СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәренең оҡшаш һәм айырмалы яҡтары

Нажмите, чтобы узнать подробности

Эҙләнеү-тикшеренеү эше менән ҡыҙыҡһынған уҡыусыларға, ата-әсәләргә ярҙамға

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәренең оҡшаш һәм айырмалы яҡтары»

Конкурс исследовательских работ в рамках

Малой академии наук школьников Республики Башкортостан


Национально-региональный компонент


Башкирский и татарский языки








Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәренең оҡшаш һәм айырмалы яҡтары








Сафина Ильвина, 5 класс

МБОУ “Лицей № 52” ГО г.Уфа РБ,

Руководитель:

Абсалямова Шаура Мухаметовна,

учитель башкирского языка и литературы

















Уфа 2020

Йөкмәткеһе

Инеш өлөш………………………………………………………………..…...….3

Төп өлөш………………………………………………………………….....……4

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең килеп сығыу тарихы һәм үҙенсәлектәр...4

Тылсымлы әкиәттәр…………………………………………………...…...5

Тормош- көнкүреш әкиәттәре………………… ………..………………...5

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр……………………………...…………5

Батырҙар тураһындағы әкиәттәр………………………………...………...6

Рус һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрен сағыштырыу………………...……..6

Практик өлөш…………………………………….…………….………………10

Йомғаҡлау…………………………………………………………….…………11

Ҡушымта……………………………………………………………….………..12



















Инеш өлөш

Беҙ әкиәттәргә ышанабыҙмы? Эйе лә, юҡ та. Шулай ҙа ышанғы килә. Ни өсөн? Нимә ул әкиәт? Ҡасан килеп сыҡҡан әкиәттәр? Әкиттәр ниндәй була?

Әкиәт – халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙә әкиәт тыңларға ярата.

Эштең актуаллеге: Интернет һәм техник саралар үҫешкән заманда халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән матур йолалары юғала бара. Шул уҡ ваҡытта минең тиҫтерҙәремдең китап менән ҡыҙыҡһыныуҙары кәмей барыуы күҙгә салына. Был, әлбиттә, бик аяныс күренеш. Ошо тикшеренеү эше аша класташтарымдың әкиәткә, ғөмүмән, китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырырға теләйем.

Эшемдең маҡсаты: Башҡорт халыҡ әкиәте “Йомғаҡ” менән рус халыҡ әкиәте “Морозко” миҫалында бер үк геройҙар, оҡшаш хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгән ике әкиәттең уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын асыҡлау.

Тикшеренеү эшенең бурыстары:

1. Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлектәрен анализлау,

2. “Йомғаҡ” һәм” Морозко” әкиәттәренең сюжетын сағыштырыу,

3. Анкета һорауҙарына яуап алыу (опрос), карта төҙөү.

Тикшеренеү процесында сағыштырыу методын ҡулландыҡ, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәрҙек, “Әкиәт географияһы” исемле карта төҙөнөк һәм әкиәт геройҙарына досье йыйҙыҡ.


Нимә ул әкиәт?

Әкиәт - халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында барған төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған, телдән һөйләнә торған әҫәр. Әкиәт ул иң популяр һәм беҙ яратып уҡыған жанр. Балалар әле атлай белмәгән сағынан уҡ әсәйҙәренән һәм өләсәйҙәренән әкиәттәр ишетеп үҫә. Әсәй, өләсәйҙәр һөйләгән ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе кем генә яратмай икән, бер үк әкиәтте бәләкәстәр үҙҙәре ятлап бөтһәләр ҙә тағы бер ҡат һөйләтеүҙән баш тартмаясаҡтар.

Бәләкәй саҡтан әллә күпме әкиәттәр ишеткәнбеҙ, әллә күпме әкиәтте үҙебеҙ уҡып белгәнбеҙ! Урыҫ, башҡорт, инглиз, француз, испан халыҡ әкиәттәре. Һәм шулар араһында беҙгә оҡшамағандары юҡтыр, моғайын. Бер-береһенә оҡшаш һәм оҡшаш булмағандары, күңелле һәм ҡыҙыҡтары, оҙон һәм ҡыҫҡалары осрай, тик улар араһында насар һәм аңлайышһыҙҙары булмай. Әкиәттәге һәр һүҙ, һәр ваҡиға, һәр герой үҙ урынында, унда артыҡ бер нәмә лә юҡ. Шуға күрә әкиәттәр мәңгелек, ваҡыт үтеү менән улар иҫкерә белмәй.

