СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башкирские народные игры.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Башкирские народные игры.»






Башҡорт халыҡ

балалар уйындары



Ишембай, 2018





ИНЕШ



Башҡорт халыҡ уйындары — башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара тигәндәр. Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» һәм башҡа байрамдарҙа тап улар өсөн уйындар ойошторолған. Көндәлек тормошта ла сабыйҙарҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләнеүендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә уйындар ярҙамға килгән. Уйындар бала саҡтың алтын биҙәге бит ул!








«АҠ ТИРӘК-КҮК ТИРӘК» УЙЫНЫ



Балалар икегә бүленеп, бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кирәк.

Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.





(«Аҡ тирәк-күк тирәк» уйынынан күренеш)


















«ҠАП ТА ҠОП» УЙЫНЫ


Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар һәм һамаҡлайҙар. 


Беҙ,беҙ,беҙ инек, 
Беҙ ун ике ҡыҙ инек, 
Баҙға төштөк, май ашаныҡ, 
Аҡ келәттә бал ашаныҡ. 
Бер таҡтаға теҙелдек, 
Таң атҡансы юҡ булдыҡ. 
Әпсен, төпсөн, ҡап та ҡоп! 


«Ҡоп» һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шым ҡала һәм бер-береһен көлдөрөргә тырыша. Көлөп ебәреүсе наказ үтәй.













«ЙӘШЕРӘМ ЯУЛЫҠ» УЙЫНЫ



Балалар түңәрәк яһап ултыралар, араларынан көтөүсе һайлана. Ул яулыҡ ала.Балалар йырлай:


Йәшерәм-йәшерәм яулығымды 
Йәшел ҡайын аҫтына. 
Һиҙҙермәйсә һалып китәм 
Бер иптәшем артына. 


Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй. 

Артында яулыҡ ятҡан бала, көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға. Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа, тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн, түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.





(«Йәшерәм яулыҡ» уйынынан күренеш)















«ТИРМӘ » УЙЫНЫ



Уйында дүрт төрөкөм балалар ҡатнаша. Төркөмдәр дүрт мөйөшкә урынлаша. Уртала ултырғыста милли биҙәкле яулыҡ ята. Балалар төркөмдәрендә барыһы бергә ҡулға ҡул тотоношоп, дүрт ерҙә әйләнеш яһап таҡмаҡлап бейеҙәр.


Беҙ, беҙ беҙ инек,
Түңәрәккә йыйылдыҡ.
Йырланыҡ та бейенек,
Һыу сәсрәтеп йүгерҙек.



Көй йырһыҙ дауам иткән саҡта балалар дөйөм түңәрәккә баҫалар. Аҙаҡ музыка туҡтағас, һәр төркөм үҙ ултырғысына йүгерә һәм ултырғыста ятҡан яулыҡ менән тирмә ҡора. Ҡайһы төркөм беренсе төҙөй, шул еңә.



(«Тирмә» уйынынан күренеш)


ЙӨКМӘТКЕҺЕ



Инеш

«Аҡ тирәк-күк тирәк» уйыны

«Ҡап та ҡоп» уйыны

«Йәшерәм яулыҡ» уйыны

«Тирмә» уйыны













































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!