СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

А. Игебаев. Кластан тыш сара

Нажмите, чтобы узнать подробности

Абдулһаҡ Игебаев - Башҡортостандың халыҡ шағиры

Просмотр содержимого документа
«А. Игебаев. Кластан тыш сара»

Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Муниципаль районы хакимиәте «Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районы Тамъян-Таймаҫ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы












Нур алһын…” номинацияһы





Тема: “ Абдулхаҡ Игебаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры?”


Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына бағышланған дебаттар формаһында үткәрелгән кластан тыш уҡыу дәресенең план-конспекты





Үткәрҙе: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Янышева Гөлфиә Фатых ҡыҙы



















Өйрәнеү объекты: “ Оран һала Ер –әсә” (патетик поэма), “Мин – тәбиғәт балаһы” (ҡобайыр)


Актуаллеге: авторҙың был әҫәрҙәрҙә әҙәбиәтебеҙҙең мәңгелек темаһы булған әхлаҡ, сәйәсәт, фәлсәфәгә бағышланған мәсьәләләрҙе яҡтыртыуын күҙәтеү;


Маҡсат: 1) Әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;

2) Уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү телмәрен, логик фекерләү һәләтен үҫтереү, башҡаларҙың кисерештәренә ихтирам менән ҡарарға өйрәтеү;

3) Маҡсатлы шәхес тәрбиәләү;

4) Публика алдында сығыш яһағанда үҙеңде ышаныслы итеп тота белергә өйрәтеү, дискуссия ойоштороу күнекмәләрен булдырыу;

5) Арҙаҡлы шәхестәребеҙгә,уларҙың хеҙмәт емештәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: Халыҡ шағирының портреты, дебаттарҙы үткәреү ҡағиҙәләре, ноутбук, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары төшөрөлгән слайдттар.

Класташ тыш уҡыу дәресенең барышы: Ойоштороу мәле. Эпиграфты уҡыу: “Ай Уралым, Уралым, Һине һөймәҫ йән булмаҫ” (А. Игебаевтың “Урал тауышы” поэмаһынан) Эпиграфтарҙы уҡыу, был юлдарға дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.

Уҡытыусының инеш һүҙе: .

  • Уҡыусылар, бөгөн беҙҙә ябай дәрес түгел.”Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм “Мин – тәбиғәт балаһы”ҡобайырының йөкмәткеһе буйынса эште дебаттар формаһында үткәрәйек. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән алдан әҙерлек эше үткәрҙек: төркөмдәргә бүлендек, судьяларҙы билдәләнек. Беренсе төркөм спикерҙар “Раҫлаусы” булһа, оппоненттарын “Инҡар итеүселәр” тип атаныҡ.

Хәҙер иң тәүҙә дебаттарҙы үткәреү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек (икенсе слайдта):

– Проблеманы ҡуя белергә, аңлайышлы итеп һөйләй белергә;

– Мәсьәләне асыҡлау өсөн һорау ҡуя белергә кәрәк;

- Һөйләй ҙә белергә, иптәшеңде тыңлай ҙа белергә тейешһең;

Һүҙлек эше үткәреү: дебаттар, спикерҙар, оппоненттар, проблема, гипотеза, регламент, рефлекция.

Уҡытыусының инеш һүҙе: – Әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу дәресендә ентекләп тикшереү өсөн һеҙ был поэмаларҙы алдан уҡып килергә тейеш инегеҙ. Һәр берегеҙ дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырығыҙ, үҙ фекерегеҙҙе еткерегеҙ.

  • Уҡыусылар, билдәле булыуынса, һәр әҙиптең әҫәрҙәре уның үҙ яҙмышына бәйләнгән. Шуға күрә Абдулхаҡ Игебаевтың тәҡдим ителгән әҫәрҙәрен тикшерә башлағансы, уның биографияһы менән танышайыҡ. Кемдәрҙер уның “Һайланма әҫәрҙәр” китабын алып уҡыны. Авторҙың 2015 йылда нәшер ителгән “Ғүмер аяулы: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар” китабына яҙған баш һүҙе “Үҙем хаҡында үҙем” тип атала. Хәҙер алдан әҙерләнеп килгән уҡыусы ошо мәғлүмәтте файҙаланып, шағирҙың биографияһы менән таныштырып китер.