Әкиәттәрҙе бөтәһе лә еңел аңлай ала. Улар ярҙамында кешенең тышҡы сифаттарын ғына түгел, ә эске тойғоларын, уй-кисерештәрен дә күрһәтеп була. Ниндәй генә тыңлаусы булһа ла әкиәт яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә. Әкиәттәрҙә һәр ваҡыт яҡшылыҡ һәм изгелек еңеп сыға. Был әҫәрҙәрҙә гел генә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллекте яҡлап ҡалыу өсөн көрәшәләр.

Халыҡ әкиәттәрендә халыҡтың аҡылы, быуаттар буйы йыйылған тәжрибәһе сағыла.


Төп өлөш

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең килеп сығыу тарихы һәм үҙенсәлектәре

Әкиәттәр — халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны "ҡарһүҙ" тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған "аҡыллы һүҙ" тигәнде аңлата. Ул ғәҙәттә, " борон- борон заманда йәшәгән ти, бер әбей менән бабай" тип башлана. Фантастик уйҙырмаға ҡоролоу һәм тормошта булмағанды һөйләү - әкиәттәрҙең мөһим һыҙаты. Йөкмәткеһенә ҡарап башҡорт халыҡ әкиәтәре дүрт төркөмгә бүленә: тылсымлы әкиәттәр, тормош- көнкүреш әкиәттәре, батырҙар тураһындағы әкиәттәр һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.


Тылсымлы әкиәттәр

Әкиәттәге геройҙар аша боронғо кешеләрҙең донъяны аңлау үҙенсәлектәрен төшөнөп була. Боронғо әкиәттәргә тылсымлылыҡ, фантастика нығыраҡ хас булған. Уларҙың күбеһендә миф үҙенсәлектәрен табып була. Тәбиғәттең серҙәрен ныҡлап белмәгән боронғо кешеләр, тирә-йүндәге әйбер һәм күренештәрҙе йәнләндереп күҙ алдына килтергән. Кешене көслө итеп күрһәтергә теләү әкиәт геройҙарының мөмкинлектәрен идеаллаштырыуға алып килгән.

Тылсымлы әкиәттәрҙең барыһы өсөн дә үтә хас булған мотив – изгелек һәм яуызлыҡ көрөше. Әкиәт һәр саҡ кәмһетелгән, үгәйһетелгән персонаждарҙың еңеүе менән тамамлана.

Тормош- көнкүреш әкиәттәре

Был жанрҙың күп кенә әҫәрҙәрендә фантастика менән реаллек, «хыялдағы» тормош менән көнкүреш хәлдәре бергә ҡушылып китә. Тормош-көнкүреш тематикаһын ғына сағылдырған әкиәттәр сағыштырмаса аҙ. Мәҫәлән, «Һаранбай менән Зиннәт ағай», «Алдар менән Ямар», «Аҡыллы ҡарт менән иҫәр батша». Көнкүреш әкиәттәренең күпселеге өсөн көләмәс үҙенсәлектәре лә хас. Байҙарҙың ҡомһоҙлоғон, муллаларҙың наҙанлығын, батшаларҙың мәкерлеген фашлау уларҙың төп тематикаһын тәшкил итә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр

Билдәле булыуынса, һунарсылыҡ боронғо кешеләрҙең төп кәсебе булған. Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең килеп сығышы ла ҡош-ҡорт, кейек-йәнлектәр хаҡында күргән-белгәнде һөйләү һөҙөмтәһендә тыуған. Боронғо кешеләр барлыҡ тереклек доньяһын айырылмаҫ бер бөтөн итеп күҙ алдына килтергән. Уларҙың ҡарашынса, кешеләр - хайуандарға, ҡош-ҡорттарға һәм, киреһенсә, ҡош-ҡорттар, йәнлектәр кешеләргә әйләнә алған.

Был әкиәттәрҙең йөкмәткеһендә айырым хайуан, йәнлек, ҡош-ҡорттарҙың килеп сығышы, уларҙың холоҡ-ҡылығы хаҡында хикәйәләнә. Мәҫәлән “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтендә айыуҙарҙың нисек итеп ҡыҫҡа ҡойроҡло булып ҡалыуы аңлатыла. Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙәге йәнлектәргә кешеләрҙең характеры күскән. Улар һөйләшә, аралаша.

