СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт теленән тест һорауҙары (6 синыф)

Нажмите, чтобы узнать подробности

 "Ҡылым " темаһы буйынса тест һорауҙары .Был тестарҙы рус һәм милли мәктәптәрҙең урта кластарында ла ҡулланып була.

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт теленән тест һорауҙары (6 синыф)»





Башҡорт теленән тест һорауҙары (6 синыф)

1. Төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын белдергән һүҙ төркөмө нимә тип атала?

1) һан 4) ҡылым

2) сифат 5) рәүеш

3) исем

2. Ҡылымдың һорауын билдәлә?

1) кем? нимә?

2) ни эшләй? ни эшләне? ни эшләйәсәк?

3) ниндәй? ҡайһы?

3. Ҡайһы һөйләм дөрөҫ ?

1) Ҡоштар беҙгә әйтәләр рәхмәт.

2) Беҙгә әйтәләр ҡоштар рәхмәт.

3) Ҡоштар беҙгә рәхмәт әйтәләр.

4. Мәғәнәһе һәм формаһы яғынан тап килгән ҡылымды һайлап яҙ

Кәкүк май айында....

1) оса.

2) һайрай.

3) саҡыра.

5. Тирә- яҡ моңға сумды. Билдәләнгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

1) һан 4) киҫәксә

2) алмаш 5) исем

3) бәйләүес

6. Ҡылымдар ғына яҙылған төркөмдө билдәлә

1) уҡы, һөйлә, китап

2) кил, нур, бар

3) баҫ, бир, тот

7. Исемгә хас булмаған грамматик категорияны күрһәтегеҙ

1) килеш 4) хәбәрлек заты

2) һан 5) йүнәлеш

3) эйәлек заты

8. Ҡылым нимәне белдерә?

1) предметтың билдәһен белдерә

2) предметтың атамаһын белдерә

3) предметтың эшен, хәрәкәтен белдерә.



9. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ нимә тип атала?

1) һан 3) ҡылым

2) рәүеш 4) сифат

10. Ике, бишәр, ун алты ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

1) сифат 4) ҡылым

2) һан 5) рәүеш

3) алмаш

11. Рәүештәр яһалышы яғынан бүленәләр:

1) тамыр, яһалма, ҡушма;

2) тамыр, яһалма, ҡыҫҡартылған;

3) тамыр, яһалма.

12. Билдәләү алмаштарын күрһәтегеҙ:

1) һис кем, һис нәмә;

2) минең, һинең;

3) һәр бер, һәр, үҙ, һәр кем;

4) был, ошо, шул, теге.

13. Исемдәрҙең яһалышын билдәләгеҙ. Белем, ураҡ, утынлыҡ, серҙәш, күҙлек.

1) тамыр исемдәр.

2) ҡушма исемдәр

3) яһалма исемдәр

4) парлы исемдәр


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!