  1. Уҡыусының сығышы: Абдулхаҡ Игебаев ер еләктәре һутҡа тулышҡан нурлы сафлыҡ бөрккән йәйге миҙгелдә1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Күсей – тәбиғәттең иң матур еренә, күгәреп ятҡан Ирәндектау итәгенә һыйынып ултырған боронғо ауыл. Үҙ заманында уның олаталары ошо ауылдың тәүге нигеҙ таштарын һалған. Йәшләй генә етем ҡалып, ата-әсә наҙҙарынан мәрхүм ҡала. Ләкин Темәс балалар йорто уны үгәйһетмәй, үҙенең йылы ҡосағына ала.

1946 йылда А. Игебаев Темәс педагогия училищеһен тамамлай, унан Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағас, “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” газеталары редакцияһында әҙәби сотрудник булып эшләй.

1969-1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай.

1971 йылдан 1990 йылға тиклем “Ағиҙел” журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Тәүге йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға.

Өфө һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, рус телдәрендә егерменән ашыу китабы донъя күрә. “Оран һала Ер-әсә” тигән поэмаһы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.

1990 йылда “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар” тигән күләмле йыйынтыҡ өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелә.


  1. Уҡытыусының сығышы: – Бына уҡыусылар, беҙ ҡыҫҡаса ғына Абдулхаҡ Игебаевтың ғүмер баҫҡыстарын барланыҡ. Ә ҡасан һуң уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелгән?

  • Уҡыусы яуап бирә: Абдулхаҡ Игебаевҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исемде 2010 йылда тәүге Президент М.Рәхимов тапшыра.


I.“Раҫлаусы спикер” сығыш яһай: – Һаумыһығыҙ, судьялар, һаумыһығыҙ, оппоненттар, хәйерле көн, тамашасылар!

Был үҙенсәлекле кластан тыш уҡыу дәресенә әҙерләнгәндә беҙ Абдулхаҡ Игебаевтың (1994йыл) “Һайланма әҫәрҙәр: – Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар” һәм “Ғүмер аяулы” (2015йыл) китаптарынан поэмаларын һәм ҡобайырҙарын уҡыныҡ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә был авторҙың бер нисә генә шиғыры өйрәнелә. Шуға күрә уҡып килгән китаптарҙағы материалдар иҫ киткес зиһенде арбарлыҡ! Тыуған Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ йәмдәре, арыш икмәгенең һәм башҡорт ҡымыҙының тәмдәре, йүкә балының һәм әрем әсеһенең тәмдәре, көн битләүендә үҫкән йор ҡурайҙың аһәңдәре бала сағынан хисле шағирҙың зиһененә һеңеп ҡалғандыр. Һүҙ тылсымы эйәһе былар тураһында яҙмай булдыра алмай.

Ҙур, ҡатмарлы тормош юлдары үткән ихлас йөрәкле, изге теләкле шағир ғүмере буйы ил яҙмышын, тел яҙмышын, моң яҙмышын ҡурсып, уның өсөн борсолоп йәшәй. Был йыйынтыҡтағы шиғырҙар унар йыл ваҡыт арауығын үҙ эсенә ала. Әҙиптең күңел донъяһының һәр төрлө миҙгелдәрен, һәр төрлө биҙәктәрен, ижади үҫешен, ижади эҙләнеүҙәрен күрергә һәм сағыштырырға була. Ләкин беҙ бөгөн әҙиптең ҡойоп ҡуйған рифмалы шиғырҙарын ентекле өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Һеҙҙең иғтибарҙы уның поэмаларына һәм ҡобайырҙарына йәлеп итке килә. Абдулхаҡ Игебаевтың “Оран һала Ер-әсә” поэмаһын һәм “Мин – тәбиғәт балаһы” ҡобайырын уҡып сыҡҡас, беҙ шундай гипотеза тәҡдим итәбеҙ: “Абдулхаҡ Игебаев – ысынлап та халыҡ шағиры”. Халҡы менән бергә йәшәй, ижад итә.