Изгелек менән яуызлыҡ хаҡында уйланыу бындай әкиәттәрҙең иғтибар үҙәгендә тора. Егетте тотоп ашарға йыйынған айыу, мәҫәлән, әкиәттә тейешле язаһын ала. Ә “Эт нисек үҙенә хужа тапҡан?” әкиәте кешенән дә көслө зат юҡ икән тигән фекер тыуҙыра.

Батырҙар тураһындағы әкиәттәр

Батырҙар тураһындағы әкиәттәр эпос менән тылсымлы әкиәттәр араһында торған жанр төрө. Халыҡтың хыял емеше булып тыуған бындай көслө батырҙар араһында мең башлы аждаһаны үлтергәндәре лә, һауаға атҡан уғының кире төшөүен өс көн буйы көтөп ултырғандары ла, ҡуянға һунарға сыҡҡанда уны уҙып китеүҙән ҡурҡып ике аяғына ике тирмән ташы бәйләп йүгергәндәре лә бар. Батырҙарҙың буй-һыны, кәүҙәләре лә әкиәттәгесә. Алып батыр, мәҫәлән, тауҙан тауға атлап йөрөй, Йоҡоға киткән Ирмәк батырҙың кәүҙәһе лә, алып йөрөгән суҡмары ла тау хәтле. Ул тын алғанда, кешеләр, йүгереп барып уның танауы эсенә инеп китәләр ҙә, тын сығарғанда йүгерешеп килеп сығалар.

Батырҙар тураһындағы әкиәт геройы тылсым йәки хәйләгә таянмай, ә үҙ көсөнә таянып эш итә. Батырҙар тураһындағы әкиәт геройҙарының төп дошмандары – дейеү менән аждаһалар, был көрәштә һәр саҡ еңеүсе булып сығалар.

Рус һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрен сағыштырыу

Төрлө милләт халыҡтары бер планетала йәшәй, үҫешә. Шулай ҙа һәр халыҡтың үҙ юлы, үҙ үҫеше, үҙ яҙмышы, үҙ теле һәм йәшәйеше.

Күпселек халыҡтарҙың оҡшаш сюжетлы, оҡшаш геройлы әкиәттәре бар. Был төрлө халыҡтарҙың элек-электән бер-береһе менән тығыҙ аралашыуы, сағыштырмаса бер төрлөрәк үҫеш юлы үтеүе хаҡында һөйләй. Ошо күренештәр беҙгә төрлө халыҡтарҙың әҫәрҙәрен сағыштырып ҡарау мөмкинселеген бирә, уларҙың оҡшаш һыҙаттарын һәм айырмалыҡтарын сағыштырып ҡарарға ҡыҙыҡһыныу уята.

Ғилми әҙәбиәттә башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрен бер үк төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр: тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар тураһындағы һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәр. Айырмалы яғы шунда – рус халҡының батырҙар тураһында әкиәттәре юҡ. Батырҙар тураһында уларҙа былиналар бар. Былина – рус халыҡ ижадының бер жанры.

Һәр халыҡтың йәшәү рәүеше, йәшәү урыны, һөйләше, милли һыҙаттары халыҡ әкиәттәренә үҙ төҫөн индергән. Бындай милли һыҙаттар айырыуса тормош-көнкүреш әкиәттәрендә асыҡ сағыла.

Тормош-көнкүреш әкиәттәрендәге йыш осраған геройҙар әбей менән бабай. Улар ғәҙәттә татыу тик ярлы йәшәйҙәр, күп осраҡта өс улдары бар, йә бик һылыу, сибәр ҡыҙҙары. Улар ыңғай образдар, яҡшылыҡ өсөн көрәшәләр. Ике халыҡ әкиәтендә лә бай һәм батшалар бик ҡырыҫ, уҫал һәм һарандар. Халыҡ уларҙан ҡурҡып йәшәй, аҡылһыҙлыҡтарынан көлә, әкиәт аҙағында уларҙы яза көтә.

