп бәшмәген, еләген йыйып, минлек әҙерләп яталыр инекме ни?

Балалар. Эй, ошо матур тормошҡа күңелем күтәрелеп китте әле, әллә бер йырлап алабыҙмы һуң?

Йырлайҙар:

Балалар.

1.Лаяшты ауылы йәмле,

Тирә-яғы урмандар.

Ғүмергә лә онота алмаҫ

Был ауылда булғандар.

Яндарынан боролоп-боролоп

Аға Шишмә һыуҙары.

Урман-һыуы булғанғалыр

Һылыу уның ҡыҙҙары.

2.Үҫә, матурая ауыл,

Киләсәге шатлыҡлы.

Эшсән халыҡ йәшәй беҙҙә,

Аҙымы уның ныҡлы.

(Күңелле генә музыка аҫтында балалар йыялар).

Балалар. Әйҙәгеҙ, аш бешкәнсе, уйын уйнайыҡ.

(Уйын барышында бейеү, йыр, шиғыр башҡарыла. Шиғыр һөйләүсенең яңы күлдәгенә иғтибар итәләр)

-Күлдәгең ҡалай матур!

-Ҡуҙғалаҡ байрамына тегеп кейҙем.

-Күлдәгең ҡотло булһын!.

-Йылы тәнеңдә туҙһын!

-Амин, әйткәнегеҙ килһен. Һеҙгә лә насип булһын.

-Күлдәгеңде ҡотлап, бейеп ебәр әле.

-Һай, афарин, өҙә баҫа ла ҡуя.

-Тәңкә ташлағыҙ, күңеле үҫһен!

(Тәңкәләр ташлайҙар, ул йәһәт кенә йыйып ала, рәхмәт әйтә)

Өләсәй. Аш беште. Ҡыҙҙар, аш таратырға әҙерләнегеҙ. (батмустар алалар)

Балалар, һөт-ҡатыҡлы балтырған ашы быуындарға көс бирә, бешкән һарына тамағыңды туҡ тота, сәләмәтлек килтерә.

Балалар. Балтырған ашы

Тәнгә сихәтле.

Ауыҙ иткәндәр

Бик тә бәхетле.

(Өләсәй тәңкәләр, төрлө сепрәктәр бәйләнгән әлморон сыбыҡтарын һелкә-һелкә уртаға сыға)

Өләсәй. Ил өмөтө бағлап бешерелгән ҡуҙғалаҡ ашы – изге аш, серле аш, пәйғәмбәр ашы.

Яңғыҙ ашҡа табын юҡ,

Күмәк ашҡа талым юҡ.

Ырыу ашы – тәңре ашы,

Тәңре ашына һалым юҡ.

Ауыҙың ас! Зәңгәр ҡас!

(Сыбығы менән ергә һуға)

Һәс! Һәс! Һәс!

(Әкрен генә, ләкин дәррәү тауыш менән бөтәһе лә ҡабатлайҙар):

Ауыҙың ас! Зәңгәр ҡас!

Һәс! Һәс! Һәс!

Ҡас та ҡас!

(Ҡыҙҙар аш таратҡан кеүек, батмустар менән бейергә төшәләр, малайҙар ҡушылып китә, күмәк бейеү менән байрам тамамлана).

Балалар. Һәр ауылдың тарихы бар,

Кисергән-күргәндәре.

Төрлө осор һәм дәүерҙә

Башынан үткәндәре.

Балалар. Уны өйрәнәйек һәм түкмәй-сәсмәй килер быуындарға ла тапшырайыҡ.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!