Инҡар итеүсе -1”һорау бирә:

  • Башҡортостанда шағирҙар бик күп. Мәҫәлән: Сафуан Әлибаев, Таңһылыу Ҡарамышева, “Йөрәк һүҙе” телевизион бәйге ярышында еңеп сыҡҡан Зөлфиә Ханнанова һәм башҡа бик күптәрҙе килтерергә була. Уларҙың бөтәһе лә Тыуған илеңде яратырға, туған телебеҙҙе һаҡлау кәрәклеге тураһында шиғырҙар ижад итә, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалай, булмышыбыҙ тураһында фәлсәфәүи әҫәрҙәр яҙа. Ләкин улар халыҡ шағиры түгел. Ниндәй әҫәрҙәр яҙған кешегә бирелә һуң был исем? Йәки был исемде бирер өсөн башҡа үлсәмдәр бармы? Һеҙ быны иҫбат итегеҙ.

Раҫлаусы– 1” яуап бирә:

  • Авторҙың “Оран һала Ер-әсә” тигән патетик поэмаһын алайыҡ. (патетик – ялҡынлы дәрт, күтәренке рух менән һуғарылған тигәнде аңлата) Поэма Ер-әсә образын күҙ алдына килтерерлек инеш һүҙ – ритмик проза менән асыла: “Ер-әсә! Ер-әсә! Үҙ ғүмерендә ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән. Мең-мең яу уттарында ла ул көйрәп янған, мең-мең бәлә-ҡазаларҙан иҫән-һау ҡалған…

Ер-әсә! Ер-әсә! Күк күкрәүен дә, диңгеҙ шауҙарын да, шишмә тауышын да, ҡоштар һайрауын да ишетә ул. Кешеләрҙең һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә тоя ул. Тыныслыҡ яҡлыларҙың имен тормош төҙөүенә сикһеҙ шатлана ул, мәкерле дошмандарҙың ҡара эштәрен күреп, тәрән борсола, ғазап утында яна ул…

Йылдар сылбырын һуҙа-һуҙа, ярһып елә заман, тик Ер-әсә тыныс түгел һаман! Бухенвальд, Хиросима, Нагасаки фажиғәләре тағы ҡабатланмаһын өсөн, мәрхәмәтле бөйөк Ер-әсә үҙенең донъялағы барлыҡ балаларына – бөтә кешелеккә өндәшә”. Ысынлап та, тыныслыҡ ул донъялағы бөтә халыҡтарға ла һулар һауа кеүек ҡәҙерле лә, изге лә! “Яуызлыҡҡа ҡаршы ярһып, йөрәгем гел набат һуғыр”, – тигән ул бер шиғырында. Шул набаттың иң көслө, иң ҡеүәтле саңы ошо поэмала сыңлай. Ана шуға күрә лә уның шиғриәтендә тыныслыҡҡа, халыҡтар дуҫлығына бағышланған әҫәрҙәр күп.Был мәсьәлә әлеге көндә лә актуаль.

Ҡулына ҡәләм алдымы, аҡ уйҙары, гүйә аҡ ел булып, үләндәргә ҡағылып үтә, һағыштары томан булып, үҙәндәргә төшә, әрнеүҙәре, әсенеүҙәре әрем булып шытып сыға:

…Субырлап йәш тамғандай

Һәр ҡамыш, һәр ҡыуаҡтан…

Әйтерһең, бар Тереклек

Бәндәнән ярҙам һорап

Ҡарай кеүек мөлдөрәп…

ти автор”Мин – тәбиғәт балаһы” ҡобайырында. Хисле шағир мәғрур Урал, йәмле Ағиҙел хаҡында йырлаймы, башҡорт халҡының үткәнен-бөгөнгөһөн данлаймы – былар бөтәһе лә тыуған Башҡортостанының образын тыуҙыра.


4. “Инҡар итеүсе спикер сығыш яһай:

  • Хәйерле көн, судьялар, оппоненттар, тамашасылар, һаумыһығыҙ! “Раҫлаусы” оппоненттың мәғлүмәттәрен ентекләп ҡарайыҡ:

  • Әлбиттә, Тыуған ер, тәбиғәт, туған тел моңдары һәр шағир өсөн – поэтик бишек, илһам сығанағы. Алда телгә алынған Таңһылыу Ҡарамышеваның “Осорҙан осорҙарға” тигән китабында:

Халҡым минең – йәнем минең,

Тыуғанмын әлдә ярай.