Рус халыҡ әкиәттәрендә ҡыҙыҡлы, бөтәһе лә яратҡан герой Иван-дурак, Ианушка-Дурачок бар. Ул, ғәҙәттә, төпсөк малай. Ялҡау, яҡшы күңелле, иң мөһиме - уға бөтә нәмә лә гел генә ыңғай сығып тора. Ул артыҡ көс һалмай, башҡаларға оҡшамаған, тырышып тормай, ни теләһә шуны эшләй. Шулай ҙа уның ошондай булыуы уға аҙаҡ ярҙам итә.

Башҡорт халҡында ла уға оҡшашыраҡ образ бар – Таҙ. Иванушка кеүек алйот түгел, тик шул тиклем ябай, эскерһеҙ, ярҙамсыл, йомшаҡ күңелле, шулай уҡ ғаиләлә төпсөк малай, башҡаларға оҡшамаған. Уйламаған эштәр башҡара, көтөлмәгәнсә яуап ҡайтара, ә аҙаҡ шулар бөтәһе лә дөрөҫ килеп сыға.

Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрендә мифик образдар бик күп. Уларҙы ике төркөмгә бүлеп була: изге һәм насар йәндәр. Мәҫәлән, Аҡбуҙат образы. Рус әҙәбиәтендә грек мифологияһынан килеп ингән Пегас.

Һыу эйәһе - һыуға хужа булып, шул һыуҙы һаҡлап йәшәгән мифик образ. Ә рус әкиәттәрендә Водяной була. Ул әкиәттәрҙә төрлөсә һүрәтләнә.

Һыу ҡыҙы, Алтынсәс- рус әҙәбиәтендә Русалочка. Ике халыҡ әкиәттәрендә лә һылыу, бик сибәр, оҙон сәсле итеп һүрәтләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә кәмселектәре бар. Ул инде билдән түбән өлөштәре балыҡ ҡиәфәтендә. Уларҙы күргән ир – егеттәр шунда уҡ ғашиҡ булалар.

Аждаһа, дейеү - Дракон бер нисә башлы ҙур йылан ҡиәфәтендәге мифик зат. Башҡорт һәм рус әкиәттәрендә лә һәр ваҡыт кире образ булып урын ала. Өс, ете, ун ике башлы, ҡот осҡос, ут сәсеүсе, ҙур ҡанатлы итеп һүрәтләнә.

Убырлы ҡарсыҡ - төрлөсә яуызлыҡ ҡыла торған ҡурҡыныс әбей ҡиәфәтендә яуыз мифик зат, мәскәй. Рус әкиәттәрендә Баба Яга. Ике халыҡ әкиәттәрендә лә насар, кире образдарға ярҙам итә.

Шайтан - төрлө рәүешкә инә алған мифик зат, ен. Рус әкиәттәрендә – Черт.

Албаҫты –ҡиәфәте буйынса, ялбыр һары сәсле ҡатын – ҡыҙ, ен – бәрей заты.Ә рус әҙәбиәтендә Кикимора. Тик йәшәү урыны – һаҙлыҡ.

Сәмреғош – Жар – птица, үҙенсәлекле милли образ. Кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыусы, батырҙарҙың юлдашы.Ҡайһы берҙә ике башлы ҡош итеп һүрәтләнә. Ә рус әҙәбиәтендә шулай уҡ изге, бик күркәм, матур.


Башҡорт һәм рус халҡында образдар менән генә түгел, сюжеты яғынан да бик оҡшаш әкиәттәр күп кенә. Мәҫәлән: башҡорт халыҡ әкиәте “Үгәй ҡыҙ” һәм рус халыҡ әкиәте “Морозко”. Ике әкиәттә лә төп геройҙар:

Үгәй әсә - бик уҫал, ҡаты күңелле, кире герой. Ул үҙ ҡыҙын ярата, өрмәгән ергә ултыртмай, ә өйҙәге бөтө булған эш үгәй ҡыҙ өҫтөнә төшә. Уға был да етмәй, һаман ҡырыҫыраҡ, ауырыраҡ эштәр ҡуша, үгәй ҡыҙ эшләгән эштәр оҡшамай.

Үҙ ҡыҙы – үтә ялҡау, иркә һәм үҙ һүҙле, төҫкә лә матур түгел. Ҡулынан бер эш килмәй.

Үгәй ҡыҙ – йомшаҡ күңелле, эшһөйәр һәм һылыу ҡыҙ. Бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышып тора.