Күбәләгең мин һинең тик,

Осам утыңа ҡарай, –

тип яҙған шағирә “Ялҡын” шиғырында. Ошонан да оҫтараҡ итеп әйтеп буламы үҙең һәм халҡың тураһында?

Раҫлаусы – 3” һорау бирә:

  • Улай сағыштырып ҡарау бик килешеп тә етмәгән кеүек, беҙҙеңсә. Абдулхаҡ Игебаев егерме йыл ғүмерен “Ағиҙел” журналының поэзия бүлегендә хеҙмәт иткән. Тиҫтә йылдар буйына йәштәрҙең сейле-бешле шиғырҙарын тикшереп,( тимәк, үҙ йөрәге аша үткәреп) хаталарын төҙәтеп, ( ә хаталар була һәр саҡта) матбуғатта баҫтырырға фатиха биргән. Һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәре, изге теләктәре менән күңелде күтәреп, тәүәккәл аҙымдар яһарға этәреп ебәрә торған һәләте булмаһа, бик күптәрҙе дәртләндереп, үҫергә ярҙам итеүсе оло әҙип, остаз тип атарға булыр инеме?

  • Инҡар итеүсе” яуап бирә:. Әлбиттә, бер кем дә үҙ ҡаҙанында ҡайнап ҡына шағир йәки яҙыусы булып китә алмай. Һәр кемгә йылы һүҙ кәрәк, һәр яңы әҫәрҙең уңышлы яҡтарын билдәләү, башлап яҙыусыға ҡанат ҡуя, көс өҫтәй. Кәңәшсе-өйрәтеүсе булып эшләү халыҡ шағиры тигән һүҙ түгел әле.

II.Гипотезаларҙы раҫлау йәки кире ҡағыу

Раҫлаусы-2” сығыш яһай:

  • Мин һеҙҙең фекер менән килешмәйем. “Оран һала Ер-әсә” поэмаһын яҙғанда нимәләр кисереүе тураһында бына нимәләр яҙа автор: “… мин уртлап-уртлап ут йотҡандай булдым. Мәрхәмәтле Ер-әсәнең тәрән һағыштарын, аһ-зарҙарын үҙ йөрәгемдә кисергәндәй булдым. Асмандағы бөләңгерт айға ҡарап йоҡлай алмай ятҡанда ла, һыҙылып таң атҡанда ла, минең ҡолағымда Ер-әсәнең илаһи тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Әйтерһең дә, ул үҙенең хәлдәрен тулҡынлана-тулҡынлана һөйләне. Ә мин уның йөрәк әрнештәрен, тәрән кисерештәрен аҡ ҡағыҙға күсерҙем.” Мәскәү шиғиры Марк Максимов уны рус теленә тәржемә итә, “Правда” газетаһында баҫыла, башҡа бик күп телдәргә ауҙарыла. Автор ул ваҡытта Германия Демократик республикаһында (хәҙер ике немец дәүләте бергә ҡушылған) сығыш яһап, ошо поэманан өҙөк уҡый. Тыныслыҡ ораны булып яңғыраған ошо дастан тураһында немец газеталары ла ихлас һүҙҙәр яҙа.

“Мин – тәбиғәт балаһы” тигән ҡобайырын да йәшәгән еребеҙ хаҡында әрнеп борсолғанға күрә яҙған. “Аҡтарылған тауҙарға ҡараһам да йәл! Ҡороп барған йылғаларға ҡараһам да йәл! Гүзәл тәбиғәтебеҙ йылдан-йыл төҫһөҙләнә, йылдан-йыл ҡотһоҙлана түгелме? Күҙ алмабыҙ кеүек ҡәҙерле еребеҙҙе кемдәр ҡәҙерһеҙләй һуң? Бәғерҙәрҙе утлы ҡуҙҙай көйҙөрөп алған, йәнгә йәрәхәт һалған хәүефләнерлек нәмәләр күп шул”, – ти ул.

Инҡар итеүсе” сығыш яһай: “Оран һала Ер-әсә” патетик поэмаһын Абдулхаҡ Игебаев 1966-1967 йылдарҙа ижад итә. Ул заманда Америка Ҡушма Штаттары атом бомбаларын күпләп яһай башлай. Советтар Союзы ла артта ҡалырға тырышмай. Тыныслыҡты һаҡлау, Тыуған илебеҙҙе яҡлау, әлбиттә, кәрәк, ләкин бер поэма яҙған тип, шағирға “халыҡ шағиры” тигән исем биреү, беҙҙеңсә, ҙур бурыс йөкмәтеүҙер.


III. Гипотезаларға төҙәтмә индереү һәм яҡлап сығыш яһау:

Раҫлаусы” сығыш яһай:

  • Алтмыш йылдан ашыу ижад ғүмерендә Абдулхаҡ Игебаев иҫәпһеҙ-һанһыҙ шиғырҙар, замандаштары һәм киләсәк быуындар өсөн дә фәһемле булырлыҡ тиҫтәләгән поэмалар, ҡобайырҙар ижад иткән. Ул ғүмере буйы атайсалы, илһамына бөтмәҫ нур, күңеленә ялҡынлы йыр биргән милләте алдында үҙен бурыслы тоя. Милләтебеҙҙең тағы бер олуғ әҙибе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бына нимә ти уның шиғриәте тураһында: “ Абдулхаҡ Игебаев ижад арбаһында пар ат тартып бара. Төптә – уның ололар өсөн яҙған шиғырҙары. Дуғаһында ҡыңғырауы бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары.” - ти. Мәҫәлән: “Арыштарым”, “Йәшлек илендә ҡалам”, “Эй һөйөклө Талҡаҫым”, “Ҡаһарман игенселәр”, “Һиңә”, “Йәнгә ғәзизһең, Темәс” һәм башҡа йырҙарҙа, ҡойоп ҡуйылған эске һәм тышҡы рифма. Шуға ла был шиғырҙарға композиторҙар иғтибар иткәндер.

Ҡанһыраған быуатының йөрәк тибештәрен үҙ йәнендә тойоп, йәнтөйәгенең аяныслы хәлдәрен күреп борсолоп, ваҡытында үҙ һүҙен әйткән тынғыһыҙ ҡәләм оҫтаһы ул.

Инҡар итеүсе” сығыш яһай:

- Һеҙҙең сығыштарҙан белеүебеҙсә, Абдулхаҡ Игебаевтың әҫәрҙәре китапханаларҙа туҙан йыйып ятмаған һәм ятмайҙыр. Уның шиғриәте халыҡ күңеленә, уҡыусы аңына инеп оялағандыр,тип ышанабыҙ. 1988 йылда уҡ ижад ителгән “Ҡаурый ҡәләм тибрәй ҡулымда” поэмаһында: “Быҫҡып йәшәү етте! Шөһрәтле, көслө Рәсәй!”ҙе айбарланып алға талпынырға саҡыра”. Ысынлап та, ул үҙе лә халҡын ҡурсалаусы, яратыусы, милләттәштәребеҙ ҙә уны “үҙебеҙҙең улыбыҙ”тип иҫәпләй, тигән уй тыуҙы. Был осраҡта һеҙҙең менән килешмәй булмай. Абдулхаҡ Игебаевтың үлемһеҙ шиғыр-поэмаларын уҡып үҫкән, йөрәгенә һеңдергән быуын ана ниндәй тормош һынауына дусар булды! Таңһылыу Ҡарамышева яҙғанса:

…Таш өйөмө генә түгел,

Тик тау ғына түгел ул.

Тыумаҡ башлаған донъяны

Аңлаусы аңыбыҙ ул,

Башҡорт өсөн шундай урын:

Йәненең бер өлөшө,

Күңеленең бөтөнлөгө

Йөрәк ҡаны тибеше! –

булған Торатауҙы һаҡлап ҡалды тәүҙә башҡорт халҡы. Ә быйыл йәй тәбиғәтебеҙҙең икенсе ҡомартҡыһы булған Ҡуштауҙы яҡлап ҡала алды!