Ике әкиәт тә тылсымлы әкиәттәр төрөнә ҡарай һәм Борон-борон заманда булған, ти бер етем ҡыҙ. Уның үгәй әсәһе бик уҫал булған. Үгәй әсәнең эйәреп килгән ҡыҙы ла булған”. “У мачехи была падчерица да родная дочка” башлана. Артабан ике әкиәттә лә үгәй әсә үҙ ҡыҙын яратыуы, иркәләүе: “… родная что не сделает, за все ее гладят по голове да приговаривают: “Умница!”, “… үҙ ҡыҙын маҡтай, ти”, үгәй ҡыҙҙы уңған, тырыш булыуына ҡарамаҫтан, рәнйетеүе: “А падчерица как ни угождает – ничем не угодит”, “Етем ҡыҙ нисек һәйбәт эшләһә лә, үгәй әсә уның эшен хурлай” тураһында һөйләнелә.

Артабан ике әкиәттә лә яуыз әсәләр үгәй ҡыҙҙарҙан ҡотолоу өсөн уларҙы өйҙән ҡыуып сығаралар. “Йомғаҡ” әкиәтендә үгәй ҡыҙ йомғаҡ артынан ҡара урманға китеп, төрлө изге эштәр эшләп алтын-көмөш тулы һандыҡ менән ҡайтып керһә, “Морозко” әкиәтендә үгәй ҡыҙ йылы, яғымлы һүҙҙәр менән Морозконы иретеп күңелен күрә һәм яуап итеп байлыҡ тулы һандыҡ алып ҡайта. Әлбиттә, ике әкиәттә лә үгәй әсәләр бик яман, кеше бәхетен кисерә алмай, үҙҙәренең ҡыҙҙарын да үгәй ҡыҙҙары юлын ҡабатларға оҙаталар. Тик тәрбиәһеҙ, әсәләре кеүек көнсөл балалары тупаҫ һүҙҙәр, насар эштәре менән тик нәфрәт кенә уята. Ике әкиәт тә ҡыуып ебәрелгән үгәй ҡыҙҙарҙың иҫән-һау, бәхетле булып кире ҡайтыуы менән тамамлана.

Айырмалы яҡтарына килгәндә, башҡорт халыҡ әкиәте “Йомғаҡ”та үгәй ҡыҙ бер үҙе өйҙән йомғаҡ артынан сығып китә, ә рус халыҡ әкиәте “Морозко”ла үгәй ҡыҙҙы үҙ атаһы ҡара урманға алып барып ташлап китә. “Йомғаҡ” әкиәтендә ҡыҙ төрлө-төрлө кешеләргә тап була: ҡаҙ ҡараусы әбей, һарыҡ көтөүсеһе, һыйыр көтөүсеһе, ат ҡараусыһы, яңғыҙ йәшәгән әбей; ул барыһына ла ярҙам итә, ашыҡһа ла, юлы оҙон булһа ла ярҙам һораған кешеләрҙең һүҙен тыңлай. Ә “Морозко” әкиәтендә ҡыҙ үҙ аяғы менән урманға бармай, юлында бер кемде лә осратмай.

Шулай итеп, дөйөм алғанда, “Морозко” рус халыҡ әкиәте менән “Йомғаҡ” башҡорт халыҡ әкиәтен бер үк геройҙар булған, сюжеттары бер-береһенә тартым әкиәттәр тип әйтергә була.

Практик өлөш

Эште башҡарған ваҡытта мин үҙемдең класты өс төркөмгә бүлеп, эҙләнеүҙәр үткәрҙек. Беренсе төркөм – Детективтар, улар әкиәт геройҙарына досье йыйҙылар (Ҡушымта 1). Икенсе төркөм - Журналистар, улар уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында һорау алыу үткәрҙеләр. Өсөнсө төркөм - Картографтар булды, улар “Әкиәттәр географияһы” тигән карта эшләне(Ҡушымта 2.)

Журналистар «Һеҙ әкиәттәр уҡырға яратаһығыҙмы?», «Ниндәй әкиәт геройына оҡшарға теләр инең? Ни өсөн?» һорауҙарына яуап алдылар. Һөҙөмтәләр ошолай килеп сыҡты:

  1. Һеҙ әкиәттәр уҡырға яратаһығыҙмы?

- Эйе, яратам – 28 кеше (93%)

- Юҡ, яратмайым – 2 кеше (7%)

2. Ниндәй әкиәт геройына оҡшарға теләр инегеҙ? Ни өсөн?