Уҡытыусы сығыш яһай: Эпиграфҡа иғтибар итәйек: “Ай Уралым, Уралым! Һине һөймәҫ йән булмаҫ”. Дәрес барышында беҙ быға инандыҡмы? Кем генә булмаһын: йәше-ҡарты өсөн Тыуған еребеҙ изге ул.

IV. Дөйөм һығымта яһау:

Уҡытыусы: Кем һуң ул Абдулхаҡ Игебаев? Әҙәбиәтебеҙҙең тағы бер уҙаманы Рәшит Шәкүр һүҙҙәре менән беҙ былай тибеҙ: “Абдулхаҡ ағай һәр ваҡыт йөҙө ҡояш кеүек балҡып торған, бөтөн ғүмерен шиғриәткә арнаған оло йөрәкле шәхес. “Шағир рәхмәте” тигән шиғырында:

Яҡын дуҫҡайҙарым, барығыҙға

Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын, –

тип яҙа. Бындай күңел йомартлығы, донъяға, дуҫ-иштәреңә рәхмәтле булып йәшәү шағир өсөн бәхет, илһам сығанағылыр ул. Ә бит кешеләргә рәхмәт ямғырҙарын яуҙырыу, иртән эшкә килеп, ҡәләмдәштәреңә яңы көндө, ҡояш яҡтыһын бүләк итеп, үҙеңә лә рәхмәттәр алыу бик һирәк заттарға бирелә торған һәләттер, моғайын”. Яҙыусы һәм шағир, әҙәбиәт белгесе Рәшит Шәкүр “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” тигән китабына (Өфө, 2011) индерелгән ”Шиғриәттең ярһыу толпарында” тигән мәҡәләһендә былай тип яҙа: “Абдулхаҡ Игебаев ысын мәғәнәһендә үҙ заманының арҙаҡлы ир-уҙаманы, ил һәм халыҡ ғәме менән йәшәгән, тыуған еребеҙгә, изге Урал тупрағына мөҡәддәс һөйөү йырын йырлаған ялҡынлы илһөйәр шағир, яҡты күңелле, кеселекле һәм кешелекле кеше ине”.

V. Судьялар сығыш яһай:

– Оппоненттар үҙ сығыштарында төрлө дәлилдәр килтереп, үҙ фекерҙәрен яҡланы. “Раҫлаусы”лар ҙа, “Инҡар итеүсе”ләр ҙә проблеманы асыҡ яҡтыртып, миҫалдар, цитаталар ҡулланып, төрлө яҡлап ҡылыҡһырлама бирергә тырыштылар. Беҙ “Раҫлаусы” төркөм вәкилдәре тәҡдим иткән гипотезаны хуплайбыҙ, һеҙҙең сығыштарығыҙ беҙҙе быға ышандырҙы. Тимәк, Абдулхаҡ Игебаев “ Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исемгә лайыҡлы!

Рефлекция: Бөгөнгө дәрестәге дебаттарҙа ҡатнашҡан оппоненттарға, судьяларға рәхмәт. Һеҙ был дәрестә үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтергә һәм яҡларға өйрәндегеҙ, диалогтар төҙөнөгөҙ. Дебаттар үткәреү ҡағиҙәләре теүәл үтәлдеме икән?

Тайм-кипер: Ҡағиҙәләр теүәл үтәлде, бөтәгеҙҙе лә ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ, оппоненттар проблеманы дөрөҫ ҡуя алдылар.

Протокол тултырыла, уҡыусыларға баһалар ҡуйыла.

Өйгә эш бирелә.


Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Алты томда. 6 том. Хәҙерге әҙәбиәт. (1966-1994 йылдар)

2.Ҡарамышева Т.Ф. Осорҙан осорҙарға: шиғырҙар / Таңһылыу Ҡарамышева. – Өфө: Китап, 2019. – 352 бит.

3.Игебаев А.Х. Һайланма әҫәрҙәр: – Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1994. – 304 бит.

4.Игебаев А.Х. Ғүмер аяулы: шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар / Абдулхаҡ Игебаев. Өфө: Китап, 2015. – 472 бит.

5. Шәкүр Рәшит “Ҡояш кеүек балҡып йәшәне”. ”Йәшлек” гәзите №26.

30 июнь 2017 йыл.




Скачать

© 2023, 93 0

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!