- Золушкаға – 9 (һылыу, мәрхәмәтле)

- Итекле бесәйгә – 2 (ҡыйыу)

- Урал батырға – 2 (ҡыйыу, көслө),

- Василиса Премудраяға – 3 (аҡыллы, һылыу)

- Тылсым эйәһенә – 1(сөнки ул изге эштәр эшләй)

- Феяға – 1 (мәрхәмәтле)

- Кощейға - 1(хәҙерге заманда уҫал булыр кәрәк)

- Рапунцелға – 3(сәсе матур, һылыу)

- Халк – 3(көслө, кешеләргә ярҙам итә)

- Кеше-Үрмәкескә – 2(стена буйлап йөрөргә мөмкин)

- Бетменға – 1(ғәҙел, кешеләргә ярҙам итә)

- Человек-Ластик – 2(һуҙыла, теләгән предметҡа әйләнә ала).

Йомғаҡлау

Шулай итеп, тикшеренеү барышында беҙ ике халыҡтың төрлө әкиәттәре менән таныштыҡ, ғилми әҙәбиәт уҡыныҡ, уҡыусылар араһында анкетирование үткәрҙек. Ошоларҙан сығып түбәндәге һығымталарға килдек:

- башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәре йөкмәткеләре буйынса дүрт төркөмгә бүлеп йөрөтөлә, тик уларҙа һәр халыҡтыҡ милли үҙенсәлектәре сағыла;

- ике халыҡ әкиәттәрендә лә характерҙары, үҙҙәрен тотоуҙары буйынса оҡшаш образдар бар. Уларҙы шартлы рәүештә икегә бүлеп була: ыңғай һәм кире образдар, әкиәт аҙағында ыңғай геройҙар еңеп сыға, дөрөҫлөк тантана итә;

- шулай уҡ ике халыҡ әкиәттәрендә лә мифик образдар күп. Уларҙың берәүҙәре ыңғай геройҙарға, ябай халыҡҡа ярҙам итә, батырҙарҙың тоғро юлдашы булып тора. Икенселәре, киреһенсә, мәкерлектәр ҡора, яуызлыҡтар башҡара.

Анкетирование күрһәтеүенсә, беҙҙең мәктәп уҡыусылары әкиәттәр уҡырға ярата. Ләкин уйланырға ла урын бар: беренсенән, класташтарым халыҡ әкиәте менән заман йәнһүрәттәренең геройҙарын бутай. Икенсенән, ҡайһы берҙәре хатта кире геройҙарға ла оҡшарға теләй. Өсөнсөнән, ике телдәге әкиәттәр ҙә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тип һанайҙар. Тик башҡа халыҡтың әкиәтен тулыһынса аңлап уҡыу өсөн, беренсенән телде һәм ошо халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли үҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк тигән һығымтаға килдек.









Ҡушымта 1

ДОСЬЕ



Исеме: Кощей

Фамилияһы: Үлемһеҙ

Тыуған урыны: Ҡара урман

Йәшәгән ере: Замок

Ҡатыны: Убырлы ҡарсыҡ

Хөкөмгә тарттырылыу сәбәптәре: һылыу ҡыҙҙарҙы, батша ҡыҙҙарын урлау, юлбаҫарлыҡ

Характеры: уҫал, мәкер уйлы

Үҙенсәлектәре: арыҡ кәүҙәле, тешһеҙ

«Арыҡ ат - 2018» автотранспорты менән ҡуллана




Ҡушымта 2

ДОСЬЕ



Исеме: Мәсекәй әбей (Убырлы ҡарсыҡ)

Фамилияһы: - Билдәһеҙ

Тыуған йылы: Борон – борон заманда...

Тыуған урыны: Ҡара урман

Йәшәгән ере: Тауыҡ ботло бәләкәс кенә ишекһеҙ-тәҙрәһеҙ өйҙә

Хөкөмгә тарттырылыу сәбәптәре: балаларҙы урлау, хулиганлыҡ, сихыр менән шөғөл итеү

Характеры: мәкерле, алдаҡсы, оятһыҙ

Үҙенсәлектәре: ҡарт, ялбыр, тешһеҙ, һаҡау, ҙур оҙон танаулы.

Яңы технологиялы «Һепертке - 2018» аппаратында осоп йөрөй.







Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!